Алтын бишек - 1743933243 | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше

Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләрҙең бер төркөмө 1 октябрҙә яңы фатирҙарының асҡысын аласаҡ. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров 4 йыл буйына һуҙылған ошо мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтте.

Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән дә танышты. Октябрҙең тәүге көнөндә Стәрлетамаҡтағы алданған өлөшсөләр яңы фатирҙарының асҡыстарын аласаҡ.  4 йылдан ашыу ошо ваҡиғаны көткән кешеләр өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡалаға эш сәфәре ҡыуаныслы хәбәр килтерҙе.  Октябрь проспекты 85 адресы буйынса урынлашҡан йорт 95 процентҡа әҙер, әммә төҙөлөштө тамамлап сафҡа индереү өсөн 10 миллион һум аҡса етмәй. Был мәсьәләне Радий Хәбиров урында уҡ хәл итте. Тағы ла 137 миллион һум аҡса  күп фатирлы 83 йорттағы 355 подъезды төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров ремонт башланған бер-нисә подъезды ҡарап та сыҡты. “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы, быйыл ҡалалағы 40 йорт алды биләмәһе лә тәртипкә килтереләсәк. Республика етәксеһе Курчатов урамындағы икенсе йорттоң ихатаһында башланған төҙөкләндереү эштәре менән ҡыҙыҡһынды һәм урындағы халыҡ менән дә аралашты. Рәсәйҙә станоктар төҙөгән берҙән-бер завод Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Ҡалаға эш сәфәре менән юлланған республика етәксеһе тәү сиратта тап уның эше менән танышты. Радий Хәбиров предприятиеның етештереү цехтары, хеҙмәт шарттары һәм эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Совет заманында Башҡортостанға эвакуацияланған заводтың йылына ун тиҫтәгә яҡын станоктар эшләп сығара. Продукция илдең төрлө төбәктәренә һәм хатта сит илдәргә лә оҙатыла. Завод әле яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бының өсөн Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Модернизациялау етештереү күләмен артырырға һәм юғары технологиялы яңы быуын станоктарын сығарыуҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк. Республика етәксеһе предприятиеның үҫешен юғары баһаланы һәм аратабан да хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү маҡсатын ҡуйҙы. Стәрлетамаҡта 1 июлдә үҙ эшен башлаған һөт фабрикаһы ла төбәк етәксеһенең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған һөт кухняһы айына миллион ярымдан ашыу порция сығарырға тейеш. Шул рәүешле Стәрлетамаҡ һәм эргә-тирәләге район-ҡалаларҙа йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар тәбиғи һөт ризыҡтары менән тәьмин ителәсәк. Продукция артынан килгән ата-әсәләр күптән көтөп алынған ҙур бүләк өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен ектерҙе. Ҡалала икмәк етештереүҙең дә күләме һәм сифаты арта. Был турала Радий Хәбировҡа, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының директоры һөйләне. Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты составына 6 завод инә. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым төр продукция етештерә: икмәк-булка ризыҡтары, татлы ашамлыҡтар, пряник-керәндилдәр һәм башҡалар. Тик ике йыл инде комбинат иген фондындағы резерв он менән ҡуллана алмай. Был үҙ сиратында икмәк продукцияларының ҡиммәтләнеүенә килтереүе ихтимал. Шуға ла Радий Фәрит улы килеп тыуған мәсьәлә менән яҡындан танышырға вәғәҙә бирҙе.

Хәбәрҙәр

ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәрендә Өфөгә ауыр йөк машиналары менән үтеү тыйыла

Сикләүҙәр төнъяҡ- көнбайыш, Таш кисеү һәм Дим районы аша һалынған юлдарҙа индерелә. Йөк автомобилдәрен ҡалдырыу өсөн бер нисә махсус урын билдәләнгән. Форум көндәрендә “Башавтотранс” йәмғиәте айырым эш режимына күсерелә. Компанияның 700-гә яҡын водителе саммиттар өсөн бүленгән еңел машиналар һәм...

