Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды

 Республика буйынса 19 мең бала имтихан тотто һәм ошо көндәрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаты тапшырҙылар. Бер түгел ике дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоауҙар артта ҡалды. Бөгөн улар ҡулдарына  өлгөргәнлек аттестаты ала. Бер түгел ике дәүләт имтиханын -физика һәм профилле математика фәндәренән 100 баллға тапшырған Маргарита Сәғитова имтихан тапшырыуҙың йәшерен сере юҡ, тей. Йоҡоң туйыу, башта кәрәкмәгән уйҙарҙың булмауы, яйлы һорауҙар эләгеү һәм йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ. Маргарита әле информатиканан имтихан һөҙөмтәһен көтә. Ә артабанғы хыялы – Мәскәүҙе яулау.  Быйыл Өфөнөң 83-сө инженер лицейын 94 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың 13-ө мәктәпте тик бишлегә генә бөтөп аттестат менән бергә миҙал да алды. Шулай итеп, әлеге ваҡытҡа, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙың 88 эше 100 балл йыйған. Ә бына сит телдәрҙе 100 балға белгән уҡыусы булмаған. Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатованың да кесе улы мәктәпте тамамлай. Бала ата-әсәнең иң ҙур һәм мөһим проекты ти ул.Шатлыҡлы ла һағышлы ла мәл.Бөгөн уҡыусылар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып бала саҡ менән хушлашты. Урта мәктәпте тамамлау кеше ғүмерендәге башланғыс, әммә мөһим этап. Алда ҡыҙҙар-егеттәрҙе яңы үрҙәр, маҡсаттар, оло еңеүҙәр көтә.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр  артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр артҡан

Яңы йыл байрамдары ваҡытында ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артҡан. Батырлыҡҡа тиң аҙымдарға барырға тура килгән һөнәр эйәләре тураһында күптәр белеп тә бөтмәй. Диспетчерҙың бойроғон ишетеү менән ашығыс ярҙам бригадаһы саҡырыуға ашыға. Кәрәкле медикаменттар тултырылған...

14 января 2020
Смотреть видео Хаҡ арттырған өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡ арттырған өсөн штраф

Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәт Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына төҙәтмәне күҙ уңында тотҡан документты Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ...

14 января 2020
Смотреть видео Айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде

Үлем осраҡтары ике тапҡырға аҙыраҡ. Хөкүмәттә айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде. Ауыл хужалығында йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, тыуымды арттырыу буйынса киләсәккә пландар билдәләнде. 950 рейд барышында 1 тоннанан ашыу спиртлы эсемлек тартып алынған. Яңы йыл каникулдары ваҡытында алкоголле...

14 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан марийҙары Яңы йылын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан марийҙары Яңы йылын ҡаршылай

Бөгөн иҫкесә Яңы йыл. Уны ҡаршы алыу күп илдәрҙә һаҡланып ҡалған. Ә ҡайһы бер халыҡтар өсөн йыл башы бөтөнләй икенсе көндәргә тура килә. Япондар мәҫәлән уны иң оҙайлы билдәләүсе халыҡ булараҡ билдәле. Уларҙан ҡалыша марыйҙар – мәжүсиҙәрҙә байрам бер аҙнаға һуҙыла. Башҡортостан марыйҙары йыл да...

13 января 2020
Смотреть видео Ярҙам кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Ярҙам кәрәк

Рәсәй телеканалының РУСФОНД хәйриә фонды менән берлектәге акцияһы дауам итә. Хеҙмәттәшлек осоронда йөҙҙәрсә миллион һум аҡса йыйылған, бик көп балаға ярҙам ителгән. Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Самираға ла ярҙам кәрәк. Зиннәтовтар ғаиләһе ҡыҙҙың яҙмышына битараф булмаған замандаштарыбыҙҙын ярҙам һорап...

13 января 2020
Смотреть видео Өфөлә грек-рим көрәше буйынса республика беренселеге үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса республика беренселеге үтте

9-11 ғинуарҙа Өфөләге бишенсе мәктәп-интернаттың спорт комплексында грек-рим көрәше буйынса республика беренселеге үтте. Спортсыларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Ярышта 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, Башҡортостандың 12 ҡала һәм районынан йыйылған 124 көрәшсе ҡатнашты. Еңеүселәр...

13 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан парламенты яҙғы сессияла 48 закон проектын ҡараясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламенты яҙғы сессияла 48 закон проектын ҡараясаҡ

Уларҙың күбеһе төрлө хоҡуҡи акттарға төҙәтмәләр индереүҙән ғибәрәт. Беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ үҙгәрештәр бушлай юридик ярҙамға, ҡиммәтле таштар һәм металлдар, янғын хәүефһеҙлегенә, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡағыла, шулай уҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар, Экология тураһындағы һәм Һайлау...

13 января 2020
Смотреть видео Өфө ихаталарын кем таҙартыр? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ихаталарын кем таҙартыр?

Өфө урамдарын көрт баҫа ә эшселәр һаны кәмей. Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәткәргәргә саманан артыҡ эшләргә тура килә, биләмәләрҙе таҙартыу сифаты ла насарая. Ни өсөн торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡытлыҡ кисерә? Яҫы, ҙур, осло һәм бәләкәй көрәк... Эш ҡоралдарын һауа торошона ҡарап һайлап алабыҙ, ти урам...

13 января 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә спорт көрәше үҫешә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә спорт көрәше үҫешә

Махсус программаһы сиктәрендә республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт, фән һәм мәғариф министрлыҡтары спорт көрәше федерацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы төбәктә физик культура менән спортты пропагандалау, сәләмәт тормош рәүешен киң танытыу, мәктәп уҡыусыларын...

13 января 2020
Смотреть видео Ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл уҡытыусыларына 1 миллион һум

Республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән быйылдан Башҡортостанда педагогтар өсөн махсус гранттар булдырыла. 1-әр миллиан һумлыҡ 20 грант “уҡытыу эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә" тапшырыласаҡ. Рәсми документта конкурсҡа һайлап алыу талаптары һәм белем биреү сифатын билдәләү критерийҙары...

13 января 2020
Яндекс.Метрика