“Һәр кемгә йорт”

Ғорур атама йөрөткән был төҙөлөш ойошмаһына халыҡ миллион һум ашыу аҡса биреп алданып ҡала. Килешеү төҙөр алдынан ойошма хеҙмәткәрҙәре бер нисә ай эсендә панелдән эшләнгән өй әҙер буласаҡ, тип ышандыра. Ағас йортта йәшәргә теләүселәр хатта үҙ фатирҙарын һатып, аҡсаһыҙ һәм бер ниндәй мөлкәтһеҙ тороп ҡала. Ойошманың генераль директоры үҙ ғәйебен танымай. Тирә-яҡты ағастар уратып алған ерҙә Резеда Яббарова күптән өй һалыу хыялы менән янып йәшәй. Бының өсөн ул төҙөлөш компанияһына миллиондан ашыу аҡса бирә. Ҡатынды ике ҡатлы йортта ошо йылда уҡ йәшәй башларға мөмкин, тип ышандыралар.  “Һәр кемгә йорт”. Төҙөлөш компанияһы тап ошолай атала. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә теләге булған һәр кемгә бер нисә ай эсендә сифатлы, ә иң мөһиме осһоҙ йорт төҙөйбөҙ, тип ышандыралар. Әммә ойошма клиенттары инде нисәмә йыл яңы өйгә күсә алмай.Андрей Щитлов та шул уҡ ҡармаҡҡа эләгә. Панелдән эшләнгән өй төҙөтөр өсөн ул да берҙән-бер фатирын һата. Уға өс ай эсендә йорт  тулыһынса әҙер буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Әммә төҙөлөш эше ни сәбәптәндер туҡтай. Ир буш өйгә күсеп, ҡалған ремонтты үҙе яһарға мәжбүр була.Әҙер йорт фотоһүрәттәрен күргәс, беҙ ойошма хеҙмәткәрҙәренә тиҙ ышандыҡ, тип үкенә зыян күреүселәр. Төҙөләсәк йорт урыны ла халыҡҡа оҡшай. Шуға ла кеҫәләге аҡсасаларын бер ниндәй насар уйһыҙ сығарып бирә.Компания тарафынан ошо ер биләмәһендә ике йорт төҙөлгән булған. Әммә уларҙы 2017-се йылда ни сәбәптәндер һүтеп ташлайҙар. Әлегә был урын буш тора. “Һәр кемгә йорт” ойошмаһында бындай проблемалар 2016–сы йылда уҡ башланды, ти зыян күреүселәр.  Бөтәһе 19 кеше компания менән килешеү төҙөп, алданып ҡала.Ойошма директоры менән бәйләнешкә сығып булмай, уларҙың офистары ла һәр ваҡыт үҙгәреп тора, тип зарлана халыҡ. Һуңғы тапҡыр улар Сипайлово биҫтәһендә эшләгән, ә һуңынан бөтөнләй ябылған. “Һәр кемгә йорт” ойошмаһының генераль директоры Станислав Ҡолтаевҡа енәйәт эше асылған. Станислав Ҡолтаев ғәйеп миндә түгел, ә минең хеҙмәткәрҙәрҙә, ти. Әле төҙөлөш ойошмаһы 15 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан. Алданып ҡалыусыларға аҡсаларын кире ҡайтарыу өсөн күп тир түгергә тура киләсәк. Әгәр ҙә директорҙың ғәйебе иҫбатланһа, уға 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ваҡытлы матбуғатғҡа яҙылыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлы матбуғатғҡа яҙылыу тәртибе үҙгәрә

Пандемия сәбәпле, быйыл гәзит-журналдарға яҙылыу шарттары үҙгәрҙе. 30  апрель тамамланған кампания республика гәзиттәре өсөн һынау мәле булды. Сираттағы ошондай махсус акция яҡын арала башлана. Ташламалы яҙылыу  “Шоңҡар” баҫмаһы өсөн нисек уҙған? Ошо турала  баҫманың яуаплы сәркәтибе...

5 мая 2020
Смотреть видео Сибайҙың ҡала баҙары ҡайтанан эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙың ҡала баҙары ҡайтанан эш башлай

Ошо туралағы ҡарарҙы урындағы хакимиәт ҡабул итте. Сибай баҙары пандемия таралған мәлдә танылыу алғайны. Тап ошо сауҙа комплексында, Силәбе өлкәһенән килеп ит һатҡан ирҙә коронавирус табылды. Ҙур ғауға тыуҙырған был хәл Башҡортостан етәкселегенең шәхсән күҙәтеүенә алынды. Хәҙер баҙарға килеп сауҙа...

