Йәрәбә тартылды, сират билдәләнде

Республика үҙәк һайлау комиссияһында Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышына депутатлыҡҡа кандидаттарға өҫтәмә һайлау алдынан агитация үткәрер өсөн телевидение һәм радио каналдарында бушлай эфир ваҡыты һәм матбуғат баҫмаларында бушлай майҙан  файҙаланыуға йәрәбә үтте.   Киң мәғлүмәт сараларында рәсми агитация мәле һайлауға тиклем 28 көн алдан, 10 августа башланып 6 сентябрҙә тамамлана.  Теркәлгән кандидаттар законға ярашлы һәр телерадиоканалда 1 минут  бушлай эфир ваҡытын файҙаланасаҡ. Бушлай матбуғат майҙаны 100 квадрат сантиметрға яҡын. Бушлай эфир ваҡытын федераль кимәлдәге биш канал һәм өс төбәк телерадиокомпанияһы тәҡдим итә. Башҡортостанда ул Рәсәй 1, Рәсәй 24 телеканалы менән ВестиФМ, Маяҡ, Рәсәй-Радиоһы һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы менән ЮлдашФМ радио каналдары.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

Зөһрә Фәйзуллина арабыҙҙан китте

Өфөлә шағирә, драматург, журналист, үҙешмәкәр композитор Зөһрә Фәйзуллина 75-се йәшендә арабыҙҙан китте. Зөһрә Фәйзуллина 1946 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының...

1 час 45 минут назад
Смотреть видео Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында | ГТРК «Башкортостан»

Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында

 Өфө урман-техник техникумында  республиканың “Урман хужалыҡтары  менән идара итеү" бүлектәре хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус курстар башланды.  Әҙерлек дәрестәре “Урман күҙәтеүсеһе - урман һағында"  проекты сиктәрендә Президент грантына бойомға ашырыла. “Урман күҙәтеүсеһе -...

1 час 45 минут назад
Смотреть видео Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Бөрөнөң үҙәк майҙанын төҙөкләндереү эштәре аҙағына яҡынлаша

Балалар өсөн уйын майҙаны менән музыкаль фонтанды иһә техник асыу сараһы үтте. Бейектән был майҙан балалар конструкторын хәтерләтә. Уйынсыҡ йорттар, ҡом тауҙары, һары трактор, кран. Ҡала үҙәгендә йәйелгән төҙөкләндереү күләмен тик эшселәр аныҡ һынландыра. Был хәрәкәттәр бер-ике аҙна элек булһа,...

1 час 46 минут назад
Смотреть видео Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя? | ГТРК «Башкортостан»

Короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар үҙҙәрен нисек тоя?

Республикала өс аҙна элек короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүсе пациенттар ҡабаттан ошо уҡ процедураны үтте. Вакцинаның тәүге дозаһын яһатыусылар үҙҙәрен нисек тоя? Был прививканы һәр кем эшләтә аламы?Вакцинация эшләтер алдынан пациенттың тән температураһы, киҫкен вируслы репиратор инфекцияға...

1 час 47 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 85 кешелә коронавирус асыҡланған

Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 415 осрағы теркәлгән.  9 мең 374 кеше һауығып сыҡҡан. Пандемия осоронда коронавирустан 50 кеше һәләк булған. Белгестәр битлек режимы һаҡланыу тураһында тағы ла бер...

1 час 50 минут назад
Смотреть видео Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Бюрократияға юл ҡуйырға ярамай

Коронавирус менән ауырыған табиптарҙың һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биргәндә бюрократияға юл ҡуйырға ярамай. Премьер-министр Андрей Назаров тейешле ведомстволарға шундай күрһәтмә бирҙе. Хөкүмәт президиумы ултырышында бындай документтарҙы алыуҙы берҙәм итергә...

1 час 51 минута назад
Смотреть видео Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға | ГТРК «Башкортостан»

Етәкселәрҙе йөрөткән машиналар-табиптарға

Өфөлә дәүләт органдары автопаркынан медицина учреждениеларына ярҙамға ваҡытлыса автомобилдәр йүнәлтелгән. Бынан алда министрҙарҙы йөрөтөүсе водительдәр хәҙер табиптарҙы сирлеләрҙең  өйөнә алып бара. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре үҙгәрештәр кисерҙеме? Телефон бер минутҡа ла тынмай. Пандемия...

27 октября 2020
Смотреть видео Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла | ГТРК «Башкортостан»

Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәл күҙәтелгән райондарҙа диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға тәҡдим итте.  Был тәҡдимде Республика башлығы Радий Хәбиров та хупланы. Әлегә диспансеризация һәм...

27 октября 2020
Смотреть видео Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал

Башҡортостанда айырым ҡатлам граждандар өсөн тағы ла үҙ изоляция режимы инеделерелеүе ихтимал. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап хроник сирле өлкән йәштәгеләр һаулығы өсөн борсолоуы тураһында белдерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта бар яҡлап улар өсөн уңайлы...

27 октября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 83 кешелә коронавирус асыҡланған

 Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Пандемия башланғандан алып республикала КОВИД-19 йоҡтороуҙың 10 мең 330 осрағы теркәлгән.  Әлеге ваҡытта 189 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу кеше һауығып сыҡҡан.

27 октября 2020
Яндекс.Метрика