Өс айлыҡ сабыйҙың ғүмере өҙөлөүендә кем ғәйепле?

 Өфөлә йәшәүсе Олеся Семененко ҡыҙының үлемен баланы дауалаусы педиатрҙан күрә. Әгәр ҙә ваҡытында анализдар алып, дөрөҫ диагноз ҡуйылһа, ҡыҙҙы ҡотҡарып булыр ине, ти ханым. Педиатр әсә менән һөйләшергә лә теләмәй. Йәш әсә Олеся Семененко күптән көтөп алынған ҡыҙы донъяға килеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләге бәхет оҙаҡҡа һуҙылмай. Өс айлыҡ сабый ни сәбәптәндер ҡапыл ауырып китә, табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәй.Сабый донъяға һау булып тыуа, дүрт көн үткәс тә, уларҙы балалар табыу йортонан ҡайтарып ебәрәләр. Ханым һөйләүенсә, ҡыҙының температураһы күтәрелгәс, ул 47-се балалар поликлиникаһына мөрәжәғәт итә. Әммә участок табибы йәш әсәне балаға тик һыуыҡ ҡына тейгән, ҡурҡырға ярамай, тип тынысландыра. Табип ҡушыуы буйынса ҡабул ителгән дарыуҙар сабыйға бер нисек тә ярҙам итмәй. Хәле ауырайғас, уны тиҙ ярҙам машинаһында реанимацияға алып китәләр.  Өс ай тулыуға бер генә көн ҡалғас, сабый яҡты донъя менән хушлаша.Әгәр ҙә педиатр ваҡытында сабыйҙың анализын алып, дөрөҫ диагноз ҡуйып дауалаһа, бала иҫән ҡалыр ине, тип һанай Олеся. Йәш әсәгә поликлиника етәксеһе лә, баланы дауалаусы педиатр ҙа был хәл буйынса бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Беҙҙең ижади төркөмдө күргәс, педиатр  Рәйсә Ныязғолова пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә бикләнде.Рәйсә Ныязғолова баланың бер ниндәй ҙә анализдарын күрмәнем, ҡушылған препараттар баланың ғүмерен ҡотҡарыр ине, тимәк ғәйеп әсәлә, тип белдерҙе.   Поликлиника етәксеһе һәм педиатр менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ, ти Олеся. Баланың ғүмере өҙөлөүендә ғәйеплене асыҡлар өсөн йәш әсә прокуратураға мөрәжәғәт итте.  Педиатрҙың бындай мөнәсәбәте һәм һөйләшергә теләмәүе аптырата, ти Олеся. Өс айлыҡ ҡына сабыйын юғалтыуҙы әсә ауыр кисерә. Өлкән улы Миша йәш әсә өсөн күңел тыныслығы.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан фермерҙары Үзбәкстанда баҡса үҫтерәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан фермерҙары Үзбәкстанда баҡса үҫтерәсәк

Республика Хөкүмәте Сәмәрҡәнд өлкәһе менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү  әҙерләй. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң, тип белдерҙе.  Тәү сиратта сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булдырыла. Был йәһәттән...

4 октября 2018
Смотреть видео Ни өсөн бала дәрес ваҡытында буш ултыра? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн бала дәрес ваҡытында буш ултыра?

Уҡыу әсәбәптарын кем алырға тейеш, мәктәпме әллә ата-әсәләрме? Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар өсөн махсус эш  дәфтәрҙәре алыу өсөн ризаһыҙлыҡ белдерә. Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Өфө ҡалаһы мәктәптәренең...

4 октября 2018
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, ҡоторған төлкөләр | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, ҡоторған төлкөләр

Башҡортостанда төлкөләрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары йышайған. Благовар районының ике ауылында был ,,ҡупшы ҡойроҡтар,,йортҡа инеп хужаларҙы тешләй яҙған. Осраҡтарҙың береһендә төлкөнө атҡандар. Республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыш ҡына уларҙа...

4 октября 2018
Смотреть видео Башҡортостан грипп киҙеүенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан грипп киҙеүенә әҙерләнә

Табиптар тиҙ арала прививка яһатып ҡалырға саҡыра.  Республикала әле 635 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан. Башҡортостанда 1 миллион 600 мең кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға грипҡа ҡаршы прививка яһау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡтың юғары хәүеф янаған төркөмдәренә: хроник сирле...

3 октября 2018
Смотреть видео Күп балалы әсәләрҙе социаль яҡлау көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы әсәләрҙе социаль яҡлау көсәйтелә

Киләһе йылда Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә «Газель» микроавтобусы урынына 600 мең һум аҡса биреү ҡарала. Түләүгә һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы. Тейешле закон проекты республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хуплау тапты һәм Башҡортостан Дәүләт...

3 октября 2018
Смотреть видео Башланып китте уҡыуҙар | ГТРК «Башкортостан»

Башланып китте уҡыуҙар

Өфөнөң 159-сы һанлы мәктәбендә беренсе класс уҡыусыһы ауыр йәрәхәт алған. Уның атаһы класс етәксеһен һәм мәктәп директорының тиҙ арала беренсе ярҙам күрһәтмәүҙәрендә һәм шунда уҡ ата-әсәгә хәбәр итмәүҙәрендә ғәйепләй. Ни өсөн уҡыу учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре балалар һаулығына еңел ҡарай? Мәктәп...

3 октября 2018
Смотреть видео Балыҡсы һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡсы һәләк булған

Өфө янындағы һыу ятҡылығында балыҡсының ни сәбәпле һәләк булыуын тәфтишселәр тикшерә башланы.  Билдәле булыуынса, Башҡортостанға аҡса эшләргә килгән 38 йәшлек Ҡытай гражданы, Дим ҡасабаһында балыҡ ҡармаҡларға була. Ҡармаҡ ташлаған саҡта, уның ебе яңылыш электр линияһына эләгә һәм ирҙе ток һуға...

3 октября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡырым күперенән ауыр йөк машиналары ла йөрөй башланы. Ярымутрауға тәүгеләрҙән булып төҙөлөш кәрәк-яраҡтары тейәгән рефрижераторҙар сыҡҡан. Тәүге 8 сәғәттә генә күперҙән 700  машина үткән. Ирандың ислам революцияһы һаҡсылары корпусы Сүриәнең көнсығышында “Ислам дәүләте” террорсылары базаларын...

3 октября 2018
Смотреть видео Бөгөн ОМОН хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн ОМОН хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был отрядтың Росгвардия ғәскәрҙәре сафына инеүенә лә 2 йыл тулды.  Бер-нисә саҡырымға йүгереү, төрлө күнекмәләр, көрәш, ауыр тимер ҡоролмалар күтәреү. Был күнекмәләр махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эше. Буласаҡ ОМОН хеҙмәткәре тәү сиратта физик күнекмәләр менән...

3 октября 2018
Смотреть видео “Юнармия” хәрәкәтен үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

“Юнармия” хәрәкәтен үҫтереү

 “Юнармия” хәрәкәтен үҫтереү хаҡында Өфөлә үткән кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Оборона министры урынбаҫары Андрей Картаполов әйтеүенсә, был проект өсөнсө йыл уңышлы эшләй килә. Бөгөн уның сафтарында 8 йәштән 18 йәшкә тиклем 367 мең кеше иҫәпләнә. 

3 октября 2018
Яндекс.Метрика