Тракторҙы кем отор?
Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта. Башҡортостан24 каналы республика ауылдарын “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгенең тәүге этабына старт бирелде. Хәбәрҙәр Башҡортостан программаһын алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Флүрә Мурзина республиканың иң матур ауылы бәйгеһенең 2016 йылда үткән акцияһын һөйөнөп хәтерләй. Ул саҡта телевизор ҡараусылар һоҡланырлыҡ әүҙемлек күрһәтеп, ярыш рухы менән еңеү сәмен киләһе бәйгегә күсерергә килешкәйнеләр, ти Флүрә Ишбулат ҡыҙы. Конкурстың баһалау комиссияһы еңеүселәрҙе өс номинация буйынса билдәләргә йыйына. Ярышта иң күркәм ауыл, иң матур татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта асыҡланасаҡ. Һәммәһен дә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының партнерҙары тәҡдим иткән ҡиммәтле бүләктәр көтә. Боронғо йолаларҙы һаҡлау, туған телде үҫтереү, төбәктең үҙенсәлекле мәҙәниәтен танытыу, ғаилә ҡанундарын нығытыу, быуындар күсәгилешлеген дауам итеү, ижади башланғыстарға булышлыҡ итеү кеүек маҡсаттарҙан тыш “Алтын бишек” акцияһының маҡсаты - ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу. Төп приз – трактор – хужалыҡта алыштырғыһыҙ ярҙамсы. “Агроспецпрогресс” йәмғиәте уны бәйгелә бар яҡлап та өлгөлө тип танылған ауылға тапшырырға әҙерләй. “Алтын бишек”те йәнә тирбәтеү бурысын был юлы Башҡортостан24 каналы үҙ иңенә алды. Беҙҙең программаларҙы тәүлек әйләнәһенә тапшырған был телеканал хәҙер ауыл халҡын тиҙ арала яулай. Алтын бишек акцияһының тәүге, һайлап алыу этабы 26 июлгә тиклем бара. Ҡатнашырға теләүселәр ғариза менән беҙҙең интернеттағы рәсми сайтҡа мөрәжәғәт итһен. Фото, видео яҙмалар, ауыл тураһындағы үҙенсәлекле мәғлүмәт, хатта ғаризаны дөрөҫ яҙыуға ижади баһа биреләсәк. Ярыш туры иһә август-сентябрь айҙарында үтә. Йомғаҡлау тантанаһы Республика көнө алдынан.

Үҙенсәлекле шөғөл
Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен таныш...

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде
Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә
Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе - Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар ил күләмендәге бәлә. Өфө...

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 36% күберәк.

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың...

Медицина десанты
Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?
Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола. Йыйылған ағастар...

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде
Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды. Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуы...