Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Көнсығыш хәрби округының йыйылма отряды Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итәсәк. Тулун ҡалаһында хәрбиҙәр торлаҡ йорттарҙан һыуҙы һурҙырыуҙа, ихаталарҙа дезинфекция үткәреүҙә ҡатнаша. Был эштәрһә 900 кеше, 90 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
  • Иркутск өлкәһенең Тулун ҡалаһы 28 июнь һыу аҫтында ҡалғайны. 1 мең 800 кеше йәшәгән 900 йортто һыу баҫҡан. Ҡойма ямғырҙарҙан барлыҡҡа килгән ташҡын сәбәпле төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
  • Рәсәй Оборона министрлығы ракетанан һаҡланыу системаһын һынап ҡараны. Ҡаҙағстандың Һары Шаған полигонынан осоролған ракета шартлы дошманды юҡ иткән.
  • Кемеровола әйләнмә юл киҫелешендә үҙенсәлекле авария теркәлгән. Лексус водителе, үҙенең текәлеген күрһәтергә теләп күрәһең, ҙур тиҙлектә рулен бороп машинаһының артҡы өлөшөн шыуҙырып йөрөй башлай. Шул ваҡытта ул кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ашығыусы тиҙ ярҙам машинаһына барып бәрелә.
Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөләге Вәлиди күпере ябылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

1 час 57 минут назад
Смотреть видео Уҡытыусылар белемен камиллаштыра | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Өфөнөң Уҡытыусыларҙың  педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

5 часов 45 минут назад
Смотреть видео Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

 Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

5 часов 45 минут назад
Смотреть видео Тау хатаны ғәфү итмәй | ГТРК «Башкортостан»

Тау хатаны ғәфү итмәй

Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

5 часов 46 минут назад
Смотреть видео Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора | ГТРК «Башкортостан»

Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора

Яңы эш аҙнаһы ҡала халҡы өсөн һынауҙан башланды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел тулыһынса ябылыу сәбәпле, юлдарҙа 7-8 баллыҡ тығындар барлыҡ килде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Көн һайын был юлдан меңләгән машина үтә. Водителдәр...

5 часов 47 минут назад
Смотреть видео Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ

Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Тарифтар ҡаты ҡалдыҡтарҙың нисек сығарылыуына ҡарап билдәләнәсәк. Был турала премьер-министр Андрей Назаров төбәк операторҙары һәм профилле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сүп-сар өсөн түләүҙәр 1 февралдән артырға тейеш. Сумма һәр...

5 часов 47 минут назад
Смотреть видео Республикала вакцина яһау пункттары эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцина яһау пункттары эшләй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка, тәү сиратта,  медицина һәм социаль  өлкәлә эшләүселәргә яһала. Өфөнөң өсөнсө гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнар Ғиләжева вакцинаның беренсеһен эшләткән. Балалар менән эшләгән әүҙем кешегә бындай прививка...

5 часов 48 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә

Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий...

5 часов 48 минут назад
Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:   «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

18 января 2021
Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Яндекс.Метрика