Өс айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлөүендә кем ғәйепле?

 Өфөлә йәшәүсе Олеся Семененко ҡыҙының үлемен баланы дауалаусы педиатрҙан күрә. Әгәр ҙә ваҡытында анализдар алып, дөрөҫ диагноз ҡуйылһа, ҡыҙҙы ҡотҡарып булыр ине, ти ханым. Педиатр әсә менән һөйләшергә лә теләмәй. Йәш әсә Олеся Семененко күптән көтөп алынған ҡыҙы донъяға килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләге бәхет оҙаҡҡа һуҙылмай. Өс айлыҡ сабый ни сәбәптәндер ҡапыл ауырып китә, табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәй.Сабый донъяға һау булып тыуа, дүрт көн үткәс тә, уларҙы балалар табыу йортонан ҡайтарып ебәрәләр. Ханым һөйләүенсә, ҡыҙының температураһы күтәрелгәс, ул 47-се балалар поликлиникаһына мөрәжәғәт итә. Әммә участок табибы йәш әсәне балаға тик һыуыҡ ҡына тейгән, ҡурҡырға ярамай, тип тынысландыра. Табип ҡушыуы буйынса ҡабул ителгән дарыуҙар сабыйға бер нисек тә ярҙам итмәй. Хәле ауырайғас, уны тиҙ ярҙам машинаһында реанимацияға алып китәләр.  Өс ай тулыуға бер генә көн ҡалғас, сабый яҡты донъя менән хушлаша.Әгәр ҙә педиатр ваҡытында сабыйҙың анализын алып, дөрөҫ диагноз ҡуйып дауалаһа, бала иҫән ҡалыр ине, тип һанай Олеся. Йәш әсәгә поликлиника етәксеһе лә, баланы дауалаусы педиатр ҙа был хәл буйынса бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Беҙҙең ижади төркөмдө күргәс, педиатр  Рәйсә Ныязғолова пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә бикләнде.Рәйсә Ныязғолова баланың бер ниндәй ҙә анализдарын күрмәнем, ҡушылған препараттар баланың ғүмерен ҡотҡарыр ине, тимәк ғәйеп әсәлә, тип белдерҙе.   Поликлиника етәксеһе һәм педиатр менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ, ти Олеся. Баланың ғүмере өҙөлөүендә ғәйеплене асыҡлар өсөн йәш әсә прокуратураға мөрәжәғәт итте.  Педиатрҙың бындай мөнәсәбәте һәм һөйләшергә теләмәүе аптырата, ти Олеся. Өс айлыҡ ҡына сабыйын юғалтыуҙы әсә ауыр кисерә. Өлкән улы Миша йәш әсә өсөн күңел тыныслығы.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Белем нурын сәсеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Белем нурын сәсеүселәр

Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәтендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм иң яҡшы уҡытыусы конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.  Йыл һайын бирелә торған 200 меңлек аҡсалата премияға Башҡортостандан быйыл 33 педагог лайыҡ булды. 13 уҡытыусыға...

5 октября 2018
Смотреть видео “Цифраны тоҡандыр” акцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

“Цифраны тоҡандыр” акцияһы дауам итә

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС компанияһы менән берлектә үткәргән “Цифраны тоҡандыр” акцияһы дауам итә. Бөгөн цифралы телевидениены Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында тоҡандырасаҡтар. Цифралы телевидение ярҙамында республика халҡы беҙҙең теле һәм радио тапшырыуҙарҙы юғары сифатта...

5 октября 2018
Смотреть видео Атылған аттар | ГТРК «Башкортостан»

Атылған аттар

Нуриман районында билдәһеҙ кешеләр  халыҡтың бер өйөр атын атҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Рифҡәт Хәлилов бер көндә 7 баш йылҡы малын юғалта. Билдәһеҙҙәр 200 баш аттан торған өйөрҙөң, етәүҙен атып киткәндәр. Әлегә тағын нисә баш юғалған икәнен...

