Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа

Борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе – ҡымыҙ, айырыуса, йәй көнө тәмле була, сөнки йәйен бейәләр йәшел үлән менән туҡлана. Ә бына шифалы эсемлек ағыуға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә? Башҡорт тоҡомло аттары үҙҙәренең сыҙамлы булыуы менән айырыла. Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы фермерлыҡ хужалығы тап башҡорт тоҡомдарын үрсетә, сөнки тап ошо тоҡом бейәләре һөттө күберәк бирә, тип иҫәпләнә. Яңы Яппар ауылы ҡымыҙ цехында 4 һауынсы һәм 2 көтөүсе эшләй. Бейәләрҙе көнөнә 4 тапҡыр һауалар һәм ярты тонна һөт йыйып тәүлек нормаһын үтәйҙәр.

Ә бына ҡымыҙҙы боронғо йолалар буйынса  бешәләр. Яңы һауылған һөттө шунда уҡ ҡымыҙ цехына алып баралар. Уны һарҡытҡандан һуң әсеткегә ҡушалар.Ағас гөбөлә яҡшылап туҡығандан һуң ҡымыҙ әҙер булһын өсөн 2-3 сәғәткә ҡалдыралар һәм тағы ла яңы һауылған һөт өҫтәйҙәр. Эсемлекте бер тәүлектән һуң шешә һауыттарға тултыралар. Ә бына Йоматау шифаханаһындағы цехта ҡымыҙ әҙерләү тулыһынса автоматлаштырылған. Үҙҙәренең йылҡы фермаһы булмағас, килтерелгән һөт лабораторияла етди тикшереү аша үтә.Ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡыты ҡыҫҡа һәм етештереүселәр һауыттарҙың этикеткаһына бөтә мәғлүмәтте теркәй. 

Цех хеҙмәткәрҙәре урамда дөрөҫ һаҡланмаған урындарҙа ҡымыҙ һатып алырға кәңәш итмәй. Сөнки шифалы эсемлек менән дауаланау урынына ағыуланыу ихтимал.Иң тәмле ҡымыҙ йәй миҙгелендә әҙерләнә, сөнки ошо осорҙа бейәләр йәшел үлән менән туҡлана.  Ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуға ярҙам итә. Иң мөһиме ҡымыҙҙың һаҡлау ваҡытына иғтибар итеү зарур.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы

Быйылдан күп балалы ғаиләләрҙән беренсе синыфҡа барған уҡыусылар дәүләттән ярҙам аласаҡ. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың был тәҡдиме хәҙер законлаштырыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай закон проектын киләһе ултырышта ҡабул итәсәк. Был хаҡта бөгөн президиум ултырышында әйтелде.

22 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға

3 йыл элек Башҡортостан етәкселеге Башнефть компанияһының яңы инвестиция проекттарын өҫтөнлөклөләр рәтенә индергәйне. Уларҙың береһе Өфөоргсинтез заводында изопропилбензол етештереү линияһын камиллаштырыуға ҡайтып ҡалды. Бөгөн яңы сәнәғәт беренсе продукция бирә башланы. Уның эшмәкәрлеге менән...

22 мая 2018
Смотреть видео Халыҡ һаулығы көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ һаулығы көндәре

Сәләмәтлегеңде хәстәрләүҙе үҙ ҡулыңа ал. Республикала бишенсе йыл рәттән “Халыҡ һаулығы көндәре” ойошторолдо. Табиптар ауырыуҙарға сир-сырхауҙан арынырға ярҙам итеп һаулыҡты даими нығытыуҙы артабан ғәҙәткә индерергә өндәй. Акция барышында Республика кардиология диспансеры табиптары яңы йөрәк...

21 мая 2018
Смотреть видео Матур ғаилә –ил күрке | ГТРК «Башкортостан»

Матур ғаилә –ил күрке

Дим районында “Матур ғаилә –ил күрке” тип аталған сара үтте. Саф башҡорт ғаиләләрен бер урынға йыйған байрам беренсегә уҙғарылды. Орион ижад йортонда сара башҡорт тарихын быуындан быуынға тапшыра килгән ҡурай моңо менән башланды. Дим районы башҡорттары ҡоролтайы һәм ата-әсәләр комитеты менән...

21 мая 2018
Смотреть видео Ауыл хужалығы министрлығында сираттағы йәрминкә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл хужалығы министрлығында сираттағы йәрминкә үтте

Унда ҡала халҡы фермерҙарҙың, крәҫтиән хужалыҡтарының тауарҙарын һатып алала. Йәрминкә кәштәләрендә һөт, ит ризыҡары, төрлө ярымфабрикаттар, консерваланған бәшмәктәр. Министрлыҡ янындағы  ауыл хужалығын консультациялау үҙәге республикалағы бөтә хужалыҡтарҙың да уңышлы эшләүен тәьмин итеү өсөн...

21 мая 2018
Смотреть видео Яуаплы ҡараш йәки инвестициялар әһәмиәте | ГТРК «Башкортостан»

Яуаплы ҡараш йәки инвестициялар әһәмиәте

Рәсәй иҡтисадында Башҡортостандың әһәмиәте арта. Илдең сәнәғәт ҡеүәтен арттырыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә беҙҙең республика тос өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа инвестициялар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан илдә алдынғы урындарға сыҡты. Инвесторҙар аҡса һалыу өсөн төрлө тармаҡтарҙы һайлай. Йылайыр...

21 мая 2018
Смотреть видео Ҡытай-Башҡортостан: хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытай-Башҡортостан: хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға

Рәсәйҙең стратегик партнеры булған Ҡытай менән Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып хеҙмәттәшлек ептәрен булдырған төбәктәрҙең береһе. Республика башлығы был мөнәсәбәттәргә етди этәргес бирҙе. Волга буйы федераль округының ,,Волга-Янцзы,, проекты сиктәрендә  Ҡытай виләйәттәре һәм Рәсәй...

21 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм хатта айырым киң мәғлүмәт саралары  Ҡушма Штаттарҙа Трамтың твиттарына бәйле хәбәрҙәргә бик күп иғтибар булыуға борсолоу белдергән. Икенсе урында-Рәсәйгә ҡарата нәфрәт. Радио, телевидениела, матбуғатта илдең эске етди мәсьәләләре тураһында бер һүҙ ҙә юҡ....

21 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урынға сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урынға сыҡты

Башҡортостан йорттарҙы сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округтары төбәктәре араһында икенсе урынға сыҡты. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә һуңғы 4 айҙа 500 мең квадрат метр майҙанлыҡ 5 мең 541 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанда бер мең...

21 мая 2018
Смотреть видео Нуриман районында көслө ел ҡоторған | ГТРК «Башкортостан»

Нуриман районында көслө ел ҡоторған

Ҡойон Павловкалағы бер келәттең түбәһен осорған. Һәләк булыусылар һәм зыян күреселәр юҡ. Әле төҙөкләндереү эштәре бара. Синоптиктар бөгөн дә Башҡортостанда көслө дауыллы ел иҫеүе хаҡында иҫкәртә. Йәшенле ямғыр яуыуы ла ихтимал.

21 мая 2018
Яндекс.Метрика