Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде

Бөрө ҡалаһы йыл да июлдең һигеҙендә ғашиҡтарҙы үҙенең күркәм Сиркәү майҙанына саҡыра. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлап сувенир, шоколад, открытка кеүек бүләк биреү ғәҙәте юҡ. Был датаның төп йолаһы – көндө ғаиләң, яратҡан кешеләрең менән бергә үткәреү. Бүләктең иң ҡәҙерлеһе – ромашка гөлләмәһе. Рәсәйҙә борондан тап ошо сәскә мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе тип танылған.Сафлыҡ һәм мөхәббәт хыялын сағылдырған болон сәскәһе боронғо тарихы менән билдәле яңы байрамдың символы. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө илдә социаль-мәҙәни инициативалар Фонды президенты Светлана Медведева тәҡдиме менән  2008 йылдан үткәрелә. Тиҫтә йылдан ашыу арауыҡта ул Карелиянан Камчаткаға тиклем төрлө төбәктәрҙе биләп алды. Бапшҡортостанда был йолаға башланғысты Каринэ Хәбирова һала. Ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәре халыҡ йолалары нигеҙендә. Бөрөләге ҡала майҙанына Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре йыйылды. Халыҡ кәсептәре йәрминкәһенең төҫтәрендә лә ошо хәҡиҡәт сағыла. Илшат Исмәғилев Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы студенты. Көршәксе һөнәренә тәүгә ҡыҙыҡһынып тотонған. Наталья Кырчикова иһә туҡыусы кәсебен оҫта дәрәжәһенә тиклем үҙләштергән. Рәсәй төбәктәрендә үткән күргәҙмәләрҙә еңеүсе грамоталары менән маҡтана ала. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бөрө кәсепселәре күргәҙмәһе менән ҡыҙыҡһына. Боронғо кейем өлгөләре, халыҡ уйындары, ғаилә һөнәре төрҙәре. Ҡалала тарихи ваҡиғаларға реконстукция яһап күрһәтеү йолаһы бар. Бөрөләр дини йолаларҙы ла ҡәҙерләп һаҡлай. Ошо көндәрҙә Илаһи Троица соборында Православие сиркәүе изге тип таныған Петр менән Февронья изге һөйәктәренә табыныу мөмкинлеге бар. 12-13 быуаттарҙа Муром ҡалаһында хаким иткән Петр менән Февроньяның  мөхәббәт өлгөһө бөгөн ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә башланғыс бирә лә инде. Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон изгеләрҙең рухына доға ҡылып уларҙың тормошо тураһында хикәйәт итә. Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ ҡанундары өсөн быуаттар ҡамасау түгел. Был ҡиммәттәр әле лә көнүҙәк. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡты байрам менән тәбрикләп Бөрөнө Башҡортостандың  ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үҙәге булараҡ сәләмләй. Сәхнәлә сирек быуат һәм унан да ашыу татыу ғүмер итеп, ныҡлы ғаилә өлгөһө күрһәткән, балаларын йәмғиәттең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләгән парҙарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалдары тапшырыла. Республикала был наградаға быйыл 8 пар лайыҡ. “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнгән 5 ғаилә араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Вәсилә һәм Айрат Зариповтар ҙа бар. Уларҙың улы Ирек Зарипов дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы. Спорт карьераһында юғары дәрәжәләргә өлгәшергә уға ата-әсәһе һалған тәрбиә ярҙам иткән. Вәсилә Мостафа ҡыҙы менән Айрат Ғабдулхамат улы көслө рухлы, эшһөйәр һәм алсаҡ кешеләр. “Йыл ғаиләһе-2019” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүселәрҙе лә бүләкләү тантанаһынан һуң байрамды бай йөкмәткеле концерт программаһы дауам итте. Республиканың сәнғәт һәм мәҙәниәт оҫталары менән бергә сәхнәлә Рәсәйҙә өлгөлө тип танылған ғаиләләрҙең береһе, Виктория менән Антон Макарскийҙар сығыш яһаны. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаким иткән байрам республикала ғаилә ҡиммәтәрен нығытыусы, йәш быуында әхләки нигеҙҙәр тәрбиәләүсе, иман биреүсе, йыр-моңға солғап алыусы йәнә бер матур йола барлыҡҡа килтерҙе. Тимәк, халыҡтар берҙәмлеге менән төбәк үҫешенә тағы бер ышаныслы аҙым яһалды.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020