15 июня 2015
Смотреть видео

Бөрө ҡалаһынан йыраҡ түгел Ниссан теана автомобиле Газель микроавтобусына бәрелгән

Шаһиттар әйтеүенсә, юғары тиҙлектә барыусы еңел автомобиль ҡаршы яҡ юлға сығып Газель аҫтына инеп китә һуңынан кюветҡа оса. Һәләк булыусылар юҡ. Әммә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ҡыҙыҡай йәрәхәттәр алған. Әле авария сәбәптәрен юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә....

15 июня 2015

Хеҙмәткә саҡырыусылар теләге буйынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында альтернатив хеҙмәт үтә ала

Мәҙәни учреждение альтернатив хеҙмәт буйынса махсус исемлеккә индерелде. Тик, театрҙа ваканциялар бик аҙ буласаҡ, тип күҙаллана. Армияға саҡырыусыларҙың һирәктәре генә альтернатив хеҙмәтте һайлай. Быйыл, мәҫәлән, 4 егеттең ошондай теләге ҡәнәғәтләндерелгән. Армияға дөйөм контингенттың яртыһынан...

15 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Уларға республика башлығы Рөстәм Хәмитов юғары наградалар тапшырҙы. Залда төрлө өлкәләрҙә  хеҙмәт иткән  һөнәр эйәләре йыйылған. Оҙайлы йылдар тыуған иленә хеҙмәт иткәне, егәрлелеге өсөн уларҙың һәр береһе лайыҡлы баһа алды. Рөстәм Зәки улы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен...

11 июня 2015
Смотреть видео

Тиҙҙән умартасыларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе махсус ведомство ойошторола

Рәсәй коммунистар партияһы депутаттары төркөмө Дәүләт Думаһы ҡарамағына ,,Умартасылыҡ тураһында,, федераль закон проектын тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы документты быйыл яҙғы сессия тамамланғансы тикшерергә тейеш.  Риф Ғимәлетдин улы 20 йылдан ашыу тик умартасылыҡ менән шөғөлләнә....

11 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Өфөнөң 102-се башҡорт гимназияһында спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды

Унда хоккей, баскетбол, волейбол, мини-футбол уйнау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Бынан тыш, тренажерҙарҙа шөғөлләнергә мөмкин. Спорт комплексы бағыусылар иҫәбенә төҙөлгән. Инвестиция күләме 8 миллион һумдан ашыу.Кешеләр күберәк спорт менән шөғөлләнһен өсөн ҡала-ауылдарҙа төрлө майҙансыҡтар...

11 июня 2015

“Мин тормошто төшөрәм” республика рәсем бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Унда мәктәпкәсә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге балалар үҙҙәренең һүрәт төшөрөү һәләтен һынаны. Бәйге өсөнсө йыл рәттән  Башҡортостандың архитекторҙар берлеге, Арихитекторҙар йорто хеҙмәткәрҙәре  тарафынан ойошторола. Йәш рәссамдар һәм уларҙың етәкселәре  маҡтау ҡағыҙҙары,...

11 июня 2015

Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра. Башҡортостан баҫыуҙарында  тәүлек әйләнәһенә  ҡыҙыу эш бара. Төндә лә эш туҡтатмай. Дүртөйлө механизаторҙары кәзә үләнен йыйып алыуҙы тамамлай. Ҡуҙаҡлы культураны ун йыл рәттән бер үк майҙанда үҫтерә улар. Был...

11 июня 2015
Смотреть видео

Асҡын районында йәшәүселәр мобиль телефон камераһына торнадо барлыҡҡа килеү мәлен төшөрөп алған

Әммә ул  көс йыйып өлгөрә алмай  юҡҡа сыға.Быға тиклем беҙҙең яҡтарға хас булмаған был күренеште Саҡмағош районында йәшәүселәр төшөрөп интернет селтәренә һалғайны. Башҡортостанда торнадо 2014-се йылда төнъяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәргә ҙур зыян килтерҙе. Ике кеше һәләк булды. 

11 июня 2015

Салауат ҡалаһындағы дауалау-холоҡ төҙәтеү колонияһы ғәҙәттәге эш режимына күсте

Аңлатыу эштәренән һуң  хөкөм ителеүселәр ҡаршылыҡ акцияһын туҡтатты. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда 70-ләп кеше ҡатнашҡан. Хәҙер тәфтишселәргә уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп ғәйебен асыҡларға тура киләсәк. Бирелгән язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының матбуғат...

