Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостан депутаттары яҙғы сессия ваҡытында 90-дан ашыу закон ҡабул иткән. Бынан тыш, 3 ултырыш, 13 түңәрәк өҫтәл ойошторолған һәм төрлө министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренең 30-ҙан ашыу доклады тыңланған.

Ошо турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Яҙын парламентарийҙар Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып китеүселәргә язаны ҡәтғиләштерҙе. Унда газондар һәм йәшелләндерелгән биләмәләрҙең аныҡ төшөнсәләре, муниципалитеттарҙың газондарҙы тәртипкә килтереү яуаплылығы билдәләнгән. Ҡанунды үтәмәүсе граждандарға 1 меңдән ике меңгәсә, вазифа биләгәндәргә 5 меңдән 10 меңгәсә, юридик шәхестәргә 20 меңдән 30 меңгәсә штраф һалына. Закон һөҙөмтә бирмәй ҡалманы. Ике ай эсендә граждандар 14 миллион һумдан ашыу штраф түләгән. Был аҡса йорт ихаталарын төҙөкләндереү өсөн китәсәк. Шулай уҡ, депутаттар балалар баҡсаһына компенсацияны бөтә ғаиләләргә лә бирергә тигән ҡанунды яңынан ҡарап раҫланы. Уға ярашлы, беренсе балаға 20, икенсеһе өсөн 50, өсөнсөһө өсөн 70 процент ташлама билдәләнә. Бер-нисә йыл элек компенсацияны бөтөргәйнеләр. Республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән хәҙер байрамдар алкоголле эсемлекһеҙ үтә. Һабантуйҙарҙа, Йәштәр көнөндә, Һуңғы ҡыңғырау һәм Белем көнөндә спиртлы продукция һатылмай. Башҡортостан закон сығарыусылары был законды ла тиҙ арала ғәмәлгә ашырҙы. Быйылдан урмандарҙа ауған ҡоро ағасты алырға мөмкин, сикләү юҡ. Әммә дилянкаға инергә һәм янғын хәүефе режимы ваҡытында ярамай. Шулай уҡ, ҡоро ағастың ботаҡтары менән олонон да алырға була. Сөнки улар янғын хәүефе тыуҙыра. Урманға балта, бысҡы,  хатта бензин менән эшләгән бысҡы ла алып барырға мөмкин. Башҡортостандан сыҡҡан башланғысты федераль кимәлдә ҡабул иттеләр, ә февралдә беҙҙең депутаттар ҙа законға төҙәтмәләр индерҙе. Әйткәндәй, 2016-сы йылдан алып Башҡортостан парламентарийҙарының 11 башланғысы федераль кимәлдә яҡлау тапҡан һәм законға әйләнгән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙең башҡа закон сығарыу органдары араһында беренсе урынға сыҡты. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ағзалары даими рәүештә башҡа төбәк депутаттары менән осраша һәм закондар сығарыу өлкәһен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Бынан тыш, “Ғәҙел эштәр” проекты сиктәрендә муниципалитеттарға яҙрам күрһәтә. Мәҫәлән, ауылдар, паркттар төҙөкләндерелә, учреждениеларға электр һәм йылытыу ҡоролмалары алына, газ һәм һыу үткәрелә, балалар майҙансыҡтары тәртипкә килтерелә. Һайлаусыларҙың наказдары буйынса, былтыр 1 мең, быйыл 1 мең 200 ошондай эш атҡарылған. Был маҡсатта быйыл 260 миллион һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Депутаттар йәйге ялға сыҡты. Әммә, көҙгө сессияла закондар сығарыу өлкәһендә бихисап эш көтөлә, тине Константин Толкачев. Уларҙың ҡайһы берҙәре Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Сигарет урлап тотолған | ГТРК «Башкортостан»

Сигарет урлап тотолған

Өфө полицияһы баш ҡала  магазиндарының береһендә электрон сигарет урлаған 34 йәшлек ирҙе эҙләп тапты.  Был кеше элек хөкөм ителгән була. Енәйәт ҡылыу мәле универсам эсендә торған видеокүҙәтеү камераһы обьективына  эләгә. Был хәл кисә булған. Эске эштәр министрлығынан хәбәр...

20 сентября 2019
“Театр төнө” дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

“Театр төнө” дуҫтарын йыя

Бөгөн Башҡортостан театрҙарында һәр йыл һайын ойошторола килгән “Театр төнө” мәҙәни акцияһы үтә. Унда һөнәри һәм һәүәҫкәр коллективтар ҡатнаша. Тамашасылар сәхнә перфоманстарын ҡарай аласаҡ, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре биреләсәк, балаларға анимацион программалар күрһәтеләсәк.  Теләгәндәргә...

20 сентября 2019
Смотреть видео Балыҡ тигәнең мал булған | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ тигәнең мал булған

Өфөлә йәшәүсе балыҡсы ҡолонҡайҙы ҡотҡарып алыҡ ҡармаҡларға йүнәлгән егет Ҡариҙел йылғаһында бата яҙған ҡолонҡайҙы ҡотҡара. Тәүҙә уны мышы балаһы менән бутай. Ваҡиғаны видеоға төшөрөп социаль селтәргә һала, бөтә кешеләр ҡолонҡайҙың яҙмышы өсөн борсола башлай, ниһайәт ҡотҡарыусы ҡолондоң хужаһын...

