Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды

 Республика буйынса 19 мең бала имтихан тотто һәм ошо көндәрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаты тапшырҙылар. Бер түгел ике дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоауҙар артта ҡалды. Бөгөн улар ҡулдарына  өлгөргәнлек аттестаты ала. Бер түгел ике дәүләт имтиханын -физика һәм профилле математика фәндәренән 100 баллға тапшырған Маргарита Сәғитова имтихан тапшырыуҙың йәшерен сере юҡ, тей. Йоҡоң туйыу, башта кәрәкмәгән уйҙарҙың булмауы, яйлы һорауҙар эләгеү һәм йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ. Маргарита әле информатиканан имтихан һөҙөмтәһен көтә. Ә артабанғы хыялы – Мәскәүҙе яулау.  Быйыл Өфөнөң 83-сө инженер лицейын 94 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың 13-ө мәктәпте тик бишлегә генә бөтөп аттестат менән бергә миҙал да алды. Шулай итеп, әлеге ваҡытҡа, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙың 88 эше 100 балл йыйған. Ә бына сит телдәрҙе 100 балға белгән уҡыусы булмаған. Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатованың да кесе улы мәктәпте тамамлай. Бала ата-әсәнең иң ҙур һәм мөһим проекты ти ул.Шатлыҡлы ла һағышлы ла мәл.Бөгөн уҡыусылар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып бала саҡ менән хушлашты. Урта мәктәпте тамамлау кеше ғүмерендәге башланғыс, әммә мөһим этап. Алда ҡыҙҙар-егеттәрҙе яңы үрҙәр, маҡсаттар, оло еңеүҙәр көтә.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Медицина кадрҙары етешмәү мәсьәләһе хәл ителә | ГТРК «Башкортостан»

Медицина кадрҙары етешмәү мәсьәләһе хәл ителә

Башҡортостан дауаханаларына хаҡлы ялдағы табиптарҙы эшкә йәлеп итергә уйлайҙар. Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәтендә” Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы ошондай башланғыс менән сыҡты һәм ул яҡлау тапты. Вице-Премьер Ленара Иванова билдәләүенсә, пенсионерҙарҙы эшкә йәлеп итеү, табиптар...

18 июля 2019
Смотреть видео Тормошҡа ашмаған хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашмаған хыял

Йөҙгә яҡын мосолман изге сәфәргә сығыу өсөн Хаж фондына миллионға яҡын аҡса түләй. Әммә ғибәҙәт ҡылыусылар юллама ла алмаған, аҡсаларын да һаман ҡайтара алмай. Фонд директоры алданып ҡалыусыларҙы аҡсаны мотлаҡ ҡайтарам тигән вәғәҙәләр менән генә тынысландыра. Яҡтар менән  хәбәрсебеҙ Нәркәс...

18 июля 2019
Смотреть видео Ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының ҡырылыуына сәбәпсе булған | ГТРК «Башкортостан»

Ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының ҡырылыуына сәбәпсе булған

Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәр итте. Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов  хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында үлгән бал ҡорттары өлгөһөндә Һарытау ветеринария...

18 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй төбәктәренең етештереү ҡеүәте яңы кимәлгә сыға | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй төбәктәренең етештереү ҡеүәте яңы кимәлгә сыға

Өфөлә быйыл икенсе тапҡыр Халыҡ-ара экспорт форумы ойошторолдо. Уның көн тәртибе “Экспортҡа сығарыр ваҡыт” тигән өндәмәгә ҡоролдо. Эшҡыуарҙарҙың маҡсаттары һәм үҫеш йүнәлештәре менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡыҙыҡһынды. Йүнселдәр форумға көнэлгәре әҙер. Бының өсөн улар Битулинк онлайн-...

18 июля 2019
Смотреть видео Йәш ғалимдарға Рәсәй президенты гранты тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғалимдарға Рәсәй президенты гранты тапшырылды

Башҡортостандың баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин, йәш ғалимдарҙың бер төркөмөнә Рәсәй президенты грантын тапшырҙы. Республиканан алты йәш ғалим быйыл еңеүсе, тип табылды. Уларҙың дүртәүһе – фән кандидаты булһа, икеһе – фән докторы исемен йөрөтә. Йәштәр ауыл хужалығы, техника, физика,...

