Сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды

 Республика буйынса 19 мең бала имтихан тотто һәм ошо көндәрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаты тапшырҙылар. Бер түгел ике дәүләт имтиханын 100 баллға тапшырған Йоҡоһоҙ төндәр, борсолоауҙар артта ҡалды. Бөгөн улар ҡулдарына  өлгөргәнлек аттестаты ала. Бер түгел ике дәүләт имтиханын -физика һәм профилле математика фәндәренән 100 баллға тапшырған Маргарита Сәғитова имтихан тапшырыуҙың йәшерен сере юҡ, тей. Йоҡоң туйыу, башта кәрәкмәгән уйҙарҙың булмауы, яйлы һорауҙар эләгеү һәм йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ. Маргарита әле информатиканан имтихан һөҙөмтәһен көтә. Ә артабанғы хыялы – Мәскәүҙе яулау.  Быйыл Өфөнөң 83-сө инженер лицейын 94 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың 13-ө мәктәпте тик бишлегә генә бөтөп аттестат менән бергә миҙал да алды. Шулай итеп, әлеге ваҡытҡа, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙың 88 эше 100 балл йыйған. Ә бына сит телдәрҙе 100 балға белгән уҡыусы булмаған. Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатованың да кесе улы мәктәпте тамамлай. Бала ата-әсәнең иң ҙур һәм мөһим проекты ти ул.Шатлыҡлы ла һағышлы ла мәл.Бөгөн уҡыусылар ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып бала саҡ менән хушлашты. Урта мәктәпте тамамлау кеше ғүмерендәге башланғыс, әммә мөһим этап. Алда ҡыҙҙар-егеттәрҙе яңы үрҙәр, маҡсаттар, оло еңеүҙәр көтә.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алты ҡыҙ атаһы | ГТРК «Башкортостан»

Алты ҡыҙ атаһы

8 март – иң ҙур һәм сағыу байрам. Башҡалала йәшәгән Фәйзуллиндар халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн ҡәҙимгесә үткәрә алмай – ғаиләлә ете гүзәл зат ете үҙенсәлекле бүләк көтә. Алты ҡыҙ атаһынан ете бүләк, ете гөлләмәнән тыш бай фантазия талап ителә. Ғаилә башлығы ҡатыны һәм һәр ҡыҙының теләген иҫәпкә...

6 марта 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән

“Торатау” конгресс-холында Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотланы һәм үҙ теләктәрен еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙ - ғаилә тотҡаһы ғына түгел, ул  ил әсәһе, тип билдәләне республика етәксеһе. Гүзәл заттарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә уңышлы хеҙмәт итә. Уҡытыусы, табип, йырсы,...

6 марта 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы  ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы  ҡалаһы» тигән почетлы исем тураһында закон проектын ҡабул итте. Был дәрәжә   Бөйөк еңеүгә үҙ өлөш индергән муниципаль берәмектәргә бирелә.  Маҡтаулы исемгә Башҡортостан ҡалалары ла дәғүә итә. Бөйөк Ватан һуғышының яу...

6 марта 2020
Смотреть видео Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй? | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй?

Республика башлығының Бәләбәйгә эшлекле сәфәре һәм ул булған беренсе обьект тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ниһәйәт, ҡалала, 5 йыл буйына ябыҡ торған клиника - бала табыу йорто файҙаланыуға тапшырылды.  Республика бүлгән 180  миллион һумға төҙөкләндереү тамамланып клиника үҙ ишектәрен...

6 марта 2020
Смотреть видео Өфө урамдарының береһенә Александр Книсс исемен бирергә тәҡдим итәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өфө урамдарының береһенә Александр Книсс исемен бирергә тәҡдим итәләр

Был көндәрҙә РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры тыуыуына 100 йыл. Ошо айҡанлы баш ҡаланың Йәштәр һарайында хәтер кисәһе үтте. Сараға Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй буйлап таралған Книсстың тәрбиәләнеүселәре, спорт мастерҙары, ветерандар һәм уның менән бер йылдарҙа эшләгән коллегалары һәм яҡындары...

5 марта 2020
Смотреть видео Ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ижад өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе  Әхәт Нурушев ойошторған ижади төркөм йәй үтәсәк фольклориадаға әҙерләнә. Бынан 15 йыл элек сувенирҙар эшләү менән мауыға башлаған Әхәт Нурышев хәҙер шөғөлөн киң йәйелдерергә ниәтләй. Ике йыл элек ҡул эштәре менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән берләшеп ижади төркөм...

5 марта 2020
Смотреть видео Фәхишәне талаған Африка студенты суд залынан иреккә сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Фәхишәне талаған Африка студенты суд залынан иреккә сыҡты

Судтан йырлап һәм бейеп. Өфөлә фәхишәне көсләүҙә һәм талауҙа ғәйепләнгән африка студенты 2 йыл да 4 айға хөкөм ителде. Әммә, шунда уҡ иреккә сығарылды. Был суд ултырышын һуңғыһы тип ул уйлап та бирмәй ине. Әммә, ентекләп әҙерләнеп килгән. Нигерия гражданы Осиа фәхишәне көсләүҙә, уға бәйләнеүҙә...

5 марта 2020
Смотреть видео Юл бәләһе – көн ҡаҙағында | ГТРК «Башкортостан»

Юл бәләһе – көн ҡаҙағында

Яҙҙың тәүге көндәренән үк республикала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре башланды. Быйыл ҡыш һауа температураһының тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында юлдар ныҡ боҙолған. Шуға ла башҡалала соҡорҙарҙы ямау эштәре 15 февралдән башланды. Әлегә 5 меңгә яҡын квадрат метр майҙанға асфальт-бетон иретмәһе һалынған...

5 марта 2020
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика  бәйгеһенең еңеүселәрен тәбрикләнеләр. 2017 йылдан алып үткәрелә килгән бәйге быйыл төбәк башлығы грантын отто. Ошо залда республиканың иң алдынғы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған. Улар араһында 4-се тапҡыр үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” республика...

5 марта 2020
Смотреть видео 8 март алдынан 50 әсә “Әсәслек даны” миҙалы алды | ГТРК «Башкортостан»

8 март алдынан 50 әсә “Әсәслек даны” миҙалы алды

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика башлығы йәнә 50 күп балалы әсәне “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләне. Башҡортостанда был дәүләт наградаһы 1998 йылдан алып тапшырыла. Бөгөн уға 8 меңдән ашыу әсә лайыҡ. Уҡытыусы, социаль хеҙмәткәр, хужабикә, тәү сиратта был гүзәл заттарҙың һәр ҡайһыһы...

5 марта 2020
Яндекс.Метрика