20 сентября 2019
Смотреть видео Республика дауыл эҙемтәләрен барлай | ГТРК «Башкортостан»

Республика дауыл эҙемтәләрен барлай

Үткән тәүлектә бер нсә районда көслө ел сыҡты.  Өфөлә бер нисә урамда ағастар һәм реклама тҡталары йығылыу һөҙөмтәһендә автомобилдәр зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яңынан-яңы осраҡтар тураһында хәбәрҙәр килә. Дауыл Урал аръяғы райондарында ла ҡоторған. Баймаҡта ихата эсендәге...

20 сентября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров – Башҡортостан башлығы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров – Башҡортостан башлығы

Ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисадына. Яңы тарихи арауыҡҡа аяҡ баҫҡан республиканың башлығы вазифаһын үтәй башлаған Радий Хәбиров Башҡортостан киләһе биш йылда Рәсәйҙә алдынғы биш төбәк иҫәбендә буласаҡ, тигән етди маҡсат ҡуйҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһына саҡырылғандар тантанаға бер сәғәт...

20 сентября 2019
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” – көн үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” – көн үҙәгендә

“Башҡортостан”  Дәүләт телерадиоташырыуҙар компанияһының “Рәсәй” Медиа үҙәгендә  уҙасаҡ матбуғат конференцияһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының үтәлешен ҡараясаҡтар. Телмәрселәр –БР Дәүләт төҙөлөшө рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов,  БР торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү Фондының...

20 сентября 2019
Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға  кальян һәм электрон сигареттарҙы һатыуҙы тыясаҡтар | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға кальян һәм электрон сигареттарҙы һатыуҙы тыясаҡтар

Парламенттың 26 cентябрь көнө үтәсәк  пленар ултырышында  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары  ошо мәсьәләне тикшерәсәк.  Яҡын киләсәктә Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә тәмәке тип табылмаған, йәғни составында тәмәке матдәләре булмаған тартыу әйберҙәрен һәм...

20 сентября 2019
Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре

Башҡортостанда кисә сыҡҡан көслө ел 96 ағасты йыҡты, ике тиҫтәнән ашыу торлаҡ йортҡа зыян килтерҙе. 9 автомобиль,  ике автобус туҡталышы, 19 реклама таҡтаһы зыян күрҙе.  Республиканың 18 ауылында  ҡаза  тарыған йорттарҙың дөйөм майҙаны 2074 квадрат метр тәшкил итә. Бынан тыш 158...

20 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан селекционерҙары яңы виноград сорттарын сығара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан селекционерҙары яңы виноград сорттарын сығара

 Татлы, әскелтем, һутлы, Кушнаренко селекция үҙәге белгестәре һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Башҡортостан винограды һалҡындарға бирешмәй, бында 90 йылдан ашыу һынау үткән емештәр ҙә бар. Татлы, үтә лә һутлы емеште нисек кенә яратып ашамайһың, ти Хәйретдиновтар. Хәҙер бер нисә йыл улар үҙ баҡсаһында...

19 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло таналар килтереү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло таналар килтереү дауам итә

Был юлы Даниянан голштин тоҡомло 245 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Сит илдән килтерелгән һәүкәштәрҙең барыһы ла айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән махсус тикшереүҙәр үтә. Таналар бер аҙна буйына юлда килде. Улар өсөн водителдәр яуаплы ине. Хәҙер малҡайҙар ҡурҡа-ҡурҡа яңы...

19 сентября 2019
Смотреть видео Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр? | ГТРК «Башкортостан»

Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр?

Өфөлә өс йөҙләгән ғаилә көн дә төҙөүселәр вәғәҙәһенә ышанып  йәшәргә мәжбүр. “Сомострой” ойошмаһына буласаҡ торлаҡ өсөн алдан уҡ аҡса тапшырған халыҡ хәҙер фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған.  Йылдар дауамында үҙ фатирҙары тупһаһына аяҡ баҫа алмаған халыҡ төҙөлөш майҙанына кәртә аша...

19 сентября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй

 Әммә материал ҡулланыуға яраҡлымы-юҡмы икәне лаборатория тикшереүен үткәс кенә билдәле буласаҡ. Александр һәм Людмила Никитиндар үҙҙәрен белә белгәне бирле ошо ауылда көн күрә. Яҙ етеү менән бер ҡайҙа ла сыға алмайынса тотҡонда тороп ҡала торғайныҡ, ти улар. Айбабаш ауылы менән ҡаланы Берҙән-...

19 сентября 2019
Көслө дауыл республикала 158 ауыл-ҡасабаларҙы утһыҙ ҡалдырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл республикала 158 ауыл-ҡасабаларҙы утһыҙ ҡалдырҙы

 Барлығы 36 600 кеше электр утһыҙ тороп ҡалды, тип хәбәр итә Төбәк электр утын бүлеү  компанияһы. Тәүге электр утын  һүндереүҙәр бөгөн 4сәғәт  49 минутта башланып, әле булһа дауам итә.

