Балалар - балаларға

Владимир Спиваков фондының  мәрхәмәтлек проекты менән йәш музыканттар Өфөнөң 17-се дауаханаһындағы тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны. Аяҡ-ҡулдарын йәрәхәтләп, йәйге ялдарҙан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн улар төрлө музыка ҡоралдарында классик, халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, йырҙар йырланы. Варвара Никулина уйнаған был көй — Франц Шуберттың билдәле әҫәрҙәренең береһе. Йәш музыканттар кескәй тамашасыһы өсөн  тағы ла әллә күпме музыкаль бүләктәр менән килгән. Серле ноталарҙан дуҫтарының яралары шәберәк төҙәлһен — был уларҙың төп маҡсаты. Балалайка көйөнә күптән һикереп төшөп китер ине лә бит бәләкәстәр, гипс ҡына сикләй. Ә бына ихласлап сәпәкәй итеү өсөн  бер ни ҙә  ҡамасауламай.  Сығыш яһаусыларҙы балалары өсөн дә, үҙҙәренә лә тамаша хуш килгәнлектән,  атай-әсәйҙәр ихлас алҡышлай. Йәй айҙарын үҙҙәренең ялына түгел, ә изге эшкә бағышлаған музыканттар лайыҡ бындай ҡеүәтләүҙәргә. Һәр кем күңеле менән музыкант, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Үҙенсәлекле тамашасылар ҙа күкрәге эсендә  моң йөрөтә. Ошо бәләкәй генә күңелдәргә матурлыҡ  ни тиклем күберәк һалынһа, моңо ла көслөрәк, рухы ла сәләмәтлерәк була.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү өлкәһендәге бер ҡалала кәмә моторҙарын ремонтлау сервисы һәм мотоциклдар һатыу салоны янып киткән. 700 квадрат метрҙа утты һүндереүҙә 64 кеше, 19 берәмек техника ҡатнашҡан. Сочи ҡалаһында полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре йылға ағыҙып алып киткән 4 йәшлек ҡыҙҙы эҙләй. Уның әсәһе икенсе...

6 августа 2018
Смотреть видео Республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта

Бөгөндән 8-се августҡа тиклем республиканың көньяғында янғын сығыу хәүефе арта.  Әлегә Бөрйән урмансылығы биләмәһендә бер ут сығыу осрағы теркәлгән. Ут 3 гектар самаһы майҙанды ялмап алған. Урында 10 берәмек махсус техника һәм ике тиҫтәгә яҡын янғын һүндереүсе эшләй. Янғын сығыу сәбәптәре...

6 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә ҡышҡылыҡҡа етди әҙерлек бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡышҡылыҡҡа етди әҙерлек бара

Быйыл апрель айында Пархоменко урамы юлы машиналар өсөн яртылаш ябылып, унда ремонт эштәре башланғайны. Эшселәр төп канализация-насос станцияһынан сыҡҡан  торбаларҙы алыштырыуға тотондо. Тимер торбалар 1987-се йылда һалынған. Яңылары полиэтилен материалдан. Ҡаланың канализация торбалары...

6 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә бөгөн кисәге ямғыр эҙемтәләрен бөтөрәләр

Ярты сәғәт эсендә тиерлек башҡала урамдарын һыу баҫты. Айырым урындарҙа хатта автомобиль хәрәкәте лә туҡтаны. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер биналарҙы ла һыу баҫҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы кешеләр эвакуацияланманы, йәрәхәтләнеүселәр юҡ, тип хәбәр итә. Йәшәйеште тәьмин итеү объекттарында...

6 августа 2018
Смотреть видео Красноярск крайында бөгөн матәм көнө | ГТРК «Башкортостан»

Красноярск крайында бөгөн матәм көнө

Авиафажиғәлә 18 кеше һәләк булды.  Улар араһында Башҡортостандан 7 ватандашыбыҙ бар. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә ҡушты.  Башҡортостандан Себергә йөрөп эшләүселәр менән...

6 августа 2018
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпергә емерелеү хәүефе янай | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпергә емерелеү хәүефе янай

Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Өфө-Белорет-Магнитогорск трассаһында. Күперҙең ҡап уртаһында үтәнән-үтә тишек барлыҡҡа килгән. Унда асфальт менән бергә бетон япмаһы ла ҡубып төшкән. Ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янаһа ла, урындағы халыҡҡа ауыл менән ҡаланы бәйләүсе берҙән-бер юл аша йөрөргә тура килә....

3 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Израиль Газа секторына яғыулыҡ һатыуҙы туҡтатырға ҡарар иткән. Был сик буйындағы һуғышҡа һәм ут төртөү өсөн ҡулланылған шарҙар осороуға бәйле. Франция президенты бөгөн Бөйөк Британия етәксеһе менән осраша. Брекситтан һуң  Тереза Мэй Европа берлегенең иҡтисади даирәһендә ҡалырға ниәтләй....

3 августа 2018
Смотреть видео Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Күгәрсен районы агросәнәғәт комплексы предприятияларының береһендә 5 йәш белгес эш башланы. Уларҙың барыһы ла дәүләт ярҙамы күрһәтеү программы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алған. Марсель Талипов был хужалыҡта 3 йылдан ашыу эшләй. Ауылда эшләүҙең ауыр икәнен яҡшы белһәмдә, был һөнәрҙе...

3 августа 2018
Смотреть видео Иң яҡшы ун комбайнсыға автомобилдәр бүләк ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Иң яҡшы ун комбайнсыға автомобилдәр бүләк ителәсәк

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.  Үҫтерелгән уңышты йыйып алыуҙа  юғары күрһәткестәргә ирешеүселәргә Шевроле машиналары тапшырыласаҡ. Уларҙы һатып алыуға 8 миллион һум аҡса бүленгән. Иң яҡшы комбайнсылар октябрь аҙаҡтарында билдәләнәсәк. Уңыш батырҙарын автомобилдәр...

3 августа 2018
Смотреть видео Республикала мелиорация эшенә хужалыҡтар өҫтәмә ярҙам алыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала мелиорация эшенә хужалыҡтар өҫтәмә ярҙам алыуы ихтимал

Рөстәм Хәмитов бөгөн Бүздәк районына эш сәфәре барышында хужалыҡтарҙың береһендә һуғарыу системаһын ҡарағандан һуң бындай эште киң йәйелдерергә саҡырҙы. Рөстәм Зәки улы бер-нисә социаль объект эшмәкәрлеге менән дә танышты. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

3 августа 2018
Яндекс.Метрика