Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Константин Вавилов 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатылды. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең нисек алдарға маташыуын һәм хөкөмдән ҡасырға тырышыуын да асыҡлаған. Сөнки, үлер алдынан ҡыҙ барыһын да һөйләп бирә. Ике кеше ғүмерен ҡыйған был кешегә тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Константин Вавилов үҙен бер нәмә лә булмағандай тота. Ғәйепләнеүсе хәбәрселәр менән дә аралашырға теләмәне. Вавиловты ҡулға алған ваҡытта барыһын да үҙе һөйләп бирә. Был кадрҙарҙа ул бер мең һумға фатирын ҡуртымға алған ғашиҡтарҙы яндырыуы тураһында ентекләп бәйән итә. Йәш пар аш-һыу бүлмәһенә ингәс, ир ишеген диван менән терәтеп, бензин түгеп сыға һәм ут төртә. Енәйәтсе йәштәргә бөтөнләй мөмкинлек ҡалдырмай. Фатир беренсе ҡатта урынлашҡан булһа ла, тәҙрәлә тимер рәшәткәләр ҡуйылған. Шуға күрә ғашиҡтар ут ҡамауында ҡала.  Әммә, күпмелер ваҡыттан енәйәтсе тәүҙә һөйләгәндәренән баш тарта һәм уның башында яңы мәкерле уй тыуа. Йәнәһе ул магазинға сығып китә һәм янғын нисек сыҡҡанын белмәй. Үлер алдынан ҡыҙҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә кем ут тоҡандырғанын һөйләгәнен Вавилов белмәгән була. Был видео беренсе тапҡыр күрһәтелә. Тәненең 40 проценты янған һәм яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған пациент көс-хәл менән хоҡуҡ һаҡсыларының һорауҙарына яуап бирә. Уға шәфҡәт туташы ярҙам итә. Ҡыҙ был ҡурҡыныс енәйәттең ни өсөн ҡылынғанын да әйтеп өлгөрә. Яратҡан кешеһенең янғын урынында һәләк булғанын белмәйенсә ҡыҙ үҙе лә бер-нисә көндән йән бирә. Суд барышында Вавиловтың башында, ҡотолоу өсөн, тағы ла бер уй барлыҡҡа килә. Йәнәһе, магазинға китеп барғанда уны атаһының танышы күрә. Ир быны мотлаҡ дәлилләр ине, әммә, ул баҡыйлыҡҡа күскән һәм судҡа килә алмай. Бынан һуң прокуратура вәкиле Ильяс Миңлеғәлиев тағы ла бер тикшереү уҙғара һәм енәйәтсенең алдауы асыҡлана. Ике кешене йәлләмәйенсә һәм яндырып үлтергәне өсөн суд Константин Вавиловты 16 йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә быға тиклем урлашҡаны өсөн ул шартлы хөкөм ителгән булған һәм быны иҫәпкә алып енәйәтсе 17 йылға төрмәгә ябылды. Тик ғашиҡтарҙы хәҙер кире ҡайтарып булмай.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн  Рәсәй Ҡотҡарыусылары һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәй Ҡотҡарыусылары һөнәри байрамын билдәләй

Ҡотҡарыусы - белем һәм тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндәге иң ауыр, хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Ҡотҡарыусыларға көн һайын тиерлек үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға һәм билдәһеҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарырға тура килә. Улар тәүлек әйләнәһенә уяулыҡты юғалтмай....

27 декабря 2018
Смотреть видео Алыҫ юлға сыҡмау хәйерлерәк | ГТРК «Башкортостан»

Алыҫ юлға сыҡмау хәйерлерәк

Бөгөн республикала һауа торошо насарайҙы. Иртәнән үк көслө ҡар яуып юлдарға һырынтылар ятты. Ошо сәбәпле бихисап авариялар теркәлде. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етә. Иртәгә лә көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Синоптиктар юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә.

