Кисәге уҡыусылар, буласаҡ студенттар өсөн ҡыҙыу мәл башланды

Республиканың урта һәм юғары белем биреү йорттарына абитуриенттар документтарын тапшыра. Буласаҡ һөнәрен күптәнән һайлаған Динис Мирғәлиев ҡабул итеү комиссияһы ағзаларының һорауҙарына икеләнеүһеҙ яуап бирә. Бер нимәгә ҡарамай хыялын тормошҡа ашырырға ынтылған егет Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын икенсе йыл рәттән тапшыра. Быйыл БДМУ-ның 677 бюджет урынына үткән студенттар араһында, бәлки Динис та булыр. Ә бына был исемлеккә инә алмаған 677 кеше иһә, шулай уҡ коммерция нигеҙендә уҡый ала. Башҡорт дәүләт  медицина университеты Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ вуз исемлегенә ингән. Уның донъя кимәлендә лә дәрәжәһе юғары. Әле бында 40 илдән 110 сит ил гражданы һөнәр үҙләштерә, быйыл уларҙың һаны тағы ла 400-гә артасаҡ. Быйылғы ҡабул итеү компанияһында ҙур үҙгәрештәр юҡ. Маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса уҡырға ингәндәр өсөн генә ҡағиҙәләр икенсерәк. Әгәр ҙә элек уҡыу йорто үҙе ойошмаларға бюджет урындары бүлеп бирһә, хәҙер килешеү абитуриент менән ойошма араһында төҙөлә. Маҡсатлы йүнәлтмә менән килгәндәргә уҡырға инеү еңеләйһә лә,  талаптар ҡатылана. Килешеү шарттарын боҙоусы яҡ уҡыу хаҡын ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ. Шуға күрә һөнәр үҙләштереп тә, уның буйынса эшләү теләге юғалмаһын өсөн йүнәлеште дөрөҫ һайлау мөһим. Ҡайҙа уҡырға барырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Ошо һорау менән баш ватҡан мәктәпте тамамлаусы егет-ҡыҙҙарға уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары ярҙамға килә. Улар абитуриенттарҙы борсоған барлыҡ һорауҙарға яуап биреп, теге йәки был һөнәр һәм йүнәлеш буйынса ентекле мәғлүмәт еткерә ала. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация университетының ҡабул итеү комиссияһы ике зонаға бүленгән. Бер бүлмәлә консультациялар үткәрелә һәм анкета тултырыла, ә икенсеһендә документтар ҡабул ителә.

Абитуриенттарға уңайлыҡ өсөн Өфө дәүләт авиация университетының корпустарында ошондай интерактив мәғлүмәт таҡталар урынлаштырылған. Шулай уҡ, вуз махсус ҡушымта уйлап сығарған. Хәҙер теләгән һәр кем юғары уҡыу йортоноң факультеттары, ҡабул итеү тәртибе һәм балдар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе кеҫә телефоны аша белә ала. Бының өсөн ни бары “Поступи в УГАТУ” тип аталған ҡушымтаны телефонға күсерергә генә кәрәк. Республиканың алдынғы классик вуздарының береһе – Башҡорт дәүләт университеты иһә быйыл бюджет нигеҙендә ике мең ярымға яҡын студенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Яҡшы күрһәткестәргә ирешкән уҡыу йорто булараҡ, киләһе йылға уларҙың һаны тағы ла 25 процентҡа артасаҡ. Әйтергә кәрәк, быйыл абитуриенттар биш юғары уҡыу йортона һәм һәр береһендә өс йүнәлеш буйынса документтарын тапшыра ала. Был иһә уҡырға инеү мөмкинлеген арттыра. Сөнки бер вузда конкурстан үтмәһәң, уңыш икенсеһендә йылмайыр.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020