Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Константин Вавилов 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатылды. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең нисек алдарға маташыуын һәм хөкөмдән ҡасырға тырышыуын да асыҡлаған. Сөнки, үлер алдынан ҡыҙ барыһын да һөйләп бирә. Ике кеше ғүмерен ҡыйған был кешегә тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Константин Вавилов үҙен бер нәмә лә булмағандай тота. Ғәйепләнеүсе хәбәрселәр менән дә аралашырға теләмәне. Вавиловты ҡулға алған ваҡытта барыһын да үҙе һөйләп бирә. Был кадрҙарҙа ул бер мең һумға фатирын ҡуртымға алған ғашиҡтарҙы яндырыуы тураһында ентекләп бәйән итә. Йәш пар аш-һыу бүлмәһенә ингәс, ир ишеген диван менән терәтеп, бензин түгеп сыға һәм ут төртә. Енәйәтсе йәштәргә бөтөнләй мөмкинлек ҡалдырмай. Фатир беренсе ҡатта урынлашҡан булһа ла, тәҙрәлә тимер рәшәткәләр ҡуйылған. Шуға күрә ғашиҡтар ут ҡамауында ҡала.  Әммә, күпмелер ваҡыттан енәйәтсе тәүҙә һөйләгәндәренән баш тарта һәм уның башында яңы мәкерле уй тыуа. Йәнәһе ул магазинға сығып китә һәм янғын нисек сыҡҡанын белмәй. Үлер алдынан ҡыҙҙың полиция хеҙмәткәрҙәренә кем ут тоҡандырғанын һөйләгәнен Вавилов белмәгән була. Был видео беренсе тапҡыр күрһәтелә. Тәненең 40 проценты янған һәм яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған пациент көс-хәл менән хоҡуҡ һаҡсыларының һорауҙарына яуап бирә. Уға шәфҡәт туташы ярҙам итә. Ҡыҙ был ҡурҡыныс енәйәттең ни өсөн ҡылынғанын да әйтеп өлгөрә. Яратҡан кешеһенең янғын урынында һәләк булғанын белмәйенсә ҡыҙ үҙе лә бер-нисә көндән йән бирә. Суд барышында Вавиловтың башында, ҡотолоу өсөн, тағы ла бер уй барлыҡҡа килә. Йәнәһе, магазинға китеп барғанда уны атаһының танышы күрә. Ир быны мотлаҡ дәлилләр ине, әммә, ул баҡыйлыҡҡа күскән һәм судҡа килә алмай. Бынан һуң прокуратура вәкиле Ильяс Миңлеғәлиев тағы ла бер тикшереү уҙғара һәм енәйәтсенең алдауы асыҡлана. Ике кешене йәлләмәйенсә һәм яндырып үлтергәне өсөн суд Константин Вавиловты 16 йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә быға тиклем урлашҡаны өсөн ул шартлы хөкөм ителгән булған һәм быны иҫәпкә алып енәйәтсе 17 йылға төрмәгә ябылды. Тик ғашиҡтарҙы хәҙер кире ҡайтарып булмай.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә парк һәм скверҙар асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә парк һәм скверҙар асылды

Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға башланы. Өфөлә парк һәм скверҙар асылды, ҡайһы бер магазиндар эш башланы. 12 майҙан эшкә сыҡҡан ата-әсәләрҙең балалары өсөн балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр асылды. Бының өсөн ғариза менән мәғариф бүлегенә йә иһә баҡсаның етәксеһенә мөрәжәғәт итеү ҙә...

14 мая 2020
Смотреть видео Уйна гармун | ГТРК «Башкортостан»

Уйна гармун

Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары эфирҙарында уҙған “Уйна гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү дауам итә. Теләгән һәр кем  ГТРК.тв сайтына инеп, конкурсҡа ебәрелгән музыкаль номерҙарҙы ҡарап, баһалай ала. Әйткәндәй, республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ...

