Башҡортостан йәмәғәт транспорты “Алға” картаһына күсә

 Беренсе июлдән Өфө генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла пассажир ташыған автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙа юл хаҡы өсөн түләү махсус терминалдар аша үтәсәк. Берҙәм транспорт картаһын ҡулланышҡа алыуға әҙерлек барышы Республика Хөкүмәтендә үткән транспорт сәғәтендә тикшерелде. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, пассажир йөрөтөүсе ойошмаларҙың күбеһе карта файҙалана башларға әҙер. Йәмәғәт транспорты предприятиеларына быйыл беренсе сентябргә тиклем әҙерлекте тамамларға тәҡдим ителә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ваҡытлы матбуғатғҡа яҙылыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлы матбуғатғҡа яҙылыу тәртибе үҙгәрә

Пандемия сәбәпле, быйыл гәзит-журналдарға яҙылыу шарттары үҙгәрҙе. 30  апрель тамамланған кампания республика гәзиттәре өсөн һынау мәле булды. Сираттағы ошондай махсус акция яҡын арала башлана. Ташламалы яҙылыу  “Шоңҡар” баҫмаһы өсөн нисек уҙған? Ошо турала  баҫманың яуаплы сәркәтибе...

5 мая 2020
Смотреть видео Сибайҙың ҡала баҙары ҡайтанан эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙың ҡала баҙары ҡайтанан эш башлай

Ошо туралағы ҡарарҙы урындағы хакимиәт ҡабул итте. Сибай баҙары пандемия таралған мәлдә танылыу алғайны. Тап ошо сауҙа комплексында, Силәбе өлкәһенән килеп ит һатҡан ирҙә коронавирус табылды. Ҙур ғауға тыуҙырған был хәл Башҡортостан етәкселегенең шәхсән күҙәтеүенә алынды. Хәҙер баҙарға килеп сауҙа...

5 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан халҡына 100 мең медицина битлеге түләүһеҙ таратыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡына 100 мең медицина битлеге түләүһеҙ таратыласаҡ

Республика халҡына йәнә 100 мең медицина битлеге бушлай таратыласаҡ. Радий Хәбиров башҡарма власть органдары алдында ошондай бурыс ҡуйҙы. Әгәр ҙә граждандар һаҡлыҡ сараларын тейешенсә ҡулланмай икән, уларҙы яуапҡа тарттырасаҡтар. Башҡортостанда иһә вирусты йоҡтороусылар һаны кәмемәй. Уларҙың...

5 мая 2020
Смотреть видео Республика табиптары яман шеш сирен иҫкәртеүҙе оноторға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Республика табиптары яман шеш сирен иҫкәртеүҙе оноторға тейеш түгел

Етенсе майға тиклем Башҡортостанда онкология сирҙәренә ҡаршы көрәште ҡайтанан тергеҙергә кәрәк. Пандемия тип, башҡа ауырыуҙарҙы иҫтән сығарырға ярамай. Республика хәҙер коронавирус йоҡторғандар өсөн тәғәйенләнгән биш мең урынды кәметеп, уның һанын 3 мең 700-гә ҡалдырасаҡ. Радий Хәбиров Һаулыҡ...

5 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә

Башҡортостанда 9-сы майға арналған киң күләм саралар уҙғарылмаһа ла, Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы һәм унда ҡатнашҡан һалдаттарға арналған обелисктарға һәм һәйкәлдәргә сәскәләр һалынырға тейеш. Тик был тантаналарҙа ҡатнашыусылар һанын мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Был турала республика етәксеһе...

5 мая 2020
Смотреть видео 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека | ГТРК «Башкортостан»

6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека

Республикала 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә башланы. Был программаны  Рәсәй президенты Владимир Путин раҫлағайны. Рәсәй Федерацияһының теләгән һәр гражданына кәметелгән процент менән беренсе торлаҡ алыу мөмкинселеге бар. Күп балалы Богдановтар ғаиләһе...

4 мая 2020
Смотреть видео Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам

Короновирусҡа бәйле, әле күп кенә ойошмаларҙы финанс мәсьәләләре борсой. Шуға ла Рәсәй хөкүмәте һәм төбәк властары эшҡыуарҙарға ярҙам итеү сараларын күрә. Был кафе пандемия булмаҫ элек халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Әле иһә, ҡағиҙә буйынса, өҫтәлдә бер йә ике генә кеше ултыра ала. Кафе...

4 мая 2020
Смотреть видео Туй күлдәге урынына - битлектәр | ГТРК «Башкортостан»

Туй күлдәге урынына - битлектәр

Өфөләге туй салондарының береһе күлдәктәр урынына битлектәр тегә башлаған. Был аҙымға улар сараһыҙлыҡтан тотонған. Туй күлдәктәренә һәм сәхнә костюмдарына заказдар булмағас, бизнес зыян күрә башлаған.  Туйҙар башлыса йәй булһа ла, күлдәктәргә заказдар алдан, яҙ айҙарында уҡ килә башлай ине, ти...

4 мая 2020
Смотреть видео Бөгөндән Башҡортостанда битлек режимы индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән Башҡортостанда битлек режимы индерелде

Йәмәғәт урындарында медицина битлеге кейеп йөрөү мотлаҡ. Был турала оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Шулай уҡ, үҙҙаллы изоляция режимы 11 майға тиклем оҙайтылды. Әйткәндәй, республикала коронавирус менән ауырыусыларҙың һаны меңдән ашты.

4 мая 2020
Смотреть видео  Ҡан-тамырҙарының киңәйеүе - таралған ауырыуҙарҙың береһе: уны нисек алдан киҫәтергә һәм дауаларға | ГТРК «Башкортостан»

Ҡан-тамырҙарының киңәйеүе - таралған ауырыуҙарҙың береһе: уны нисек алдан киҫәтергә һәм дауаларға

Үҙизоляция ваҡытындағы аҙ хәрәкәтләнеү күп осраҡта аяҡтарҙағы ҡан тамырҙарының киңәйеүенә илтә Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күптәр быға иғтибар итмәй һәм ҡан юлдары менән бәйле ауырыҙарҙың ҡурҡыныс булыуын иҫәпкә алмай.  Аяҡтарҙың сәләмәт булыуына беренсе аҙымды Варикоза нет клиникаһына...

30 апреля 2020
Яндекс.Метрика