5 октября 2018
Смотреть видео Онлайн хәбәрсегә ҡиммәтле бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн хәбәрсегә ҡиммәтле бүләк

Башҡортостандағы ауылдарҙың береһендә боронғоса башмаҡ егеп йөрөйҙәр. Ошо видеоны беҙҙең онлайн хәбәрсе рубрикаһына Баймаҡ районынан ебәргәндәр. Яҙмала күренеүенсә, малай үгеҙҙе һыбайлап алған. Малдың ҡулға эйәләшкәне күренеп тора, ул хатта ҡаршылашмай ҙа. Онлайн хәбәрсе рубрикаһына һеҙ ҙә...

4 октября 2018
Смотреть видео  Аҡмулла исемендәге премия тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Аҡмулла исемендәге премия тапшырылды

Бөгөн мәғариф өлкәһен, ундағы проблемаларҙы яҡтыртҡан журналистар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия менән бүләкләнде.   Аҡмулла исемендәге премия ошо уҡ исемде йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан 2008 йылда булдырылған. Быйыл премия лауреаттары араһында беҙҙең...

4 октября 2018
Смотреть видео Цифраны тоҡандыр | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы РТРС компанияһы менән берлектә үткәргән “Цифраны тоҡандыр” акцияһы дауам итә. Иртәгә цифралы телевидениены Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында тоҡандырасаҡтар. Цифралы телевидение ярҙамында республика халҡы беҙҙең теле һәм радио тапшырыуҙарҙы юғары сифатта...

4 октября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда “Абилимпикс” конкурсының һайлап алыу этабы бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Абилимпикс” конкурсының һайлап алыу этабы бара

Инвалидтар һәм мөмкинлеге сикле кешеләр араһында һөнәрселек оҫталығы буйынса ярыштар илдә дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Бәйгенең эшлекле өлөшөндә белгестәр инклюзив белем биреү тураһында фекер алышһа, ғәмәли өлөшөндә һөнәри оҫталыҡ конкурстары үтте. Ярыштар һигеҙ урында 25 һөнәр төрө буйынса...

4 октября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Халыҡ-ара суд Америкаға Ирандан айырым санкцияларҙы алырға ҡушты. Һүҙ гуманитар тауарҙар, граждандар авиацияһы өлкәһендәге сикләүҙәр тураһында бара. Суд ҡарарында әйтелеүенсә, Америка дуҫлыҡ, иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм консул хоҡуҡтары тураһында 1955 йылда ҡул ҡуйылған килешеүҙе боҙған. Рәсәй...

4 октября 2018
Смотреть видео Ағиҙел ярын төҙөкләндереүгә тағы ла 741 миллион һум аҡса бүленде | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел ярын төҙөкләндереүгә тағы ла 741 миллион һум аҡса бүленде

Дәүләт һатып алыуҙары порталында өҫтәмә эштәргә заказ урынлаштырылған. 29 октябрҙә подрядсы ойошма һайлап алынасаҡ. Улар Өфөнөң көнъяғындағы яр буйының 3-сө сиратына үҙгәрештәр индерергә, гидротехник ҡоролмалар төҙөргә, биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәрен башҡарырға бурыслы. Ағиҙел яры...

4 октября 2018
Смотреть видео  “Рәсәй тимер юлдары” 2021 йылға тиклем Башҡортостанға 18 миллиард һум аҡса йәлеп итергә ниәтләй | ГТРК «Башкортостан»

“Рәсәй тимер юлдары” 2021 йылға тиклем Башҡортостанға 18 миллиард һум аҡса йәлеп итергә ниәтләй

 “Рәсәй тимер юлдары” 2021 йылға тиклем Башҡортостанға 18 миллиард һум аҡса йәлеп итергә ниәтләй.  Был турала Куйбышев тимер юлы етәкселеге хәбәр итте. Киләһе өс-дүрт йылда транспорт селтәре, энергетика хужалығын үҫтереләсәк, күсмә состав яңыртыласаҡ. Былтыр ғына тимер юлы...

4 октября 2018
Яндекс.Метрика