11 июня 2015

Йома көн, 12-се июндә Өфөләге Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторола

Ҡала көнөн билдәләү сиктәрендә үтәсәк был сауҙа байрамында республиканың ҡулланыусылар йәмғиәте предприятиеларының, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, фермерҙар һәм Шишмә, Благовар, Әлшәй, Асҡын һәм башҡа райондарҙан йүнселдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да асыла....

11 июня 2015

12-се июндә Рәсәй көнөн билдәләү һәм артабанғы ял көндәре сәбәпле пенсия һәм социаль түләүҙәр махсус тәртип буйынса таратыла

Түләүҙәрҙе почта элемтәһе аша алыусыларға был хаҡта май айындағы квитанцияларында уҡ хәбәр ителгән. Таратыу ваҡыты айҙың 11-нән 14-нә тиклемге осорға тура килгәндәр аҡсаларын көнэлгәре аласаҡ. Кредит ойошмаларына тейешле сумма шулай уҡ бер көн алдан, 11-се июндә күсерелергә тейеш.

11 июня 2015
Смотреть видео

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә өр яңы ҡунаҡхана һәм ресторандар асылып халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде

Бөгөн башҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Сит илдән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыу һәм хеҙмәтләндереү саммиттың эшлекле өлөшөн тейешле кимәлдә ойоштороу кеүек үк яуаплы бурыс. Был йәһәттән тәү сиратта алсаҡ администраторҙар, көләс...

11 июня 2015
Смотреть видео

Республика башлығы беҙҙең телеканалға эксклюзив интервью бирҙе

Унда һүҙ, нигеҙҙә, ШОС һәм Брикс самиттарына әҙерлек тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, саммиттар ваҡытында ШОС ойошмаһына ингән илдәрҙең етәкселәре тарихи-документ- Өфө декларацияһына ҡул ҡуясаҡ. 

10 июня 2015

Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра.Башҡортостан баҫыуҙарында  тәүлек әйләнәһенә  ҡыҙыу эш бара. Яҙғы сәсеү тамамланыу менән хужалыҡтар  мал аҙығын әҙерләүгә тотондо. Һауа торошо тотороҡло булған осорҙа етерлек силос һалып  өлгөрөргә...

10 июня 2015

Быйыл Башҡортостанда 700 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеге тикшереләсәк

Бының өсөн 93 учреждение һайлап алынған. Шулай уҡ 32  күсмә медицина бригадалары һәм 13 медицина комплекстары ла эшләйәсәк. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге этапта  диспансерлаштырыу үткән 320 мең кешенең 30 процентында йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин...

10 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттары һәм тағы ла ете ил Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереүе ихтимал. Был турала Американың финанстар министры Джейкоб Лью белдергән. Барак Обама һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡораллы көстәре Украинаның мөстәҡиллегенә янай. Мәскәү был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм Украина биләмәһендә...

10 июня 2015

Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ

Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға...

10 июня 2015
Смотреть видео

Мысырҙа бәләгә тарыған Башҡортостан сәйәхәтсеһен Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар

Шәрем әл Шәйехтәге ҡунаҡханаларҙың береһе балконынан ҡолап төшкән ир кеше тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәләгә тарыған юлсыны күсереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының айырым самолеты талап ителә. Марина Харина хәҙер икенсе аҙна дарыуҙар ярҙамында ғына йәшәй. Уның тормош иптәше, 27 йәшлек...

10 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә Конгресс холл бинаһы янында күнекмәләр үтте

Ут Ағиҙел йылғаһынан алынған һыу ярҙамында һүндерелә. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы үткәргән күнекмә сценарийы. Конгресс холл бинаһы янына тиҙ арала янғын һүндереү машиналары ла килеп етте. Күнекмәләрҙең шарты буйынса бинаның аҫҡы ҡатында янғын сыҡҡан....

10 июня 2015

Башҡортостанда янғындар һаны арта

Бер тәүлектә республика биләмәләрендә туғыҙ урында ут  сыҡҡан. Фажиғәләргә балалар ҙа сәбәпсе. Краснокама районындағы Яңы Ҡайынлыҡ ауылында, мәҫәлән, дүрт малай һарайҙа шырпы менән уйнаған саҡта, осҡон бесәнгә төшә. Һөҙөмтәлә, ҡураға зыян килә. Ишембай районы Иҫәкәй ауылында мәҙәниәт йортона...