19 сентября 2019
Илһам ҡанаттарында | ГТРК «Башкортостан»

Илһам ҡанаттарында

Өфөлә “Спиваков тәҡдим итә...” фествале сиктәрендә  билдәле  испан скирпкасыһы, ун алты йәшлек Мария Дуэньяс сығыш яһаны. Рәсәйҙең филармоник оркестрына ҡушылып ул бөйөк  Мендельсон үлемһеҙ увертюраларын башҡарҙы. Был Марияның ғына түгел, ә бәлки һәр скрипка оҫтаһының да иң яратҡан...

19 сентября 2019
Көслө дауыл ҡупты Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл ҡупты Өфөлә

Бөгөн сыҡҡан көслө дауыл байтаҡ зыян яһап өлгөрҙө. Баш ҡалала, мәҫәлән, илленән ашыу граждан ярҙам һорап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратты. Улар автомобилдәргә ҡолап төшкән ағастар, йығылған ҡоймалар, йыртылған баннерҙар, өҙөлгән электр сымдары һәм башҡалар тураһында хәбәр итте. Өфө...

19 сентября 2019
Эсмә шарап, булма харап | ГТРК «Башкортостан»

Эсмә шарап, булма харап

Республикала алкоголизм  мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия асылды. Тәүге көндә генә лә ете тиҫтәнән ашыу телефон шылтырауы яңғыраны. Проектты тормошҡа ашырыу “Айыҡ ауыл” төбәк конкурсы сиктәрендә атҡарыла. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, шылтыратыусыларҙы тәү сиратта яҡындарының эсеүе борсой...

19 сентября 2019
“Башҡорт ихаталары” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡорт ихаталары”

Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат иткән республика программаһы шулай атала. Сара быйыл башланды, бөгөнгә иһә 55 обьектта төҙөкләндереү эштәре тамамланды, йәнә 338-ендә  аҙағына яҡынлаша. Быйыл республикала 400 самаһы йорт-ҡура, уларҙың ихаталарының ҡилбәт-күренеше ыңғай яҡҡа үҙгәрергә...

19 сентября 2019
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы  | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы Йортонда яңы етәксенең инаугурацияһы уҙҙы.  Тантаналы сара шау-шыуһыҙ һәм ҙур дәрәжәле ҡунаҡтарҙың артыҡ күп булмауы шарттарында  үтте. Радий Хәбировтың  төбәктең күп милләтле халҡы алдында ант биреүе уның үҙ вазифаларын атҡара башлауын аңлата.  Ҡанунға...

19 сентября 2019
Смотреть видео Һуңғы юлға сыҡты 4 юлаусы | ГТРК «Башкортостан»

Һуңғы юлға сыҡты 4 юлаусы

Кисә республика юлдарында  булған  юл-транспорт фажиғәләрендә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Тәүлек әйләнәһендә барлығы 12 осраҡ теркәлеп, ун дүрт кеше төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алды.  Юлдарҙа булып торған ҡазаның төп сәбәбе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға бәйле.

19 сентября 2019
Смотреть видео Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир | ГТРК «Башкортостан»

Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир

Башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө - уҡ менән һунарсылыҡ итеү тергеҙелә. Әммә йәнлектәр урынына уларҙың өс үлсәмле күсермә моделдәре ҡулланыла. Благовещенда уҡтан атыу буйынса 3Д турнир үтте. Бер атыуҙан сәпкә тейҙергән мәргән ҡыҙ кескәй сағынан уҡ ҡулына уҡ-һаҙаҡ тоторға яратҡан. Олатаһы эшләп...

18 сентября 2019
Смотреть видео Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Унда һынлы сәнғәттең ҡатмарлы, Башҡортостан халҡы өсөн таныш булмаған төрө – ҡайнар эмаль техникаһында башҡарылған паннолар, картиналар һәм  биҙәүес әйберҙәре урын алған. Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 36 эмальерҙың эштәре араһында республиканан тик 4 кенә оҫтаның исемен күрергә була. Улар Виталий...

18 сентября 2019
Смотреть видео «Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә | ГТРК «Башкортостан»

«Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә

Мостай Кәримдең «Айгөл иле» романтик драмаһы йәнә башҡала сәхнәһенә. Башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһен Өфөнөң Нур театры күрһәтәсәк. 8-ҙәр метрлы йөҙйәшәр имәндәр, ике актерҙар составына 50-гә яҡын яңы тегелгән костюм... Ижад миҙгеле әле асылмаған әммә коллектив ҡыҙыу эш...

18 сентября 2019
Смотреть видео “Йәшә, урман!” | ГТРК «Башкортостан»

“Йәшә, урман!”

Башҡортостан “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылды. Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күл янында урындағы халыҡ, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар 12 мең төп ағас ултыртты. Бишенсе класта белем алыусы Иван һәм Эмилия беренсегә...

18 сентября 2019
Яндекс.Метрика