Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Константин Вавилов 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатылды. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең нисек алдарға маташыуын һәм хөкөмдән ҡасырға тырышыуын да асыҡлаған. Сөнки, үлер алдынан ҡыҙ барыһын да һөйләп бирә. Ике кеше ғүмерен ҡыйған был кешегә тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Константин Вавилов үҙен бер нәмә лә булмағандай тота. Ғәйепләнеүсе хәбәрселәр менән дә аралашырға теләмәне. Вавиловты ҡулға алған ваҡытта барыһын да үҙе һөйләп бирә. Был кадрҙарҙа ул бер мең һумға фатирын ҡуртымға алған ғашиҡтарҙы яндырыуы тураһында ентекләп бәйән итә. Йәш пар аш-һыу бүлмәһенә ингәс, ир ишеген диван менән терәтеп, бензин түгеп сыға һәм ут төртә. Енәйәтсе йәштәргә бөтөнләй мөмкинлек ҡалдырмай. Фатир беренсе ҡатта урынлашҡан булһа ла, тәҙрәлә тимер рәшәткәләр ҡуйылған. Шуға күрә ғашиҡтар ут ҡамауында ҡала.  Әммә, күпмелер ваҡыттан енәйәтсе тәүҙә һөйләгәндәренән баш тарта һәм уның башында яңы мәкерле уй тыуа. Йәнәһе ул магазинға сығып китә һәм янғын нисек сыҡҡанын белмәй. Үлер алдынан ҡыҙҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә кем ут тоҡандырғанын һөйләгәнен Вавилов белмәгән була. Был видео беренсе тапҡыр күрһәтелә. Тәненең 40 проценты янған һәм яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған пациент көс-хәл менән хоҡуҡ һаҡсыларының һорауҙарына яуап бирә. Уға шәфҡәт туташы ярҙам итә. Ҡыҙ был ҡурҡыныс енәйәттең ни өсөн ҡылынғанын да әйтеп өлгөрә. Яратҡан кешеһенең янғын урынында һәләк булғанын белмәйенсә ҡыҙ үҙе лә бер-нисә көндән йән бирә. Суд барышында Вавиловтың башында, ҡотолоу өсөн, тағы ла бер уй барлыҡҡа килә. Йәнәһе, магазинға китеп барғанда уны атаһының танышы күрә. Ир быны мотлаҡ дәлилләр ине, әммә, ул баҡыйлыҡҡа күскән һәм судҡа килә алмай. Бынан һуң прокуратура вәкиле Ильяс Миңлеғәлиев тағы ла бер тикшереү уҙғара һәм енәйәтсенең алдауы асыҡлана. Ике кешене йәлләмәйенсә һәм яндырып үлтергәне өсөн суд Константин Вавиловты 16 йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә быға тиклем урлашҡаны өсөн ул шартлы хөкөм ителгән булған һәм быны иҫәпкә алып енәйәтсе 17 йылға төрмәгә ябылды. Тик ғашиҡтарҙы хәҙер кире ҡайтарып булмай.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Туған телемдең 7 мөғжизәһе | ГТРК «Башкортостан»

Туған телемдең 7 мөғжизәһе

 Донъяның 7 мөғжизәһе бар, Башҡортостандың да 7 мөғжизәһен билдәләнек. Ә бына туған телебеҙҙең 7 мөғжизәһе барлығын белә инегеҙме? Ишембайға  илдең төрлө өлкәләренән килеп   2-се Башкорт гимназия-интернатында ойошторолған милли-мәҙәни лагерҙа ял иткән балалар уны яҡшы белә. Ошо...

21 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара

 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана...

21 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Красноярскийҙың флора һәм фауна паркы белгестәре асҡа ҡаҡланған аҡ айыуҙы тикшереү өсөн Норильскийға килде. Хәлдән тайған йыртҡысты юл буйында водителдәр күреп ҡала һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр Ҡыҙыл ктапҡа индерелгән хайуанды ҡырағай тәбиғәткә кире ҡайтарып буламы, юҡмы икәнен хәл...

21 июня 2019
Смотреть видео Ҡайҙа ғәҙеллек? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡайҙа ғәҙеллек?

 Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Наилә Пискарева 2012-се йылдан алып етемдәргә бирелә торған фатирын ала алмай. Калинин районы суды ҡала хакимиәтенә фатир бирелергә тейеш тигән ҡарар сығарһа ла, ҡыҙ һаман боҙ урынына ҡуҙғалмай, тип белдерҙе. Биш кеше бер бүлмәле фатирҙа. Ни бары 32 квадрт...

