Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм меню индерелә

Туҡланыу опраторҙарының эшмәкәрлеген контролдә тотоусы дәүләт системаһы булдырыла. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров Нефтекамала төбәк туҡланыу операторҙарының беренсе форумында белдерҙе. Радий Фәрит улы эш сәфәре ваҡытында ҡаланың социаль объекттары, төҙөкләндереү эштәре менән танышты, халыҡ менән аралашты. Август аҙағына тиклем эш хаҡын түләргә һәм бурыстарҙы бөтөрөргә.

Оҙаҡ ваҡыт Әмзә урман комбинатында эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ була. Бөгөнгә 200 хеҙмәткәр алдында предприятиеның 22 миллиоға яҡын бурысы йыйылған. Радий Хәбиров  был мәсьәләне август аҙағына тиклем хәл итергә ҡушты. Әмзә ауылы халҡын борсоған тағы ла бер һорау торлаҡ мәсьәләһенә  ҡағыла. Авария хәлендәге барактарҙа йәшәүселәр өсөн ауылда һигеҙ яңы йорт төҙөлгән. Әммә 66 ғаилә унда йәшәү мөмкин түгел, тип фатирҙарға күсеүсеүҙән баш тартҡан.  

Радий Хәбиров был йорттарҙағы фатирҙарҙы үҙе ҡарап сыҡты һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡлау өсөн махсус ведомство-ара комиссия төҙөргә тигән ҡарар сығарҙы. Артабанғы төҙөкләндереү эштәрен ул шәхсән күҙәтергә һәм сентябрь айында ремонт барышын килеп ҡарарға вәғәҙәләне.  Нефтекаманың Социалистик урамы 61-се йорттағы ремонтты ла Радий Фәрит ул үҙ контроленә алды. Подряд ойошма төҙөкләндереү эштәре 95 процентҡа тамамланған тип хәбәр итә, ә ысынында, подъездарға инерлек тә түгел. 

Подряд ойошмаһының эшкә вайымһыҙ ҡарауы арҡаһында зыян күреүселәр алдында ғәфү үтенергә тура килһә, икенселәргә рсепублика етәксеһе ҡыуаныслы хәбәр килтерҙе: “Интеграл” ойошмаһының алданған өлөшсөләре йыл аҙағында фатирҙарының асҡыстарын ала башлай.

Ҡала үҙәгендә урынлашҡан берҙән-бер һыу ятҡылығы — Светлое күлен урындағы халыҡ «Нефтекама ынйыһы» тип йөрөтә. Тап уның биләмәһен «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә тәртипкә килтерәсәктәр. Төҙөкләндереүҙә тик тәбиғи материалдарҙы ҡулланыу һәм эргә-тирәләге ағастарҙы һаҡлап ҡалырға тырышыу күл буйында кешеләрҙең ялы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ итәсәк.

Радий Хабиров проектты ыңғай баһаланы һәм был биләмә нефтекамаларҙың яратҡан ял итеү урынына әйләнәсәгенә ышанысын белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Нефтекамаға эш сәфәре барышында  Туҡланыу операторҙарның беренсе форумында ла ҡатнашты. Тәү сиратта, ул ошо өлкәләге уңыш ҡаҙанған ойошмаларыҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Тәжрибәле операторҙар үҙҙәренең материал-техник базаһы, ҡулланған яңы алымдары тураһында һөйләне. 

Яҡын киләсәктә төбәк мәктәптәренә берҙәм меню индерелә һәм туҡланыу операторҙарының эшмәкәрлеген контролдә тотоусы дәүләт системаһы булдырыласаҡ. Шулай уҡ, Башҡортостан хөкүмәте башланғыс класстар өсөн ашханаларҙа ашауҙы бушлай эшләргә тәҡдим итә. Бының өсөн республика бюджетынан йыл һайын миллиард ярым һум аҡса кәрәк буласаҡ.

Ҡала халҡын туйындырған төп предприятиеларҙың береһе — Нефаз заводы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Цехтарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Радий Хәбиров завод етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе һәм предприятиеның яңы мөмкинлектәрен барланы. Дәүләт заказдары күп булғанлыҡтан быйыл заводта етештереү күләме лә ике тапҡырға артҡан , хәҙер бында йылына 1200 ҙән ашыу автобус сығарыла. Әйтергә кәрәк,  «НЕФАЗ»дың продукцияһы Рәсәйҙә ҙур һорау менән ҡуллана. Ул Башҡортостандың машиналар төҙөү сәнғәтендә алдынғы урынды алып тора. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020