10 июня 2015

Киләһе аҙнала Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай

Унда быйыл Республика башлығы етәкселегендә Башҡортостандандан да ҙур делегация барасаҡ. Форумда ҡатнашыу донъяның эшлекле даирәләре менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә. Унда Башҡортостандың экспозицияһы ла ҡуйыласаҡ. Ҡунаҡтар республиканың инвестиция ҡеүәте, ошо өлкәләге...

10 июня 2015
Смотреть видео

Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына әҙер

Баш ҡала ил етәкселәренән тыш, бизнес вәкилдәрен дә ҡабул итәсәк. Уларҙы урынлаштырыу өсөн Өфөлә 7 ҡунаҡхана файҙаланыуға тапшырылды. Ҡунаҡханаларҙың береһе бөгөн асылды. 5 йондоҙло Шератон отеле менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Шератон ҡунаҡһанаһы 9 ҡаттан тора. Уңайлы булһын...

10 июня 2015
Смотреть видео

18-21-се июндә Салауат районында ,,Көйҙөрөлгән хаттар,, тип исемләнгән хәрби-патриотик йыр фестивале ойошторола.

 Халыҡ-ара кимәлдә иғлан ителгән был киң сара быйыл дүртенсе тапҡыр үтә һәм ойоштороусылар тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Хәрби-патриотик йыр фестиваленең маҡсаты - автор йырҙарын тыңлап, йырсыларҙың башҡарыу һәләтен баһалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Дуҫтар менән аралашыу, хәтирәләр...

9 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда агротуризм үҫеше

Башҡортостанда үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Тәбиғи һәм рекреацион шарттарҙың булыуы халыҡтың ялын ойоштороу һәм туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә...

9 июня 2015
Смотреть видео

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Рәсәй трейдерҙары донъя баҙарында иран нефтен һатасаҡ. Ҡара алтын һатыуҙан килгән аҡсаға Иран рәсәй тауарҙарын һатып алырға ниәтләй. Хәбәр ителеүенсә, сауҙанан  беҙҙең ил табышы әллә ни ҙур булмаясаҡ, әммә сәйәси яҡтан уның әһәмиәте баһалап бөтөп булмай ти белгестәр. Киев Донецк халыҡ...

9 июня 2015
Смотреть видео

Беҙҙең яңылыҡтарҙы хәҙер Рәсәй-Башҡортостан телеканалының интернет селтәрендәге яңыртылған сайтында ҡарарға мөмкин

Шулай итеп Рәсәй-Башҡортостан телеканалының яңы сайты менән бөгөндән таныша алаһығыҙ. Унда хәҙер мәғлүмәт тә күбрәк, биҙәлеше лә заманса. Ошонда уҡ тиҙҙән Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән танышырға  мөмкин.  

9 июня 2015

Май айында инфляция кимәле

Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса май айында республикала инфляция кимәле 100,2 процентҡа тиңләшкән. Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда был 0,2-гә кәмерәк. Үткән йылдың ошо арауығындағы күрһәткестәргә ҡарағанда иһә хаҡтар Башҡортостанда 14,7, Рәсәйҙә 15,8  процентҡа артҡан. Ҡайһы бер...

9 июня 2015
Смотреть видео

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы ысул ҡуллана башланы

 Ортокератология терапияһы күреү һәләтен 100 процентҡа яҡшырта, ти табиптар. Төн эсендә күреү һәләтен ҡайтарыу.  Хәҙер Өфө  күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары был хыялды тормошҡа ашыра. Һүҙ ортокерратологик линзалар хаҡында. Насар күреүселәр был ысул ярҙамында көн...

9 июня 2015

Ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр

Башҡортостандың транспорт буйынса дәүләт комитеты 11-се июндән 15-нә тиклем ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр тураһында хәбәр итә.  11-се июндә электр поездары йома көн йөрөшө тәртибендә, 12-13-ндә –шәмбе, 14-ндә – йәкшәмбе, 15-се июндә дүшәмбе көн тәртибендә йөрөй.

9 июня 2015
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика