Хаталанырға хоҡуғы бар

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары хәүефле һөнәр эйәләре өсөн виртуаль тренажерҙар эшләй. Хәҙер белгестәр уйын формаһында оҫталыҡ тупларға һәм яңы алымдарға өйрәнә ала. Руслан Миһранов комьютер алдында ғына ултырһа ла, уйҙары менән нефть ятҡылығында йөрөй. Уға һауа өлгөһөн алып, үлсәргә һәм һөҙөмтәне журналға теркәп ҡуйырға кәрәк. Артабан уның алдында ҡатмарлыраҡ бурыс тора – нефть вышкаһындағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, уларҙы юҡ итеү.  Руслан нефтсе түгел, ул ошо программаны эшләүсе. Заказды тапшырғансы, программистар уны тәүҙә үҙҙәре һынап ҡарай. Был проект яңы ғына эшкә килгән нефтселәргә оҫталыҡ туплау өсөн тәғәйенләнгән. Ошолай уйын формаһында яңы алымдарға өйрәнеүе күпкә еңелерәк һәм хәүефһеҙерәк. Сөнки виртуаль донъяла хаталанырға була,  ә ысынбарлыҡта бер генә лә яңылыш хәрәкәт тә кеше ғүмеренә торошло. Шуға ошо һынауҙы үткәс кенә, йәш белгестәр эшкә рөхсәт ала.  Программаны эшләгәндә предмет йәки объекттарҙың фотолары цифралы 3Д форматҡа күсерелә һәм хәрәкәткә килтерелә.Ҡушымталағы персонаждар ысынбарлыҡтан алына. Бының өсөн ошондай 3Д сканер ҡулланыла. Ҡоролманы кешегә йүнәлтеп уратып сығаһың, ә был ваҡытта компьютерза уның һыны барлыҡҡа килә. Был беҙҙең операторыбыҙ Азамат Әхмәҙишин.  Аҙаҡ ошо күсермә моделенән компьютер геройы эшләнә.  Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары янғын һүндереүселәр өсөн тәғәйенләнгән яңы программа өҫтөндә эшләй.Махсус күҙлек кейеп кенә кеше виртуаль ысынбарлыҡҡа сума. Уға экранда яҙылған кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоп, хәрәкәттәрҙе ҡабатларға ғына кәрәк. Уйын аша мәғлүмәт нығыраҡ иҫтә ҡала икәне күптән иҫбатланған. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа виртуаль тренажерға ихтыяж ҙур. Ул төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла: пилоттарҙан башлап, поезд  машинистарына тиклем тәүҙә ошондай ҡушымтала  шөғөлләнә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә транспорт академияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә транспорт академияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙы яңы йыл осоронда байрам итергә түгел,ә эшләргә саҡыра. Етәкселек халыҡ араһында булырға тейеш, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы. Бынан тыш, Раштыуа кникулдары осоронда барлыҡ – музей һәм театрҙар айырым график буйынса эшләйәсәк. Башҡортостан киләһе...

24 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә Шорт-трек үҙәге асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шорт-трек үҙәге асылды

Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы янында тантаналы рәүештә Шорт-трек үҙәге асылды. Был спорт төрө менән мауығыусылар хәҙер яңы, иркен, матур боҙ һарайында шөғөлләнә ала. Киләсәктә халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнашырға бурыс ҡуйған йәш спортсылар. Үҙәктә тағы ниндәй уңайлыҡтар бар? Аҙнаһына алты көн, ә...

20 декабря 2019
Смотреть видео Кремль шыршыһына кем бара? | ГТРК «Башкортостан»

Кремль шыршыһына кем бара?

Яңы йыл байрамдарының яҡынлашыуын түҙемһеҙләнеп көткәндә ҡайһы берәүҙәр өсөн декабрь айы икеләтә  тулҡынландырғыс. Илдең төп шыршы байрамына йыйыныусылар тураһында һүҙебеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң алдынғы үҫмерҙәр һәм балалар Кремль һарайына йыйыла. Был уңайҙан быйыл ...

20 декабря 2019
Смотреть видео Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020 | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторола. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт...

20 декабря 2019
Смотреть видео Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие | ГТРК «Башкортостан»

Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие

2020 йылда Башҡортостан өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә пособие түләүгә сығымдарҙы берлектә финанслау өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ. Федераль аҡса бүленәсәк төбәктәр исемлегендә 75 субъект бар.  Уларҙа тыуымдың дөйөм коэффициенты күрһәткесе 2-нән артмай, халыҡтың тәбиғи һәм...

20 декабря 2019
Смотреть видео Ҡыш бабайҙан телевизор | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш бабайҙан телевизор

 Яңы йыл байрамы уңайынан Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тоғро телевизор ҡараусылары өсөн ҙур конкурс иғлан итте. “Яҡшы һәм изге хәбәр” тип аталған конкурсҡа теләгән һәр кем 2019-сы йылда булған изге эштәре, маҡсаттары менән уртаҡлаша ала. Акцияның беренсе ҡатнашыусылары...

20 декабря 2019
Смотреть видео Яңы йылда һауа тороно нисек буласаҡ? | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылда һауа тороно нисек буласаҡ?

Синоптиктар 2020 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем һауа торошона бәйле мәғлүмәтте иғлан итте. Яңы йыл каникулдарында һалҡындар көтөлмәй. Яңы йылдың беренсе көнө аяҙ, яуым-төшөмһөҙ, һауа температураһы көндөҙ 8, 10 градус, төндә 14, 16 градлус һалҡын булыр тип көтөлә. 1 ғинуарҙа көслө ел фаразлана. 2-5...

20 декабря 2019
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, шартлатҡыс | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, шартлатҡыс

Фейерверк яңы йыл байрамының төп уйынсығына әйләнә бара. Бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре иһә күңелһеҙ статистикаға күҙ һалырға, пиротехника алыр алдынан йөҙ тапҡыр уйланырға саҡыра. Шартлатҡыстар һатып алғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышыу төп...

20 декабря 2019
Смотреть видео Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә

Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн киләһе аҙнанан ҡотҡарыусылар көсәйтелгән эш режимына күсерелә. Унынсы ғинуарға тиклем 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр тәүлек әйләнәһенә дежурға сығасаҡ.  Былтыр, мәҫәлән, республикала раштыуа каникулдары осоронда республикала 22  кеше утта янып һәләк...

20 декабря 2019
Смотреть видео “Ҡоро закон” раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡоро закон” раҫланды

 Халыҡта иҫерткес эсемлектәрҙе тыйыу һәм байрамда күмәк ял сараларын ойоштороу. Быйылғы һуңғы ултырышында Республика парламенты ҡоро законды раҫланы. Сикләүҙең ыңғай һәм кире яҡтары бәхәс кимәленә барып етмәне. Иҫерткес эсемлектәргә сикләү индереп беҙ кешеләрҙең яңы йыл байрамында тәртип...

20 декабря 2019
Яндекс.Метрика