Курочкин тауындағы зыярат ҡасан тәртипкә килтерелер?

Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында госпиталдәрҙә вафат булған яугирҙәр ерләнгән Курочкин тауындағы зыяратты тәртипкә килтерергә ниәтләй. Активистар әйтеүенсә, ил именлеге өсөн һуғышта яраланғандарҙың күбеһенең исеме билдәле түгел. Ҡаланың Черниковка биҫтәһенән алыҫ түгел тау битләүендә урынлашҡан зыяратта госпиталдәрҙә яраларынан вафат булған Ҡыҙыл Армия һалдаттары һәм офицерҙары ерләнгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы мәғлүмәттәре буйынса, Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған моторҙар эшләү заводы эшселәре лә ошонда ята. Тауҙан йыраҡ түгел 3766-сы госпиталь урынлашҡан була. Фронттан һалдаттарҙы ташыған санитар поезда һәләк булыусы һалдаттарҙы ла Курочкин битләүенә ерләйҙәр.Бында яраланып госпиталдә һәләк булған һалдаттарҙың ҡәберҙәре урын алған, тик әлеге заманда зыяратты  тәрбиәләмәгәнлектән уны ағас-ҡыуаҡтар баҫып бөткән.Ҡәберлек ташландыҡ хәлдә, бары тик ҡыйшайған обелисктар ғына һалдат ҡәберҙәре хаҡында һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙарҙың исемдәре һаҡланмаған. Курочкин тауындағы зыяратта ерләнгән яугирҙәрҙең һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү, был урында хәрби мемориал булдырыу Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлексәһе активистары шундай хыялдар менән йәшәй. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ташландыҡ зыяратты тәртипкә килтергәнсе ике йыл самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Халыҡ фронты белгестәре зыяратта иҫтәлекле билдәләр ҡуйыуҙан тыш, Өфө халҡы һәм уҡыусылар өсөн юл һалырға кәрәклеген дә билдәләгән. Һуңғы йылдарҙа тап Черниковка биҫтәһендәге мәктәп уҡыусылары үҙ көсө менән зыяратты тәртипкә килтергән.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Боланут сеймалы өлгөрә | ГТРК «Башкортостан»

Боланут сеймалы өлгөрә

Ишембай районында Боланут үләнен әҙерләү миҙгеле башланды. Шифалы сәй етештереүселәр халыҡтан сеймал йыя. Сеймал килоһы 20 һумдан йыйыла. Ҡабул итеү нөктәһенә көнөнә 5 центнерҙан 1 тоннаға тиклем сей үлән килтерелә. Сеймалды башлыса Ҡолғона ауылы халҡы йыйып тапшыра. Сәйҙең тәме үләндең ҡайҙа...

2 июля 2020
Кемдәргә һалым кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Кемдәргә һалым кисектерелә

Коронавирустан зыян күргән бизнес һалым түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадтың зыян күргән өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ иткән ойошма һәм шәхси йүнселдәрҙең һалым түләүгә ҡағылышлы бурыстарын кисектереүҙең ике юлын тәҡдим итә:  түләү ваҡытын күсереү һәм һалымды...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары

Үҙәк һайлау комиссияһынан тура бәйләнеш

2 июля 2020
Смотреть видео Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай | ГТРК «Башкортостан»

Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай. Төп тауыш биреү көнөндә  Башҡортостан дәүләт концерт залынан кеше өҙөлмәне. Ул иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем граждандарҙы ҡабул итте.  Йәшенән, олоһона тиклем һәр кем Конституцияға индереләсәк...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте  | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостанда ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте. Был турала республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреү барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторолғайны. Граждандар араһында метр...

2 июля 2020
Смотреть видео Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр - иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй...

1 июля 2020
Смотреть видео Бейеүсе торналар | ГТРК «Башкортостан»

Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль...

1 июля 2020
Смотреть видео Өфө ҡалаһы ни өсөн матур? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

 Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды.  Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда...

1 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

1 июля 2020
Смотреть видео Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә

Республика башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирға сығып пандемия шарттарында һайлау участкаларының эш барышы тураһында һөйләне. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк һайлау комиссия ағзаларының бер төркөмө тауыш бирергә теләүселәр фатирҙарына юллана. Оло йәштәгеләр, мөмкинлеге сикләнгәндәр...

1 июля 2020
Яндекс.Метрика