Балалар - балаларға

Владимир Спиваков фондының  мәрхәмәтлек проекты менән йәш музыканттар Өфөнөң 17-се дауаханаһындағы тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны. Аяҡ-ҡулдарын йәрәхәтләп, йәйге ялдарҙан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн улар төрлө музыка ҡоралдарында классик, халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, йырҙар йырланы. Варвара Никулина уйнаған был көй — Франц Шуберттың билдәле әҫәрҙәренең береһе. Йәш музыканттар кескәй тамашасыһы өсөн  тағы ла әллә күпме музыкаль бүләктәр менән килгән. Серле ноталарҙан дуҫтарының яралары шәберәк төҙәлһен — был уларҙың төп маҡсаты. Балалайка көйөнә күптән һикереп төшөп китер ине лә бит бәләкәстәр, гипс ҡына сикләй. Ә бына ихласлап сәпәкәй итеү өсөн  бер ни ҙә  ҡамасауламай.  Сығыш яһаусыларҙы балалары өсөн дә, үҙҙәренә лә тамаша хуш килгәнлектән,  атай-әсәйҙәр ихлас алҡышлай. Йәй айҙарын үҙҙәренең ялына түгел, ә изге эшкә бағышлаған музыканттар лайыҡ бындай ҡеүәтләүҙәргә. Һәр кем күңеле менән музыкант, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Үҙенсәлекле тамашасылар ҙа күкрәге эсендә  моң йөрөтә. Ошо бәләкәй генә күңелдәргә матурлыҡ  ни тиклем күберәк һалынһа, моңо ла көслөрәк, рухы ла сәләмәтлерәк була.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тыуған төйәк мәҙәниәте | ГТРК «Башкортостан»

Тыуған төйәк мәҙәниәте

Ишембай районы Көҙән ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды. Көҙән ауылын район кимәлендә танытҡан коллективтар хәҙер сығыштарға зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләрҙә әҙерләнә, сәхнәгә өр-яңы костюмдарҙа сыға, йыр-бейеүҙәрҙе башҡарғанда заманса тауыш йыһаздарын файҙалана. Бында барыһы 10...

7 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙер

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәтенең видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда төбәктәрҙең йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, яғыулыҡ запасатары, энергетика объекттарының төҙөклөгө баһаланды. Хөкүмәт вице-премьеры Виталий Мутко билдәләүенсә, 2019 йылда торлаҡ-...

7 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөйөк Британия һалым түләүселәрҙең 200 миллион евроһын террорсылар менән бәйле төркөмсәләргә ярҙам итеүгә йүнәлткән. Был турала лордтар палатаһы ағзаһы Каролина Кокс белдергән. Рәсәйҙең һәм Сүриәнең экстремистарға ҡаршы көрәшен дөрөҫ тип баһалағас, сәйәсмәндәр һәм киң мәғлүмәт саралары тәнҡит менән...

7 ноября 2018
Смотреть видео 2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә | ГТРК «Башкортостан»

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә

Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт та...

7 ноября 2018
Смотреть видео 23 йәшлек ҡыҙҙы көсләүгә бәйле яңы мәғлүмәттәр | ГТРК «Башкортостан»

23 йәшлек ҡыҙҙы көсләүгә бәйле яңы мәғлүмәттәр

Өфө полицияһында эшләгән һәм мине полицияла юғары вазифа биләгән өс кеше көсләне тип белдергән ҡыҙ был ваҡытта иҫерек булған.  Ул хатта кисен нимә булғанын да хәтерләй алмаған. Был турала бөгөн республиканың тәфтиш органына һылтанып РИА новости агентлығы хәбәр итте. Октябрь аҙаҡтарында 23...

7 ноября 2018
Смотреть видео Ханты-Мансы автономиялы округында күпер емерелгән | ГТРК «Башкортостан»

Ханты-Мансы автономиялы округында күпер емерелгән

Ханты-Мансы автономиялы округында күпер емерелгәндә Башҡортостан кешеһе йәрәхәтләнгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Горная йылғаһы аша һалынған иҫке күперҙе һүткәндә ул емерелеп төшә. Ете кеше йәрәхәтләнгән.

7 ноября 2018
Смотреть видео  Ҡоралланған, етмәһә иҫерек | ГТРК «Башкортостан»

Ҡоралланған, етмәһә иҫерек

Өфөлә төнгө уҙыш иҫерек водителдән граната тартып алыу менән тамамланды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре БМВ водителенә туҡтарға ҡуша әммә ул газға баҫып ҡаса башлай. Өфөлә боевик төшөрәләрме ни. Инспекторҙар сит ил машинаһын баҫтыра. Тәүмәғлүмәттәр буйынса, иҫерек...

7 ноября 2018
Смотреть видео Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй. Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында...

6 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дуҫтары булмаған, дәрестән һуң өйҙә компьютер артында ултырыуҙы хуп күргән. Архангельскийҙа Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығында террор ғәмәле ойошторған 17 йәшлек егеттең өләсәһе киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһында ейәненең бик ябыҡ булыуы тураһында белдергән. Рәсәй тәфтиш...

6 ноября 2018
Смотреть видео Халыҡ риза түгел | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ риза түгел

Өфө ҡалаһының Менделеев урамында йәшәүселәр коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен сәбәпһеҙ аҡса йыйыуҙа ғәйепләй. Күп ҡатлы йорттарҙың береһендә көн итеүселәр коммуналь хужалыҡ өсөн түләнә торған квитанцияла тик торғандан тағы ла бер пункт барлыҡҡа килгәнгә зарлана.  44 йыл ғүмерен ошо өйҙә...

6 ноября 2018
Яндекс.Метрика