Республикала “Торатау йыйыны” йыл да үткәреләсәк

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә подъездарҙы ремонтлау, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә сүп-сарға бәйле хәл буйынса бик ҡаты һөйләшеү булды. Радий Хәбиров чиновниктарҙы, тәү сиратта, ябай кешеләр тураһында уйларға саҡырҙы. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә республикалағы иң көнүҙәктәрҙең мәсьәләләрҙең хәл ителешенә бәйле. Уларҙың береһе халыҡ-ара апимондия форумы һәм төбәктең федераль программаларҙы ҡатнашыуы. Ауыл ерен үҫтереүгә бәйле проект иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Башҡортостандың ошо йүнәлештә әүҙем ҡатнашыуы өсөн ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов шәхсән яуаплы буласаҡ. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был турала айырым белдерҙе. Башҡортостанда этнофестивалдәр һаны йәнә берәүгә артып, ул йыл һайын даими үткәреләсәк. Һүҙ быйыл беренсегә уҙған “Торатау йыйыны” тураһында. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәт алдында ошондай бурыс ҡуя. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, тағы ла бер маҡсат Бөтә донъя башҡорттарының бишенсе ҡоролтайы һөҙөмтәләре һәм унда ҡабул ителгән документтарҙы бойомға ашырыу. Башҡортостан алдында мәҙәни өлкәләге уңыштар ғына түгел, ә социаль йүнәлештәге программаларҙы тейешле кимәлдә үтәү маҡсаты бар. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә был хаҡта айырым әйтелде.  Мәҫәлән, адреслы инвестицион программа. Уға ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү. Быйыл балалар өсөн 29  баҡса төҙөп, ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Уларҙа 3 мең 800 сабыйға урын буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, бөгөн Башҡортостанда балалар өсөн тәғәйенләнгән 12 баҡса авария хәлендә. Тағы ла шуныһы, бөгөн яңы төҙөлөүсө күп кенә биҫтәләрҙә инфраструкутраға иғтибар етмәй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2024-се йылға тиклем Башҡортостанда балалар баҡсаларында урындарға бәйле мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш. Тағы ла шуныһы, беренсе июлдән индерелгән үҙгәрештәрҙе даими күҙәтеп барыу фарыз. Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын яңыртыу, ремонтлау кәңәшмәлә ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Быйыл 4 меңдән ашыу подъезд тәртипкә килтерелергә тейеш. Был йәһәттән миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Республика етәксеһе региональ операторҙар эше менән тулыһынса риза түгел. Башҡортостандағы һөт кухнялары һәм һөт фабрикаһы ла оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләрҙең береһе.  Стәрлетамаҡта башлаған проект хәҙер республика кимәлендә лә тарала. Ул Нефтекама, Сибай, Октябрьскийҙа, шулай уҡ Белоретта эшләйәсәк. Балаларҙың уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә лә бөгөн иғтибар етмәй. Ҡалаларҙа әле ошондай меңгә яҡын ҡоролманы алыштырыу кәрәк. Нефтекама менән Салауат ҡалаларына ошо һорау ҡатмарлы ҡала. Һәм шишәмбе кәңәшмәһенең тәүге һөҙөмтәһе – Башҡортостандағы төбәк операторы етәксеһе Ринат Дәминов үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан китте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығына ла ҡаты иҫкәртең яһаны. Төп сәбәп – Сипайлово биҫтәһендәге хәл.  Баш ҡаланың иң ҙур микрорайоны бөгөн сүп аҫтында. Башҡортостан шулай уҡ Берҙәм Дәүләт Имтихандары һөҙөмтәләрен дә барлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һынауҙар мәлендә ун уҡыусы үҙәктәрҙын ҡыуып сығарылған. Тағы ла 24 кеше имтихандарҙы бөтөнләй бирә алмаған. Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Университет-институттар иһә бөгөн абитуриенттар менән эш алып бара.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика