Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Архангель районында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм йәрәхәттәр алыусыларға тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Архангель районында ҡазаға тарыған юлсыларға ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк.

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Ваҡиға урынына санавиация, ашығыс ярҙам бригадалары ебәрелә. Бәләгә тарығандарҙың  бер өлөшөн урындағы һәм Ҡариҙелдең үҙәк дауаханалары ҡабул иткән. Клиникаларға һалынғандар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Татарстандан килгән автобусты йөрөткән ир юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 18 тапҡыр яуапҡа тарттырылған булған. Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһында бетон тейәгән машинаның юл  хеҙмәткәрҙәрен тапатыуы ла был өлкәлә етешһеҙлектәрҙең бихисап булыуын әйтә.

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостанда бойомға ашырылған яңы программа – күп фатирлы торлаҡ йорттар подъездарын ремонтлауҙың беренсе өлөшөнә йомғаҡ яһалды. Был проект  республика өсөн тәүге тәжрибә, шуға ла эштәр тәүге мәлдә бер аҙ тотҡарланып та торҙо. Уларҙың береһе – төбәк операторының үҙ бурысына яуаплы ҡарамауы. Әлегә 650-нән ашыу подъезд тулыһынса яңыртылған. Ә сентябрҙең беренә тиклем 4 меңдән ашыу подъездың 80 проценты тәртипкә килтереләсәк. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы алдында бөгөн йәнә бер бурыс ҡуя.

Бихисап ихаталар бөгөн тейешле кимәлдә түгел. Республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәҙер эш шарттары ла үҙгәрә. Мәҫәлән, бында хеҙмәт хаҡы артты. Кадрҙар мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Бөгөн үҙәктәрҙә эшләгән белгестәргә айына 40  мең һум самаһы түләнә. Әлбиттә, яңылыҡтарҙың сәбәбе икенселә. Быға тиклем алыҫ райондарҙа йәшәүселәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыуҙа ҡыйынлыҡтарға тарыны. Башҡортостанда тағы ла 16 яңы үҙәк асылған. Яҡын арала тағы ла икәүһе эш башларға тейеш. Радий Хәбиров үҙәктәр эшмәкәрлеген тәнҡитләгәс кенә хәл ыүғай яҡҡа үҙгәрҙе.

Хөкүмәттәге кәңәшмәлә  Башҡортостандың “ашығыс ярҙам күрһәтеү” системаһы  һәм уның бөгөнгө хәленә баһа бирелде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда, райондарҙа ашығыс ярҙам бригадаларына шылтыратыуҙан һуң улар яҡынса 20  минуттан һуң сирлегә барып етә. Иң ауыр мәсьәлә – белгестәргә ҡытлыҡ. Тап шуға ла бер бригада тәүлегенә 11  тапҡыр саҡырыу буйынса ваҡиға урынына юллана.  Башҡортостан 30 берәмек ашығыс ярҙам машинаһы һатып аласаҡ. Шулай уҡ, киләһе йылдан республиканың медицина колледждарында фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарын әҙерләү өсөн урындар һаны арта.

Республика шулай уҡ Рәсәй армияһына яҙғы  саҡырылыш кампанияһына ла йомғаҡ яһай. 4 мең 970 яҡташыбыҙ Ҡораллы көстәргә алынған. Башҡортостандан 6 һалдат шулай уҡ оборона министрлығының фән роталарында хеҙмәт итә. Тик саҡырылыш барышында айырым етешһеҙлектәр асыҡланған. Ул, буласаҡ һалдаттарҙың сәләмәтлегенә бәйле. Башҡортостандың ҡулланған тәбиғи яғыулыҡ өсөн ваҡытында иҫәпләшеүҙе лә беренсе урынға ҡуя.

Яҡын арала республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм “Газпром” ширҡәте вәкилдәре араһында ҙур осрашыу көтөлә. Татарстан етәкселеге фажиғәлә зыян күреүселәргә ярҙам ойошторған өсөн Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.  Рөстәм Миңлеханов йәрәхәтләнеүселәрҙе Татарстандың дауалау учреждениеларына алып ҡайтырға һәм тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушҡан.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020