21 июня 2019
Смотреть видео “Башҡортостан лидерҙары” проектын ғәмәлгә ашырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан лидерҙары” проектын ғәмәлгә ашырыу башланды

 Был хаҡта интернеттағы сәхифәһендә Радий Хәбиров иғлан итте. Бер тәүлектә генә 12 меңдән ашыу кеше сәхифәне ҡарап сыҡҡан һәм 2 мең ярым кеше теркәлгән, 1 меңдән ашыуы конкурста ҡатнашырға теләк белдереп, анкета тултырған. Тәүге көндә үк ошо хәтлем кешенең ҡатнашырға теләк белдереүе көтөлмәгән...

21 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

Сәйәси партиялар был һайлауҙарға ниндәй ҡарашта, ни өсөн Башҡортостанда партиялар һаны кәмей. Башҡортостандың сәйәси аренаһы өсөн был осор иң ҡыҙыу мәл. Шаршау артында төп партияларҙан тыш “Үҫеш партияһы”, “Тыуған партия”, “Бөйөк Ватан партиһы” тигән ойошмалар ҙа бар. Үҙ составында ни бары 4 ...

21 июня 2019
Смотреть видео Милли именлек-төп маҡсат | ГТРК «Башкортостан»

Милли именлек-төп маҡсат

Өфө ошо көндәрҙә Өфө Халыҡ-ара именлек үҙәгенә әйләнде. Башҡортостандың башҡалаһында 119 илдең юғары вәкилдәре йыйылып, халыҡ-ара һәм төбәк хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен тикшерҙе. Күтәрелгән һорауҙар рәтендә вирустарҙың яңы штамдары һәм уларҙың таралыуы, банктарға ҡаршы йүнәлтелгән кибер-һөжүмдәр,...

21 июня 2019
Смотреть видео 5 көнлөк лагерҙә үҙеңде күрһәтеп өлгөрөргә, һәләтеңде асырға | ГТРК «Башкортостан»

5 көнлөк лагерҙә үҙеңде күрһәтеп өлгөрөргә, һәләтеңде асырға

Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында йыл һайын балалар һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнә.Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яратҡан Гөлмилә Исхаҡова махсус балсыҡтан һындарҙы беренсе тапҡыр әүәләй. Эргәлә тәжрибәле уҡытыусы өйрәтеп торғанда эш тә ырай. Гөлмилә Баймаҡ...

20 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандан 196 мосолман хажға бара

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет етәксеһе Вячеслав Пятков хажды ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Өфөнән ғәрәп, рус, татар һәм башҡорт телдәрен белгән етәксе менән һәр береһе 49 кешенән торған дүрт төркөм юллана. «...

20 июня 2019
Смотреть видео Матур подъездар | ГТРК «Башкортостан»

Матур подъездар

Республикала күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының беренсе этабы тамамланды. Икенсе этап июль урталарында башланып, август айына тиклем  дауам итө. Әле меңдән ашыу подъездың стеналары буялған, иҙәндәре алыштырылған, тәҙрәләре яңыртылған.  Комплекслы программа 2024...

20 июня 2019
Смотреть видео  Өфөлә гараж хужалары һәм күп ҡатлы йорт төҙөүсе ойошма араһында ер өсөн көрәш бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә гараж хужалары һәм күп ҡатлы йорт төҙөүсе ойошма араһында ер өсөн көрәш бара

Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан кооператив майҙанына билдәһеҙҙәр сүп-сар түгә һәм урындағы гараждарҙы һүтә. Урындағы халыҡ төҙөүсе ойошма вәкилдәрен ғәйепләй. Был гараждарға хәҙер машиналар менән генә түгел, хатта йәйәүләп  барыуы ла ҡатмарлы. Ике йыл элек билдәһеҙ кешеләр кирбес...

20 июня 2019
Смотреть видео  Вьетнам КА маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһына | ГТРК «Башкортостан»

Вьетнам КА маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһына

Вьетнам вәкилдәре Күмертау авиация заводында эшләнгән «Ка» маркалы вертолеттар менән ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында белдерҙе. Махсус конструкциялы вертолеттар әле донъяның 30 илендә файҙаланыла.  Уларҙың бортында радиоэлектрон ҡоролма яңыртылған, яңы эҙләү системаһы һәм радиоакустика ҡуйылған....

20 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Нью-Йорк полицияһы хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында суицидтар артыуға борсолоу белдереп, хакимиәттәрҙән ашығыс саралар күреүҙе талап иткән. Һуңғы ике аҙнала ғына 3 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған. Влюхелп ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Нью-Йорк полицияһында суицид осраҡтары үҙ вазифаһын...

