Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

9-сы классты тамамлап, ҡулдарына  аттестат алған үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Кемдер 10-сы классҡа, кемдәрелер урта-һөнәри белем биреү  учреждениеларына ғаризалар  тапшыра һәм уҡырға инеүе тураһында иғлан көтә. Ә  Өфө сәнғәт училищеһы студенты булырға теләүселәр имтиханға әҙерләнә. Имтихандар әле башланмаған, ә ҡыҙҙар-егеттәр әле үк һынау тота. Өфө сәнғәт училищеһы  уҡытыусылары йола буйынса абитуриенттарын кәңәшкә йыйған.

Имтиханға әҙерләнгән йырҙар дөрөҫ һайланғанмы, уларҙы нисек  башҡарырға, ҡайһы йыр отошлораҡ булыр,  нисек тулҡынланыуҙы еңергә, үҫмерҙәрҙең тауышы үҙгәреп бөткәнме  –  был кәңәштәр  алтынға тиң. Училищеның тәжрибәле уҡытыусылары  янына ҡаушап ҡына килеп  инә егет-ҡыҙҙар. Ә ишек артында тулҡынланыу тағы ла көслөрәк.

Ҡурҡыуҙы еңергә, тауышты йылытып өлгөрөргә кәрәк. Комиссия хатта  юл  арыуын да һиҙҙергә тейеш түгел. Һәләтен күрһәтергә теләүселәр араһында күренекле сәхнә йондоҙҙарының балалары ла бар. Айһылыу Туҡтағолова  тәжрибәле йырсылар ғаиләһендә тыуһа ла, буласаҡ уҡытыусыларының кәңәше артыҡ булмаҫына ышана. Йырсы булыу тураһында ул бала сағынан хыялланған.

Ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнаусылар һәм буласаҡ дирижерҙар  сольфеджионан имтиханға әҙерләнә. Бында ла атай-әсәйҙәрҙең  терәге көслө. Бөгөн сәнғәт училищеһында консультациялар дауам итә. Ә иртәгә  ҡайһы бер бүлектәрҙә абитуриенттарҙы ысын имтихан көтә.

 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров төрлө кимәлдәге етәкселәрҙе халыҡ менән аралашырға саҡырҙы

Кешеләр менән йәнле аралашыу, власть белдереүенән башҡа фекер йөрөткән һәм күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтер кешеләр кәрәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  Радий Хәбиров ошо талаптарҙы үтәр закон ҡабул итеү мөмкинлегенә иғтибар итте.  Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева оператив...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге янғын буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә сыҡҡан янғын бөгөн иртәнге етенсе яртыла тулыһынса һүндерелде.  Был турала заводтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Янғын башланғас та бензин, башҡа яғыулыҡ биреү туҡтатыла. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бер кеше һәләк булған, бер кеше йәрәхәтләнгән...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

25 января 2021
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Яндекс.Метрика