Башҡортостанда йомшаҡ сырҙар етештереләсәк

Бәләбәйҙә урындағы һөт комбинатында  буласаҡ заводтың нигеҙ ташын һалыу тантанаһы үтте. Унда республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Эш сәфәре барышында Радий Фәрит улы Дәүләкән ҡалаһы һәм районының социаль-иҡтисади хәле менән яҡындан танышты. Бәләбәй ҡалаһы тәү сиратта үҙенең тәмле сырҙары менән дан тота. Һөт комбинаты йылына 15 мең тоннанан ашыу 23 төрлө ҡаты сыр сығара. Оҙаҡламай бында етештереү күләме тағы ла 9 мең тоннаға артасаҡ. Һөт эшкәртеү һәм деликатес сырҙар эшләүсе донъялағы иң алдынғы француз компанияһы Бәләбәй һөт комбинаты нигеҙендә йомшаҡ сырҙар етештереүсе завод төҙөргә планлаштыра. 

Продукцияны етештерәсәк заводтың нигеҙенә республика етәксеһе Радий Хәбиров, Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе һәм компания етәкселәре «тәүге таш» һалыу тантанаһында  ҡатнашты. Завод 2020 йылдың октябрендә сафҡа инер тип көтөлә. Һөҙөмтәлә, ҡалала 200-ҙән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Бәләбәйҙән һуң, республика етәксеһе Дәүләкәнгә юл алды. Ул ҡаланың Баҡса урамындағы яңы скверҙың төҙөлөшө менән танышты. Элек был ташландыҡ урында ямғыр һыуҙары йыйылған ҙур соҡор булған. Хәҙер тротуар һалынған, эскәмйәләр, ут бағаналары урынлаштырылған.

Киләсәктә  Советтар Союзы геройы, ошо сквер эргәһендә урынлашҡан икенсе урта мәктәбенең элекке директоры  Владимир Ферапонтовтың бюсын ҡуйыу планлаштырыла. «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә был биләмәне тәртипкә килтереү өсөн  йәмғеһе 6 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.Ә киләһе объекттағы төҙөкләндереү эштәре республика етәксеһен ҡәнәғәтләндермәне. »Башҡорт ихаталары» программаһына ярашлы, был йорттоң ишек алында балалар майҙансығы, парковкалар эшләнеп, эскәмйәләр ҡуйылырға тейеш булған. Һөҙөмтәлә, бында тик асфальт ҡына һалынған.

Өҫтәүенә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәрәкәт итеү өсөн уңайлыҡтар булдырылмаған. Радий Хәбиров был мәсьәләне күҙәтеү аҫтына алды һәм октябрь айында хаталар өҫтөндәге эште килеп ҡарарға вәғәҙәләне.  Аратабан төбәк етәксеһе республикалағы алдынғы сәнәғәт предприятиеларының береһе  Дәүләкән нефть машиналары төҙөү заводына юлланды. Бында Рәсәй өсөн генә түгел, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре, Әзербайжан, Ҡаҙағстан кеүек сиктәш дәүләттәр өсөн дә нефть һәм газ сәнәғәте ҡорамалдары етештерелә.  Предприятие үҙ аҡсаһына 130 миллион һумлыҡ яңы цех төҙөп сафҡа индергән. Шул арҡылы заводта тағы ла өҫтәмә 60 эш урыны барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Башҡортостанда машиналар етештереү сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бихисап программалар эшләп килә, ә бына еңел сәнәғәт өсөн бик аҙ.

Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика хөкүмәтендә әле һөйләшеүҙәр алып барыла.  Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы ла был ярҙамдан ситтә ҡалмаясаҡ. Был турала Радий Фәрит улы предприятие эше менән яҡындан танышҡанда әйтеп үтте.  Әле фабрикала 200-гә яҡын кеше эшләй. Дәүләкән аяҡ кейемдәрен Калининградтан алып Влаливостокка тиклем һатып алалар. Республика өсөн ошондай тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың булыуы бик мөһим. Шуға ла беҙ уларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өҫтөндә бергәләп эшләргә тейеш, тине төбәк етәксеһе. Был үҙ сиратында, эш хаҡын арттырыуға һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. 

Смотреть видео Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам

Өфөлә робот Да Винчи ярҙамында быйыл 400-ҙән ашыу операция башҡарылған. Табиптар был юлы  ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам итте. Операция өҫтәлендә 40 йәшлек ир.  БДМУ клинкаһында тулы тикшеренеү үткәндән һуң уға ҡатмарлы операция башҡарырға ҡарар ителә. Робот-хирург...

19 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте

Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша. Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында экологик дәрестәр,...

19 ноября 2019
Смотреть видео Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә

Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса. Яңы майҙансыҡтар Республика башлығы исеменә күп һанлы үтенес-мөрәжәғәттәр. Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән...

19 ноября 2019
Смотреть видео Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу | ГТРК «Башкортостан»

Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев район һәм ҡала биләмәһе үҙидаралығының ҡатын-ҡыҙ депутаттары менән осрашты. Төп маҡсат - социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу һәм ярҙам итеү. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф...

19 ноября 2019
Смотреть видео 2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостандың 2020-2022 йылға тиклемге бюджеты буйынса асыҡ фекер алышыуҙар ойошторола. Документ беренсе тапҡыр киләһе өс йылға иҫәпләнгән. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктең мөһим финанс документының төп параметрҙарын белдерҙе...