17 июля 2019
Смотреть видео  Урамға ҡыуып сығара: ҡыйыҡ үҙ балаһына ҡарағанда ҡәҙерлерәк | ГТРК «Башкортостан»

Урамға ҡыуып сығара: ҡыйыҡ үҙ балаһына ҡарағанда ҡәҙерлерәк

Миәкә районында йәшәүсе ҡатынды ун һигеҙ йәше тулмаған балаһы менән урамға ҡыуып сығарғандар. Асыҡланыуынса, өйҙө Рәйлә Зарипованың элекке тормош иптәше һатҡан. Ғаиләнең көнкүреш әйберҙәре ҡапҡа тышында ятһа, үҙҙәре ваҡытлыса туғандарында йәшәп торорға мәжбүр. Район  опека органдары ни өсөн...

17 июля 2019
Смотреть видео  Республикала күп фатирлы торлаҡ йорттар подъездарын ремонтлауҙың беренсе өлөшөнә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала күп фатирлы торлаҡ йорттар подъездарын ремонтлауҙың беренсе өлөшөнә йомғаҡ яһалды

Был проект  республика өсөн тәүге тәжрибә, шуға ла эштәр тәүге мәлдә бер аҙ тотҡарланып та торҙо. Уларҙың береһе – төбәк операторының үҙ бурысына яуаплы ҡарамауы. Әлегә 650-нән ашыу подъезд тулыһынса яңыртылған. Ә сентябрҙең беренә тиклем 4 меңдән ашыу подъездың 80 проценты тәртипкә...

17 июля 2019
Смотреть видео  Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм меню индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм меню индерелә

Туҡланыу опраторҙарының эшмәкәрлеген контролдә тотоусы дәүләт системаһы булдырыла. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала төбәк туҡланыу операторҙарының беренсе форумында белдерҙе. Радий Фәрит улы эш сәфәре ваҡытында ҡаланың социаль объекттары, төҙөкләндереү эштәре менән танышты,...

17 июля 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта. Башҡортостан24 каналы республика ауылдарын “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгенең тәүге этабына старт бирелде. Хәбәрҙәр Башҡортостан программаһын алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре...

17 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә

Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн...

16 июля 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡ районында район советы депутаты мутлашыуҙа ғәйепләнә | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡ районында район советы депутаты мутлашыуҙа ғәйепләнә

Ир ике йыл дауамында законһыҙ рәүештә ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын ҡаҙып, уны һатыу менән шөғөлләнгән. Әле тәфтиш комитеты депутатты судҡа биргән. Документтарға ярашлы, был ерҙәр ауыл хужалығы һәм балыҡ үрсетеүгә тәғәйенләнгән. Тик бында баҫыу ҙа, күлдәр ҙә юҡ, ә бары карьер ғына. Был урында ике йыл...

16 июля 2019
Смотреть видео  Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде

Республика үҙәк һайлау комиссияһында Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышына депутатлыҡҡа кандидаттарға өҫтәмә һайлау алдынан агитация үткәрер өсөн телевидение һәм радио каналдарында бушлай эфир ваҡыты һәм матбуғат баҫмаларында бушлай майҙан  файҙаланыуға йәрәбә үтте.   Киң...

16 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә ер өҫтөнән метро төҙөү һәм халыҡ-ара мәктәп асыу мәсьәләһе тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ер өҫтөнән метро төҙөү һәм халыҡ-ара мәктәп асыу мәсьәләһе тикшерелде

Республика етәксеһе Таиландтың эшлекле делегацияһы етәксеһе Мом Луанг Раджадарасри Джаянкур менән осрашты. Башҡортостанда ул шулай уҡ Ҡытайҙың эре ширҡәте вәкиле булараҡ та килгән. Делегация беҙҙең республикаға бер-нисә проектты тикшереү өсөн килгән. Уларҙың араһында-үҫеп килгән йәш быуынға спорт...

16 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡазағстандан Байконур космодромынан “Протон-М” ракетаһы осоролдо. Уо орбитаға “Спектр-РГ” астрофизик лабораторияһын сығарҙы. Юлдаш йыһанда бер-нисә йыл эшләргә тейеш. Ул тапшырға мәғлүмәттәр ярҙамында Йыһан картаһы эшләнәсәк. Бастилияны алыуҙың 230 йыллығы уңайынан Париж урамдарына “һары жилеттар...

