Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау

Башҡортостан телевидениеһының 60 йыллығына арналған тәбрикләү тантанаһы тура эфирҙа барыуына бер ҙә аптырайһы түгел. Тап был студияла 6 тиҫтә йыл элек 1959 йылдың 1 мартында тәүге трансляция башланған. Ошо ваҡыттан алып бәләкәй генә студиянан төбәк телевидениеһы һуңғы технологияларға нигеҙләнгән бер-нисә студияны, үҙ аллы йүнәлештә эшләгән ете ижади коллективты, тәүлек әйләнәһенә юғары сифатта эшләгән радио һәм теле каналдарҙы берләштергән медиа-холдингка әйләнде. Ижади төркөмдөң шатлығын уртаҡлашыу йәһәтенән телеүҙәккә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.  Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары, төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов компанияның бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәренә  маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.  Бүләкләнеүселәр араһында ғүмеренең күп өлөшөн яратҡан эшенә бағышлаған хеҙмәткәрҙәр — дикторҙар, хәбәрселәр, операторҙар, иҡтисадсы, бухгалтерҙар, инженер, механиктар һәм балта оҫтаһы ла бар. Үҙ эшенә мөкибән киткән коллектив һәм көслө етәксе булғанда ғына  яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була. Был тантната 60 йыллыҡ юбилейға арналған сараларҙың башы ғына. Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау -  киләсәккә яҡты өмөттәр менән атларға һәм тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға ирешергә этәргес көс биреп тора.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

14 января 2021
Смотреть видео Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә

Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе -  Көнсығыш сығыу юлы  төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар  ил күләмендәге бәлә. Өфө...

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был  36% күберәк.

14 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк.  Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың...

14 января 2021
Смотреть видео Медицина десанты | ГТРК «Башкортостан»

Медицина десанты

 Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен  тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

13 января 2021
Смотреть видео Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?  | ГТРК «Башкортостан»

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола.  Йыйылған ағастар...

13 января 2021
Смотреть видео Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

13 января 2021
Смотреть видео Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде  | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде

Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды.  Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

13 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр  йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив  кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы  менән ауырыусыларҙың артыуы...

13 января 2021
Яндекс.Метрика