13 мая 2020
Смотреть видео Яңы инфекцион госпитальде төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә, ялдарһыҙ һәм байрамдарһыҙ эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Яңы инфекцион госпитальде төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә, ялдарһыҙ һәм байрамдарһыҙ эшләй

Унда тышҡы селтәрҙәрҙе һалыу тамамланған, таҙартыу ҡоролмаларын, фасадтарҙы, стеналарҙы монтажлау бара. Ә 9 майҙа Еңең көннөдә төҙөлөш майҙанында һуғыш йылдарындағы йырҙар һәм марштар яңғыраған. Эшселәр әйтеүенсә, был уларҙы тағы ла дәртләндереп ебәргән.

13 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” акцияһы республика халҡын берләштерә | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә” акцияһы республика халҡын берләштерә

Эшҡыуар һәм ирекмәндәр пандемия ваҡытында мохтаж булыусыларға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә, медицина кәрәк-яраҡтары һатып ала. 

13 мая 2020
Смотреть видео Битлек режимы төҙөлөш объекттарына ла ҡағыла | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы төҙөлөш объекттарына ла ҡағыла

Һәр бер эшсе респиратор һәм бирсәткә кейеп йөрөргә тейеш булһа ла, күптәр был ҡағиҙәне үтәмәй. Шуның өсөн дә күҙәтеү органдары профилактик рейдҡа сыҡты.  Ике ир-егет төҙөлөш люлькаһында битлекһеҙ һәм каскаһыҙ йорттоң тышын матурлай.  Уларҙың араһында дистанция ла метр ярым түгел. Санитар...

13 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанда медицина битлектәрен кейеп йөрөү мотлаҡ буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда медицина битлектәрен кейеп йөрөү мотлаҡ буласаҡ

Бындай һаҡлыҡ саралары тәү сиратта йәмәғәт транспорты, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа кәрәк. Радий Хәбиров республика дарыуханаларында битлектәр булырға тейеш тип билдәләне. Тағы ла бер яңылыҡ, район-ҡалаларҙа хәҙер парктар, аллеялар, скверҙар асыла. Бынан тыш йылға буйҙарына барыу рөхсәте лә бар....

13 мая 2020
Смотреть видео Республикала айырым төр кибеттәр ҡайтанан эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала айырым төр кибеттәр ҡайтанан эш башланы

Шулай уҡ ҡайһы бер предприятиеларға үҙ йүнәлешендә тауарҙар сығарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү рөхсәте бирелә. Тейешле документтарҙың бер өлөшө үҙ мәшғүллек менән шөғөлләнгән шәхси ойошмаларға бәйле. Деизоляциялауҙың йәнә лә бер ҡағиҙәһе “Дорога 02” порталына бәйле. Хәҙер юлға сығыу өсөн махсус...

13 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тарафынан имзаланған яңы Указдар донъя күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тарафынан имзаланған яңы Указдар донъя күрҙе

Документтар үҙаллы изоляцияу сараларына бәйле. Төбәк пандемияға бәйле сараларҙы йомшартмай. Әҙерлек артабан да юғары кимәлдә ҡаласаҡ. Башҡортостанда күп кенә социаль обьекттар әлегә асылмай. Исемлектә сауҙа-сервис комплекстары, кафе һәм ресторандар бар.  

13 мая 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә 15 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә һәр сабый өсөн  10-ар мең һум аҡса түләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә 15 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә һәр сабый өсөн 10-ар мең һум аҡса түләнәсәк

Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе. Дөйөм алғанда илдә ошондай пособие менән 27 миллион ғаилә ҡуллана ала. Башҡортостанға иһә федераль ҡаҙнанан пособиелар түләүгә өҫтәмә 6  миллиард һум күсерелә.    

13 мая 2020
Смотреть видео  “Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара | ГТРК «Башкортостан»

“Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара

Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары иғлан иткән “Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара. Теләгән һәр кем  ГТРК.тв сайтына инеп, конкурсҡа ебәрелгән музыкаль номерҙарҙы ҡарап, баһалай ала. Әйткәндәй, республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан...

11 мая 2020
Яндекс.Метрика