16 июля 2019
Смотреть видео “Башавтотранс” автопаркы 20 яңы автобус менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

“Башавтотранс” автопаркы 20 яңы автобус менән тулыланды

Яңы автобустар ҡала-ара маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк. Бөтә уңайлыҡтары булған НЕФАЗ автобустарының асҡыстарын водителдәргә Радий Хәбиров тапшырҙы. Роберт Йыһанов 40 йылға яҡын автобус йөрөтә. “Башавтотранс” компанияһың Нефтекама филиалында ҡала-ара маршрутында эшләү дәүерендә төрлө маркалы...

16 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында тағы ла 289 яңы камера  ҡуйыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында тағы ла 289 яңы камера ҡуйыласаҡ

Бер көн эсендә Өфөлә камералар ҡағиҙә боҙоуҙың 300-ҙән ашыу осрағын теркәй, ә республика буйынса был һан 10 меңгә етә. Бындай саралар водителдәрҙе тәрбиәләүҙең төп ысулдарының береһе. 2020 йылда юлдарға тағы ла  459 камера ҡуйыу ҡарала. Шулай уҡ ҙур трассаларҙы яҡтыртыу ҙа ыңғай һөҙөмтә...

16 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Архангель районында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм йәрәхәттәр алыусыларға тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Архангель районында ҡазаға тарыған юлсыларға ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан мөмкин...

16 июля 2019
Смотреть видео Ҡурҡыныс рейс | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурҡыныс рейс

Архангель районында 6 кешенең ғүмерен ҡыйған авария сәбәптәре     тиҙлекте арттырыуға бәйле булыуы ихтимал.Автобус водителенең  билдәләнгән тиҙлекте арттырған өсөн 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылғаны билдәле. Пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайыштарын таҡмаған булған...

16 июля 2019
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарынан яҡшы өлгө! | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарынан яҡшы өлгө!

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарынан яҡшы өлгө! Әлшәй районы советы депутаттарының ултырышы беренсе тапҡыр башҡорт телендә үтте. Унда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм йәмәғәт советы комиссияһы эше ҡаралды.  Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттарының,,ҡул арты еңел,, булды. Ошондай ултырыштарҙың...

16 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

15 июлдән проекттың тәүге өлөшө, 1 сентябрҙән икенсе өлөшө башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа ноябрҙә йомғаҡ яһау ҡарала. “Айыҡ ауыл” конкурсы райондарҙың ауыл биләмәләре араһында үткәрелә. Проектта айыҡ тормошто пропагандалаған чиновниктар, хәбәрселәр сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша....

12 июля 2019
Смотреть видео Уҡырға ҡайҙа барырға? | ГТРК «Башкортостан»

Уҡырға ҡайҙа барырға?

110 йыллыҡ эшмәкәрлек тарихы, 29 мең студент, республиканың беренсе юғары уҡыу йорто. Башҡорт Дәүләт университетында Берҙәм Дәүләт Имтиханын 100 балға тапшырған абитуриенттар менән осрашыу үтте.  Быйыл республикала бындай юғары баһаға өлгәшкән уҡыусылар һаны былтырғынан күпкә артыҡ. Башҡорт...

12 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда бал ҡорттары ҡырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бал ҡорттары ҡырыла

Миәкә районында бер нисә умартасының бал ҡорттары ҡырылып бөткән. Фермерҙарҙың эргә-тирәләге яланды махсус пестицидтар менән эшкәртеүе ҡорттарҙың үлеменә сәбәпсе, ти йүнселдәр. Ауыл хужалығы министрлығында әле тикшереү эштәре бара. Ҡырылып бөткән бал ҡорттарын ялан буйлап йыйып бөтөп булмаясаҡ, тип...

12 июля 2019
Смотреть видео Өфө циркы Рәсәй кимәлендә юғары баһаға лайыҡ буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө циркы Рәсәй кимәлендә юғары баһаға лайыҡ буласаҡ

Республика халҡының яратҡан ял итеү урынын тиҙҙән яңыртып ҡороу эштәре башлана. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй цирк компанияһы етәкселеге менән эшлекле осрашыуында  ошо хаҡта һүҙ барҙы. Башҡортостан хөкүмәте цирк бинаһы һәм ярҙамсы ҡорамалар...

12 июля 2019
Яндекс.Метрика