27 декабря 2018
«Красное и белое» кибеттәренең эшмәкәрлеге ҡатмарлы хәлдә ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

«Красное и белое» кибеттәренең эшмәкәрлеге ҡатмарлы хәлдә ҡалған

«Красное и белое» кибеттәренең эшмәкәрлеге ҡатмарлы хәлдә ҡалған. Был алкомаркеттар селтәренең Силәбеләге төп складтары һәм офистары ла,башҡа төбәктәрҙәге офистары ла эшләмәй. Уларҙа тентеүҙәр һәм документтарҙы алыу бара. Көс структуралары был селтәрҙә рейдтарҙы кисә башлағайны,тип хәбәр итә «...

27 декабря 2018
Смотреть видео Даны донъяға таралған оҫта | ГТРК «Башкортостан»

Даны донъяға таралған оҫта

Ейәнсура районы Яңыбай ауылында йәшәүсе Фуат Ҡужахмәтовтың даны Башҡортостан, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә таралған. Яңыраҡ халыҡ-ара варгансылар ойошмаһы ағзаһы Лео Тадагава ла Башҡортостан ерендә булып, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы менән яҡындан танышып ҡайтҡан. Фуат Ҡужахмәтовтың ҡумыҙҙары менән...

26 декабря 2018
Смотреть видео Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Респубика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төҙөүселәр һәм уйлап табыусылар, инженерҙар һәм табиптар, уҡытыусылар һәм фән эшмәкәрҙәре. Бүләкләнеүселәр исемлегендә алты тиҫтәнән ашыу кеше. Бөгөн һеҙҙең...

26 декабря 2018
Смотреть видео Тормошҡа ашҡан хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашҡан хыял

Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡоловтың яңы йыл теләген үтәне. Ил етәксеһе ауырыған балаға президент самолеты буйлап экскурсия ойошторҙо. Президент самолеты тураһында видеоролик төшөрөргә хыялланған малай Мәскәүгә әсәһе менән килгәйне. Минең хыялым тормошҡа...

26 декабря 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сицилияла Этна вулканы уянған. Шуға властар урындағы Катания аэропорты эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булған. Унда 130 ер тетрәүе теркәлгән. Иң көслөһөнөң магнитудаһы 4 баллға барып етә. Бур болан. Америкала Санта-Клаустың ярҙамсыһы Рудольф исемле боландың битлеген кейгән ҡатын енәйәт эше ҡылған...

26 декабря 2018
Смотреть видео Ни өсөн республикала янғындар арта?  | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн республикала янғындар арта?

Ғинуар айының тәүге ун көнөндә фажиғәләр һаны өс-дүрт тапҡырға арта, уларҙы кәметеү һәм булдырмау йәһәтенән бөгөн яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлек тураһында матбуғат конференцияһы үтте. Янғын, юл-транспорт авариялары, һыу ятҡылыҡтары менән бәйле бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеп була, тине унда...

26 декабря 2018
Смотреть видео Янғын ҡорбандары | ГТРК «Башкортостан»

Янғын ҡорбандары

Туймазы  районында декабрь айында ғына икенсе тапҡыр торлаҡ йортта сыҡҡан янғын арҡаһында балалалар һәләк булды. Был юлы Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән ғаилә фажиғәгә тарыны. Билдәле булыуынса, ғаилә бер нисә йыл элек Таджикистандан күсеп ҡайтҡан. Тәүҙә ғаилә башлығы ауылда төпләнә, һуңынан...

26 декабря 2018
Смотреть видео Башҡортостанда янғында йәнә ике кеше һәләк була | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда янғында йәнә ике кеше һәләк була

Благовещен районының Николаевка ауылында ағас өй янған. Ҡотҡарыусылар фажиғә урынында ике мәйет таба. Янғын сәбәптәре әлегә билдәле түгел. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, ҡотҡарыусылар эшләй.

26 декабря 2018
Яндекс.Метрика