Урамға ҡыуып сығара: ҡыйыҡ үҙ балаһына ҡарағанда ҡәҙерлерәк

Миәкә районында йәшәүсе ҡатынды ун һигеҙ йәше тулмаған балаһы менән урамға ҡыуып сығарғандар. Асыҡланыуынса, өйҙө Рәйлә Зарипованың элекке тормош иптәше һатҡан. Ғаиләнең көнкүреш әйберҙәре ҡапҡа тышында ятһа, үҙҙәре ваҡытлыса туғандарында йәшәп торорға мәжбүр. Район  опека органдары ни өсөн бәлиғ булмаған бала хоҡуғын яҡлай алмаған?

Беҙ баланы урамда ҡалдыра алмайбыҙ… Зариповтар ғаиләһе суд приставтарының 18 йәше тулмаған сабыйҙы урамға ҡыуып сығарыуын видеоға төшөрөп ала. Ике бала әсәһе Рәйлә Зарипова уларға бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Һөҙөмтәлә өйҙә булған бөтә әйберҙәрҙе бергәләп ҡапҡа алдына ташырға тура килә. Балаларының ҡыйыҡһыҙ тороп ҡалыуында Рәйлә Зарипова элекке тормош иптәшен ғәйепләй. Асыҡланыуынса, ир ҡатыны менән айырылғас, һөйәркәһенә күсеп китә, һуңынан был өйҙө хәҙерге ҡатынының ҡыҙына һата.  Ҡыуылып сыҡҡан ғаиләнең һыуытҡысы, шкафы һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре әле урамда тора.

Был әйберҙәрҙе улар бер ҡайҙа ла алып китә алмай. Шуға күрә уны ваҡытлыса полиэтилен менән ҡаплап ҡуйырға мәжбүр. Ханым һүҙҙәренсә, ир йылдар дауамында ғаиләһен тура мәғәнәһендә мыҫҡыл итә. Тәүҙә  йортто шартлатам, тип ҡурҡытһа, һуңынан өйгә үткәрелгән электр сымдарын да өҙөп бөтә. Зыян күреүселәр һүҙҙәренсә, элекке тормош иптәше ғаиләне ҡыуып сығарыр өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә документта бәлиғ булмаған Зинира Зарипованың был өйҙә йәшәргә хоҡуғы бар, тип күрһәтелә. Тик ни өсөн ун һигеҙ йәше тулмаған баланы ла ҡыуып сығарғандар-быныһы әлегә ҙур һорау булып ҡала.

Ханым полиция хеҙмәткәрҙәренә, урындағы район хакимиәтенә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Зариповтарҙы әле ни өсөн район опека органдары ун һигеҙ йәше тулмаған баланы өйҙән ҡыуып сығарыуға юл ҡуйған тигән һорау ғына борсой.Шулай ҙа район хакимиәте ғаиләгә 10 квадрат метрлыҡ бүлмә тәҡдим иткән. Әммә бында өс кеше һыя алмаясаҡ. Өҫтәүенә, бүлмәгә ремонт талап ителә. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған Зинира атаһы менән һөйләшергә теләй, әммә ул бер ҡасан да бәйләнешкә сыҡмай, ти ул. Ғәйебен таныһа ла, ғәфү итә алмаясаҡмын, ти ул.

Ғаилә хәҙер туғандарында төпләнеп торорға мәжбүр. Улар дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн йәнә судҡа мөрәжәғәт иткән.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Яңы музей комплексы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы музей комплексы

Яңы төҙөлөп ятҡан Шүлгәнташ музей- комплексы 2020 йылдың аҙағына әҙер буласаҡ. Ошо хаҡта Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә белдерҙе.   Бинаның тышҡы һыҙаттары тулыһынса эргәлә музейҙы уратып алған Урал тауҙарының рельефын ҡабатлай. Инеү урыны ла мәмерйә ауыҙын...

2 часа 39 минут назад
Смотреть видео Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала ял майҙансыҡтары яңыртыла

Йәй – төҙөлөштәр һәм биләмәләрҙе матурлыу мәле. Пандемия ваҡытында ла Өфөлә парктарҙы, скверҙарҙы реконструкциялайҙар. Башҡалала буласаҡ матур урындар тураһында киләһе сюжетта. 86 йәштә булыуына ҡармаҫтан Фауҡинур Шәрипова һәр йыл һайын йәшәгән йортоноң алдын матурлай. Үҙем көрәк тота алғансы,...

2 часа 40 минут назад
Смотреть видео Авариялар һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Авариялар һаны кәмегән

Республикала авариялар һаны егерме процентҡа кәмегән. Берәүҙәр бындай һандарҙы үҙаллы изоляция, ә икенселәре иһә быйыл Башҡортостан юлдарында күпләп ҡуйылған фото һәм видеотеркәү камераһына бәйләй. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт сәғәт һайын тиерлек ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Һуңғы өс...

2 часа 40 минут назад
Смотреть видео Инфекцион госпиталь сафҡа инә | ГТРК «Башкортостан»

Инфекцион госпиталь сафҡа инә

Күптәр быға ышанмай ине. Әммә был дөрөҫлөккә тап килде. Ике ай эсендә Өфө эргаһендә  яңы инфекцион госпиталь ҡалҡып сыҡты. Медицина ҡорамалдарын яйға һалыу һәм персоналды өйрәтеү эше генә ҡалды. 1 июнь дауахана тәүге  пациенттарын ҡабул итәсәк.  Апрель башында  ғына бында...

2 часа 40 минут назад
Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

26 мая 2020
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Яндекс.Метрика