“Торатау йыйыны”

29 июндә Ишембай районы Торатау битләүендә үтәсәк милли байрам шулай атала. Район һабантуйы менән көндөҙгө сәғәт 2-лә асылған сағыу тамаша үҙ ҡунаҡтарына онотолмаҫ тәьҫораттар, матур кисерештәр вәғәҙә итә.Этнотирмәләр тарихи йолаларыбыҙҙы күҙ алдына баҫтырһа, республика сәхнә оҫталары сығышы, “Арғымаҡ”, “RNT “ “Йатаған”, “Зәйнетдин “ шоу-программалары йыр-моңға сорнаясаҡ. Сара бының менән генә сикләнмәй. Милли көрәш, ат сабышы, Ылаҡ, уҡтан атыу, һырғауылға үрмәләү кеүек төрлө уйындар спорт ярыштары һәр майҙанда үҙ батырҙарын көтә. Сара сағыу лазер шоу менән тамамлана. Рәхим итегеҙ! 29 июнь көндөҙгө сәғәт 2-лә, Ишембай районы Торатау битләүендә. Ҙур йыйын!!!

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Юлдар тәртипкә килтерелә | ГТРК «Башкортостан»

Юлдар тәртипкә килтерелә

Үҙизаляция режимына ҡарамаҫтан, ҡала хеҙмәттәре эше дауам итә. Башҡала юлдарында машиналар һаны кәмене, тимәк, тап ошо осор юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡулайлы. Ҡайһы урамдар тәртипкә килтерелгән, ә ҡайһыларын әле төҙөкләндереү көтә, был хаҡта киләһе видеояҙмала. Көнө-төнө ал да, ял да белмәй эшләйҙәр...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөп, карантинға ябылған дауаханалар өсөн ризыҡ әҙерләй башланы. Быға тиклем аҙыҡ-түлек ауыл халҡы өсөн генә етештерелһә, хәҙер иһә яңыса эшләргә тура килә. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала. Рецепт та, технология ла үҙгәрмәгән. Бында һәр ваҡыттағыса тик ауыл...

23 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы. Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин...

23 апреля 2020
Смотреть видео 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә

Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тәүге тапҡыр онлайн уҙғарыла. 25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант— 2020» акцияһы үтә. Унда ҡатнашыу өсөн алдан  сәхифәлә  теркәлергә кәрәк. 25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә тура трансляция башлана. Акцияла...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды. Табиптарҙың бер бригадаһын икенсеһе алмаштырҙы. Ҡыуатов исемендәге дауахана янында көнө буйы тиҙ ярҙам машиналары туҡтамай. Улар ике аҙна дауамында пациенттарҙы дауалаған табиптарҙы өйҙәренә илтә. Медицина...

23 апреля 2020
Смотреть видео Бушлай битлектәр таратылды | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай битлектәр таратылды

Өфө автобустарының пассажирҙарына бушлай күп ҡуллана торған битлектәр таратылды. Өс көнлөк акцияны пассажирҙар ташыусы дәүләт предприятияһы ойошторҙо.  Ойошма ны ике мең битлек менән медицина кейемдәрен тегеүсе федераль етештереүсе тәъмин итте. Кондукторҙар һәм водителдәр билдәләүенсә, ...

23 апреля 2020
Смотреть видео Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам

Шәхси эшҡыуар – Илгизәр Солтанғәлиева үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам  итергә ҡарар иткән. Ирекмәндәр менән бергә ул мохтаждарға аҙнаһына 60 буханка икмәк тарата.  Ирекмәндәрҙең көнө адрестарҙы аныҡлау, оло йәштәге кешеләрҙе, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙе барлауҙан башлана. Был...

23 апреля 2020
Смотреть видео Республика башлығы эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы

Башҡортостанға Сорғот ҡалаһынан тракторҙарҙы йыйыу һәм ремонтлау предприятиеһы күсерелә. Яңы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән республика башлығы танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров  Ҡарламан ҡуйыртылған һөт заводына ла барып ҡайтты. Был хаҡта киләһе видеояҙмала.   ...

23 апреля 2020
Смотреть видео Ҡалала мал һәм ҡош-ҡорт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалала мал һәм ҡош-ҡорт

Үҙизоляция режимында шәхси хужалыҡтары булғандарға буш ятырға тура килмәй. Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе Ғәлиә һәм Ришат Саҡаевтар мал һәм ҡош-ҡорт үрсетә. Был бик һирәк күренеш. Ниндәй төр мал ҡарай ғаилә, ниндәй ҡоштарҙы тота? Киләһе репортаж йүнсел ғаилә тураһында. Сакаевтарҙың Романов...

21 апреля 2020
Смотреть видео Их, гармун телдәре | ГТРК «Башкортостан»

Их, гармун телдәре

Кем ул республикалағы иң оҫта баянсы һәм гармунсы? Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан 24  каналдары он-лайн конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта. Ашығығыҙ. Конкурстың шарттарына  ярашлы, үҙегеҙҙең баянда йә, гармунда уйнағанды төшөрөп, "Бәйләнештә" сәхифәһендәге...

21 апреля 2020
Яндекс.Метрика