Матурлыҡ ҡорбан талап итә

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре. Әммә матурайтыу урынына, һаулыҡҡа зыян килтереүселәрҙең эшмәкәрлеген кем сикләр? Өфөлә йорт шарттарында керпекте оҙонайтырға һәм ҡаш буятырға барған ҡатын күҙһеҙ ҡала яҙған. Әммә белгес үҙенең ғәйебен танымай. Бындай осраҡтарҙа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм фатирҙарҙа урынлашҡан шикле салондарға йөрөү нимәһе менән ҡурҡыныс? Ҡашһыҙ ҡала яҙған көндө Гөлнара күҙ йәштәре аша иҫкә ала. Диңгеҙгә ял итергә барыр алдынан матурланып алам тип, өй шарттарында ҡабул иткән ҡыҙға ул ҡаштарын буятырға һәм керпектәрен оҙонайтырға бара. Тик процедураларҙан һуң, ҡатындың йөҙөнә киреһенсә, ҡарарлыҡ та түгел. Буяуҙарҙың составындағы аммиакка аллергия булғанын ҡатын алдан уҡ иҫкәрткән, был турала социаль селтәрҙәрҙәге үҙ-ара яҙышҡан хаттар ҙа иҫбатлай. Тик клиентын юғалтырға теләмәгәнлектәнме, әллә материалдарының сифатында шикләнмәгәнгәме, оҫта Гөлнараны был алымдың хәүефһеҙлегенә инандыра. Әммә белгескә барып ҡайтҡандан һуң, ханымдың бите ҡыҙарып, күҙҙәре шешенә башлаған. Йортҡа саҡыртылған тиҙ ярҙам табиптары “контакт дерматиты” тигән диагноз ҡуя. Хәҙер Гөлнара сумаҙанына кейемдәр менән бергә дарыуҙар ҙа тултыра. Юля исемле оҫтаға үҙенең йәмһеҙләнеп бөткән йөҙөн күрһәтергә килгән Гөлнараға, был юлы ишекте асманылар. Оҫтаның сертификаты барлығы хәҙерге ваҡытта бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Интернет селтәрендә был ҡағыҙ менән һатыу иткән иғландар байтаҡ. Өҫтәүенә,  өй шарттарында санитар нормалалар үтәлмәй тиерлек. Ошондай белгестәрҙең оҫталығын үҙебеҙҙә һынап ҡарау теләге менән интернетта юллыҡҡан тәүге иғлан буйынса шылтыратып, маникюр яһау процедураһына яҙылдыҡ.  Ҡабул итеү урыны – фатир бүлмәһенең бер мөйөшө. Өҫтәлдә инструменттар ята. Улар дезинфекция үткән тип, ышандарҙы оҫта. Эшенең үҙенсәлектәре менән ҡатын ихласлап яҡындан таныштырҙы. Баҡтиһәң, бер йыл ғына тәжрибәһе булған оҫта башҡа ҡыҙҙарҙы ла был эшкә өйрәтә икән.  Уның һүҙҙәренсә, йорт оҫталарынан өйрәнеү арзаныраҡ, тик улар сертификат бирмәй, махсус мәктәптәрҙә ошо ҡағыҙ өсөн генә ҡиммәтерәк, ә уҡыу бер нимәһе менән дә айырылмай. Әммә ошондай өйрәнсектәрҙең хәүефһеҙлек һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәүе икеле. Шуға ла салонға ҡарағанда өй шарттарында теләһәң ниндәй процедураларға йөрөү һаулыҡ өсөн үтә лә ҡурҡыныс, ти белгестәр. Төрлө йоғошло ауырыуҙарҙы һәм хатта вич-инфекцияны эләктерергә мөмкин.  Ҡыҙғанысҡа, бындай белгестәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтеү аҫтына алыусы дәүләт органы әлегә юҡ. Шуға ла өй шарттарында эшләгән оҫталарҙың ҡулынан зыян күреүселәргә, тәү сиратта, табиптарға күренеп, йәрәхәттәр барлығын теркәргә, аҙаҡ полицияға, йә тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итеп, экспертиза эшләтергә мөмкин, ти юристар. Күҙһеҙ һәм ҡашһыҙ ҡалдыра яҙған оҫтаһын яуаплылыҡҡа тарттырырға теләп, Гөлнара Марчина ла тәфтиш комитетына ғариза яҙырға йыйына. Ғәйебе танылған осраҡта, был белгесте икенән-алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Бындай осраҡтарға юлыҡмаҫ өсөн табиптар матурлыҡ артынан ҡыуып, һаулыҡ тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Йорт шарттарында эшләгән шикле оҫталарға йөрөүҙән тыйылғанда ғына, уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатып буласаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Смотреть видео  “Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан 24” каналында “Өфө кистәре”

 “Башҡортостан 24” каналында яңы проект башлайбыҙ, ул  бөгөн кис эфирға сыға.  “Өфө кистәре” тип аталған тапшырыуҙы Республика халыҡ ижады үҙәге  директоры Артур Әлибәков алып бара. Унда билдәле музыканттар  башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең тарихы, башҡарыу...

2 июня 2020
Смотреть видео  Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл! | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл!

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Йәмәғәт тормошоноң нескә, әммә алыштырғыһыҙ мөһим бер даирәһенә әүерелгән ҡоролтай хәрәкәтенең сирек быуат дауамында өлгәшкән ҡаҙаныштарына, бөгөн бойомға ашырган эшмәкәрлегенә һәм киләсәккә бағлаган өмөттәренә хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева...

2 июня 2020
Смотреть видео 1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

1 июндән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр

Рәсәйҙә эске туризм өсөн сикләүҙәр алына. Изоляцияның беренсе өлөшөндә медицина лицензияһы булған шифаханалар ҡайтанан эш башлай. Яңылыҡтарҙың береһе өс йәштән 16  йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиелар түләүгә бәйле. Хеҙмәт кенәгәләренең дә хәҙер электрон варианты буласаҡ. Беренсе июндән үҙ...

2 июня 2020
Смотреть видео Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыу инеү миҙгеле ҡасан башлана?

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте башлығы Анна Попова пляждарҙа битлек кеймәҫкә лә ярай, тип белдерҙе. Шулай ҙа  арауыҡ һаҡларға саҡырҙы ул. Башҡортостан халҡынан  да һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын күреү талап ителә. Һыу инеү миҙгеле быйыл 1-енән 10 июнгә күсерелде....

2 июня 2020
Смотреть видео Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа үҙәктәрен асырға, лагерҙарҙы әҙерләргә, күнекмәләрҙе башларға

Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең...

2 июня 2020
Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Яндекс.Метрика