20 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум бүленә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллиард һум бүленә

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, маҡсат — 2024 йылға ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш. Проект һигеҙ өлөшкә бүленгән. «Һаҡсыл поликлиника» проектында ҡатнашыусыларҙы ла арттырыу ҡарала. Был проектҡа балалар поликлиникалары ла индерелә. Максим...

20 июня 2019
Смотреть видео Сифатлы һөт эсәбеҙме? | ГТРК «Башкортостан»

Сифатлы һөт эсәбеҙме?

Быға тиклем  Рәсәй  ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте һөттөң ҡуйылығын, сағыштырмаса ауырлығын тикшерһә,  хәҙер һөткә ҡушылған сит матдәләрҙе лә асыҡлай. Шишмәлә урынлашҡан референт үҙәге лабораторияһы токсикологтары яңыраҡ бер нисә төр һөттә крахмал һәм сода бармы, юҡмы икәнлеген...

20 июня 2019
Смотреть видео Эскән килеш руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Эскән килеш руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә

Владимир Путин иҫерек водитель ғәйебе менән үлемесле юл фажиғәһе өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  Документҡа ярашлы, хәҙер юл-транспорт ваҡиғаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтерелгән осраҡта, иҫерек водителгә 3 йылдан 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай....

20 июня 2019
Смотреть видео Гибрид хәүефе | ГТРК «Башкортостан»

Гибрид хәүефе

Хәрби ысул менән гибрид хәүефе һөжүменә ҡаршы тороп булмай. Именлек мәсьәләләрен көйләү буйынса юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара форумында ҡатнашыусылар терроризмға ҡаршы көрәштә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  Гибрид хәүефе менән хәрби көстәр ярҙамында ла, гуманитар...

20 июня 2019
Смотреть видео «Ҡорос»  халыҡ театрына 10 йыл | ГТРК «Башкортостан»

«Ҡорос» халыҡ театрына 10 йыл

Мифтахетлин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендәге «Ҡорос»  халыҡ театрына быйыл 10 йыл. Үҙҙәренең бәләкәй генә юбилейын улар оло еңеүҙәр менән ҡаршылай. Ошо көндәрҙә буласаҡ педагогтар «Тетр һәм балалар» Бөтә Рәсәй театрҙар фестивалендә лауреат исемен яуланы....

19 июня 2019
Смотреть видео Уңыш барлар мәл етте | ГТРК «Башкортостан»

Уңыш барлар мәл етте

Уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре менән таныша башланы. Мәҫәлән, билдәле булыуынса, Башҡортостанда профилле математиканы тапшырған 11 мең уҡыусы араһынан 18-е 100 балға яҙған. Юғары балл алыусыларҙың ун бере – Өфөнән, өсәүһе – Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Нефтекаманан - икешәр....

19 июня 2019
Смотреть видео Балалар баҡсаһына сират асыҡ буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Балалар баҡсаһына сират асыҡ буласаҡ

Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе - ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын белдерҙе. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru.  Башҡортостанда әле 3 йәшкәсә 2 мең 678 сабый балалар баҡсаһына...

19 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Астрахань өлкәһенең Капустин Яр полигонында Төнъяҡ флот күнекмәләре үтә. Уның сиктәрендә “ТОР” арктика зенит-ракета комплекстары төрлө ерҙән һәм бейеклектән осоролған сәптәрҙе юҡ иткән. “ТОР” комплексы 50 градус һыуыҡта ла эшләүгә һәләтле, ул сәп табылып бер нисә секунд үтеү менән уны юҡ итә....

19 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостанда үҫетерелгән картуф менән ниңә ситтәр сауҙа итә? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үҫетерелгән картуф менән ниңә ситтәр сауҙа итә?

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтары үҙгәргән.  Май айы менән сағыштырғанда йәшелсә-емештең күбеһе арзанайған. Алан Мамедов күмәртәләп һатыу баҙарында Башҡортостанда үҫетерелгән картуф менән сауҙа итә. Был эштең әллә ни файҙаһы юҡ, сөнки миҙгел башланыу хаҡтар көндән...

19 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостан лидерҙары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан лидерҙары

Республика етәксеһе «Башҡортостан лидерҙары» конкурсының башланыуы тураһында иғлан итте. Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең «Фейсбук»тағы сәхифәһендә яҙҙы. Проекттың маҡсаты — кандидаттарҙы ғәҙел һайлап алыу. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлап алына. Уларҙың һәр береһенә үҙенең...

19 июня 2019
Яндекс.Метрика