Фатир ямғырҙан зыян күргән: кем ғәйепле?

Шаҡша биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә капиталь төҙөкөләндереү эштәре барышында бер нисә фатир ямғырҙан зыян күргән. Йортта йәшәүселәр бындай хилафлыҡ төбәк операторының эште контролдә тотмауы арҡаһында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй. Оҙаҡ көтөп алған капиталь ремонт ҡатмарлы булып сыға.  Элемтә урамында бер кәсер беренсе йортта йәшәүселәр төҙөлөш эштәренең  тейешенсә күҙәтеүгә алынмауына зарлана. Йорт советы рәйесе билдәләүенсә,  эштәр оҙаҡ, етмәһә сифатһыҙ башҡарыла. Был йортта 18 йыл ремонт эштәре булмаған.

Республика программаһы буйынса подъездарҙы төҙөкләндерер алдынан тәүҙә йорттоң ҡыйығын алмаштыра башлағандар. Ҡыйыҡты һүтеп алғандар, әммә ямғырҙарға тиклем ябып өлгөрмәгәндәр. Йорт ҡыйығы махсус заманса гидроизоляция менән ябылған. Был яңы материал һыу үткәрмәй. Шулай ҙа ямғырҙар ваҡытында яңы түшәм көслө елдән асылып бер нисә фатир зыян күргән. Төнө буйы үҙемде ямғыр аҫтында ятҡан кеүек тойҙом, ти йорттоң 4-се ҡатында йәшәүсе Александр Комаров.  Стеналар еүешләнеп, обойҙары аҡтарыла башлаған. Люстраны алып, түбә түшәменән бер нисә биҙрә һыу ағыҙырға тура килгән. Күрше фатирҙағы ҡатын да ошо уҡ хәлгә тарыған. Подрядсы ойошма зыянды ҡапларға  вәғәҙәләй. Эшселәр бәләне һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә бәйләй. Һауа торошон да, әлбиттә, алдан күҙалларға мөмкин.

Шуға ла йортта йәшәүселәр подрядсы ойошманан эштәрҙе сифатлы башҡарыуҙарын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итә. Бында төҙөлөш эштәрен 1 октябргә тиклем тамамлау ҡарала. Сипайлово биҫтәһендә лә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды. Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Республика башлығының эксперт-контроль идаралығы менән берлектә комиссия ойоштороп ремонт барған тиҫтә йортта рейд үткәрҙе. Бында ла буяу-ағартыу, коммуникациялар төҙөклөгөн тәьмин итеү йәһәтенән башҡаралғын эштәр талаптарҙың үтәлмәүен күрһәтә.

Быйыл Сипайлово биҫтәһендә йәмғеһе 51 йортта, 137 подъезд төҙөкләндереү бурысы тора. Ремонт тамамлау осоро тип йылдың өсөнсө-дүртенсе кварталы билдәләнгән. Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын яңыртыу, ремонтлау республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә ҡаралғайны. Радий Хәбиров был йәһәттән төбәк  операторы эше менән тулыһынса  ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.

 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика