“Башавтотранс” автопаркы 20 яңы автобус менән тулыланды

Яңы автобустар ҡала-ара маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк. Бөтә уңайлыҡтары булған НЕФАЗ автобустарының асҡыстарын водителдәргә Радий Хәбиров тапшырҙы. Роберт Йыһанов 40 йылға яҡын автобус йөрөтә. “Башавтотранс” компанияһың Нефтекама филиалында ҡала-ара маршрутында эшләү дәүерендә төрлө маркалы автобустар менән идара иткән. Яңы автобус заман талаптарына яуап бирә һәм күпкә уңайлы, ти тәжрибәле водитель.

Нефтекама ҡалаһына тапшырылған 5 яңы автобус тәғәйен маршруттар буйынса юлға сыҡты.  Нефтекамала тағы ла 75 процент ҡала һәм ҡала ара пассажир транспортын яңыртыу талап ителә. Яңы автобустар республиканың төрлө ҡала һәм район үҙәктәренә юлланды, шулай уҡ быға тиклем бөтөнләй туҡтатылған маршруттар ҙа  тергеҙеләсәк. Татарстанға, Пермь крайына һәм Ырымбур өлкәһенә лә автобустар маршруттары асыла.

Яңыртылған автобус паркы “Башавтотранс” хеҙмәте сифатын яҡшыртасаҡ һәм транспорт хәүефһеҙлеге кимәлен күпкә күтәрәсәк. 1 автобустың хаҡы 7 миллиондан ашыу, тип иҫәпләнә. Автобустар уңайлы заманса көйләнгән ултырғыстар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, ҡыш көнө салонды йылытыу системаһы, навигаторҙар, тахограф, мәғлүмәт комплекстары менән  тәъмин ителгән.

Радий Хәбиров водителдәрҙең хеҙмәт шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды һәм юлда йөрөгәндә  пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар биреү зарур, тип билдәләне. Радий Хәбиров шулай уҡ 1-се һанлы Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы менән яҡындан танышты. Автотранспорт ойошмаһы Өфө ҡала тирәһе, ҡала эсендә һәм ҡала ара йүнәлештәре буйынса пассажирҙар ташый.

Предприятиела әле 242 ҙур һәм аҙ һыйҙырышлы автобус иҫәпләнә.  Киләсәктә автотранспорт паркы тағы ла заманса автобустар менән тулыландырыласаҡ. Көнъяҡ автовокзалынан юлланған яңы автобустарға билеттар һатылып бөткән һәм йыраҡ юлға сыҡҡан пассажирҙар уңайлыҡтарҙы баһаланы. Әлбиттә, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иң беренсе сиратта тора. Уңайлы яңы автобустарҙа йыраҡ рейстарға сыҡҡан водителдәр ҙә тахограф ярҙамында  ваҡытында бер-береһен алмаштыра аласаҡ.

Киләсәктә Башавтотранс автопаркын бер-бер артлы яңыртырбыҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. 2020-се йылдың 1-се апреленә тиклем 589 яңы автобус һатып алырға ниәтләнә, шуның 527 быйыл сафҡа инәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020