19 ноября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

Башҡортостанда инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары кәмегән. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йылдың 9 ай күрһәткестәрен барланы. Ә “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлешен тәнҡиткә тотто төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров 9 ай һөҙөмтәләрен...

19 ноября 2019
Смотреть видео Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп | ГТРК «Башкортостан»

Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп

Кесе Ватан өсөн оло эштәрОшо исем аҫтында Өфөлә Ишембай районы яҡташтары һәм студенттары менән осрашыу үтте. Сараның маҡсаты - юғары белемле йәштәрҙе районға эшкә йәлеп итеү. Тыуған ереңдән алыҫта йәшәгән саҡта яҡташтарың менән осрашып күрешеү икеләтә шатлыҡлы. “Кесе Ватан өсөн оло эштәр” тип...

19 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

 Республика алдында торған тағы бер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров  күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһына бер ауылда йәшәп,...

18 ноября 2019
Смотреть видео Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл | ГТРК «Башкортостан»

Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо...

18 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды

Янғын һүндереү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн тәғәйен трактор һәм ҡоролмаларҙы 16 урман хужалығы ойошмаһы алды. Тағылмалы трактор комплекстары, ағас ташыу өсөн тәғәйен махсус техника республиканың төрлө райондарына оҙатылды. Урмансылар әйтеүенсә, заманса техника эште күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк. “...

18 ноября 2019
Смотреть видео Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында...

18 ноября 2019
Смотреть видео Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә | ГТРК «Башкортостан»

Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә

Туған телгә 100 аҙымды үтергә Башҡортостан халҡына 100 әҙәби әҫәр ярҙам итәсәк. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тәҡдиме менән Башҡортостандың яҙыусылар берлеге һәм Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш алып барғандан һуң, китап уҡыусыларға был 100 әҫәрҙең исемлеген тәҡдим...

17 ноября 2019
Смотреть видео Балалар мәктәптә нисек туҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Балалар мәктәптә нисек туҡлана?

Меню төҙөү тәртибе һәм туҡланыуҙың төп талаптары өсөн кем яуаплы. Беҙҙең хәбәрселәр Өфө мәктәптәренең береһе миҫалында республикала милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендәге “Сәләмәт туҡланыу” программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. Башҡалалағы 155-се лицей ашханаһы сеймалдан әҙер аҙыҡты...

17 ноября 2019
Смотреть видео Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә. Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса. Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән тиҫтерҙәре менән...

16 ноября 2019
Смотреть видео Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында...

16 ноября 2019
Смотреть видео Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл | ГТРК «Башкортостан»

Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо...

16 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

Республика алдында торған тағы бер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров  күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһына бер ауылда йәшәп, хатта...

16 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды

Янғын һүндереү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн тәғәйен трактор һәм ҡоролмаларҙы 16 урман хужалығы ойошмаһы алды. Тағылмалы трактор комплекстары, ағас ташыу өсөн тәғәйен махсус техника республиканың төрлө райондарына оҙатылды. Урмансылар әйтеүенсә, заманса техника эште күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк. “...

16 ноября 2019
Смотреть видео  Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана

Әммә алдағы көндәрҙә кинәт һыуыта тип иҫкәртә синоптиктар. Республика әле атмосфера тәьҫире аҫтында ҡалды, көнбайыш райондарҙа ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа торошо 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылыта. Кискә төнъяҡ райондарҙа 12 градусҡа тиклем түбәнәйә. Киләһе аҙнанан ҡыш тулыһынса үҙ...

14 ноября 2019
Смотреть видео Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған

Улар бер нисә көн элек кенә күҙҙәрен асҡан. Бәләкәс яныуарҙарҙы беҙҙең ижади төркөмгә күреп ҡайтыу бәхете тейҙе. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты. Юлбарыҫтар бер ай элек кенә тыуған. Хәҙер Симона ҡушаматлы инә юлбарыҫ киң вольерҙа йәшәй. Ғәҙәттә, тәбиғәттә януар ике генә көсөк килтерә, бер ыңғай...

14 ноября 2019
Смотреть видео Пенсионерҙар шифаханаға юлламаны түбән хаҡ менән ала | ГТРК «Башкортостан»

Пенсионерҙар шифаханаға юлламаны түбән хаҡ менән ала

Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юллама хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башланды. Улар Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың теркәлгән урыны...

14 ноября 2019
Смотреть видео Райондар янғын һүндереү техникаһы алды | ГТРК «Башкортостан»

Райондар янғын һүндереү техникаһы алды

“Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәрен үҫтереү” стратегияһы сиктәрендә янғын һүндереү техникаһы тапшырылды. Тағылма автоцистерналар ауыл биләмәләренә, ә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу машиналары республика янғын һүндереү частарына бүләк ителде.  Иглин районының Урман ауылы халҡы уттың ниндәй...

14 ноября 2019
Смотреть видео Сүп-сар өсөн контейнерҙар мәсьәләһен кесе бизнес хәл итә | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар өсөн контейнерҙар мәсьәләһен кесе бизнес хәл итә

Радий Хәбиров муниципалитеттарға ҡаты ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар урынлаштырыуҙы тиҙләтеү бурысын ҡуйғайны. Ғафури районында мәсьәләне урындағы эшҡыуар менән бергә хәл итәләр. Контейнерҙар етештереүҙе яйға һалған йүнсел муниципалитетҡа тәүге партияһын тапшырған, тағы ла 130 сүп-сар һауытты ошо...

14 ноября 2019
Яндекс.Метрика