5 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан халҡына 100 мең медицина битлеге түләүһеҙ таратыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡына 100 мең медицина битлеге түләүһеҙ таратыласаҡ

Республика халҡына йәнә 100 мең медицина битлеге бушлай таратыласаҡ. Радий Хәбиров башҡарма власть органдары алдында ошондай бурыс ҡуйҙы. Әгәр ҙә граждандар һаҡлыҡ сараларын тейешенсә ҡулланмай икән, уларҙы яуапҡа тарттырасаҡтар. Башҡортостанда иһә вирусты йоҡтороусылар һаны кәмемәй. Уларҙың...

5 мая 2020
Смотреть видео Республика табиптары яман шеш сирен иҫкәртеүҙе оноторға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Республика табиптары яман шеш сирен иҫкәртеүҙе оноторға тейеш түгел

Етенсе майға тиклем Башҡортостанда онкология сирҙәренә ҡаршы көрәште ҡайтанан тергеҙергә кәрәк. Пандемия тип, башҡа ауырыуҙарҙы иҫтән сығарырға ярамай. Республика хәҙер коронавирус йоҡторғандар өсөн тәғәйенләнгән биш мең урынды кәметеп, уның һанын 3 мең 700-гә ҡалдырасаҡ. Радий Хәбиров Һаулыҡ...

5 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә

Башҡортостанда 9-сы майға арналған киң күләм саралар уҙғарылмаһа ла, Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы һәм унда ҡатнашҡан һалдаттарға арналған обелисктарға һәм һәйкәлдәргә сәскәләр һалынырға тейеш. Тик был тантаналарҙа ҡатнашыусылар һанын мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Был турала республика етәксеһе...

5 мая 2020
Смотреть видео 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека | ГТРК «Башкортостан»

6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека

Республикала 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә башланы. Был программаны  Рәсәй президенты Владимир Путин раҫлағайны. Рәсәй Федерацияһының теләгән һәр гражданына кәметелгән процент менән беренсе торлаҡ алыу мөмкинселеге бар. Күп балалы Богдановтар ғаиләһе...

4 мая 2020
Смотреть видео Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам

Короновирусҡа бәйле, әле күп кенә ойошмаларҙы финанс мәсьәләләре борсой. Шуға ла Рәсәй хөкүмәте һәм төбәк властары эшҡыуарҙарға ярҙам итеү сараларын күрә. Был кафе пандемия булмаҫ элек халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Әле иһә, ҡағиҙә буйынса, өҫтәлдә бер йә ике генә кеше ултыра ала. Кафе...

4 мая 2020
Смотреть видео Туй күлдәге урынына - битлектәр | ГТРК «Башкортостан»

Туй күлдәге урынына - битлектәр

Өфөләге туй салондарының береһе күлдәктәр урынына битлектәр тегә башлаған. Был аҙымға улар сараһыҙлыҡтан тотонған. Туй күлдәктәренә һәм сәхнә костюмдарына заказдар булмағас, бизнес зыян күрә башлаған.  Туйҙар башлыса йәй булһа ла, күлдәктәргә заказдар алдан, яҙ айҙарында уҡ килә башлай ине, ти...

4 мая 2020
Смотреть видео Бөгөндән Башҡортостанда битлек режимы индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән Башҡортостанда битлек режимы индерелде

Йәмәғәт урындарында медицина битлеге кейеп йөрөү мотлаҡ. Был турала оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Шулай уҡ, үҙҙаллы изоляция режимы 11 майға тиклем оҙайтылды. Әйткәндәй, республикала коронавирус менән ауырыусыларҙың һаны меңдән ашты.

4 мая 2020
Смотреть видео  Ҡан-тамырҙарының киңәйеүе - таралған ауырыуҙарҙың береһе: уны нисек алдан киҫәтергә һәм дауаларға | ГТРК «Башкортостан»

Ҡан-тамырҙарының киңәйеүе - таралған ауырыуҙарҙың береһе: уны нисек алдан киҫәтергә һәм дауаларға

Үҙизоляция ваҡытындағы аҙ хәрәкәтләнеү күп осраҡта аяҡтарҙағы ҡан тамырҙарының киңәйеүенә илтә Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күптәр быға иғтибар итмәй һәм ҡан юлдары менән бәйле ауырыҙарҙың ҡурҡыныс булыуын иҫәпкә алмай.  Аяҡтарҙың сәләмәт булыуына беренсе аҙымды Варикоза нет клиникаһына...

30 апреля 2020
Яндекс.Метрика