Ҡымыҙ - етмеш ауырыуҙан дауа

Борон-борондан башҡорт халҡының бәрәкәтле, шифалы эсемлектәренең береһе – ҡымыҙ, айырыуса, йәй көнө тәмле була, сөнки йәйен бейәләр йәшел үлән менән туҡлана. Ә бына шифалы эсемлек ағыуға әйләнмәһен өсөн нимә эшләргә? Башҡорт тоҡомло аттары үҙҙәренең сыҙамлы булыуы менән айырыла. Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы фермерлыҡ хужалығы тап башҡорт тоҡомдарын үрсетә, сөнки тап ошо тоҡом бейәләре һөттө күберәк бирә, тип иҫәпләнә. Яңы Яппар ауылы ҡымыҙ цехында 4 һауынсы һәм 2 көтөүсе эшләй. Бейәләрҙе көнөнә 4 тапҡыр һауалар һәм ярты тонна һөт йыйып тәүлек нормаһын үтәйҙәр.

Ә бына ҡымыҙҙы боронғо йолалар буйынса  бешәләр. Яңы һауылған һөттө шунда уҡ ҡымыҙ цехына алып баралар. Уны һарҡытҡандан һуң әсеткегә ҡушалар.Ағас гөбөлә яҡшылап туҡығандан һуң ҡымыҙ әҙер булһын өсөн 2-3 сәғәткә ҡалдыралар һәм тағы ла яңы һауылған һөт өҫтәйҙәр. Эсемлекте бер тәүлектән һуң шешә һауыттарға тултыралар. Ә бына Йоматау шифаханаһындағы цехта ҡымыҙ әҙерләү тулыһынса автоматлаштырылған. Үҙҙәренең йылҡы фермаһы булмағас, килтерелгән һөт лабораторияла етди тикшереү аша үтә.Ҡымыҙҙы һаҡлау ваҡыты ҡыҫҡа һәм етештереүселәр һауыттарҙың этикеткаһына бөтә мәғлүмәтте теркәй. 

Цех хеҙмәткәрҙәре урамда дөрөҫ һаҡланмаған урындарҙа ҡымыҙ һатып алырға кәңәш итмәй. Сөнки шифалы эсемлек менән дауаланау урынына ағыуланыу ихтимал.Иң тәмле ҡымыҙ йәй миҙгелендә әҙерләнә, сөнки ошо осорҙа бейәләр йәшел үлән менән туҡлана.  Ҡымыҙ еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Был шифалы эсемлек ашҡаҙан, үпкә, йөрәк ауырыуҙарын, нервы һәм эндокрин системаларын дауалауҙа, матдәләр алмашыныуын көйләүҙә, иммунитетты нығытыуға ярҙам итә. Иң мөһиме ҡымыҙҙың һаҡлау ваҡытына иғтибар итеү зарур.

 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Юл һәм транспорт тармағында 2019 йыл нимәләр менән иҫтә ҡалды? | ГТРК «Башкортостан»

Юл һәм транспорт тармағында 2019 йыл нимәләр менән иҫтә ҡалды?

1 йыл элек авариялар һанын кәметеү талабы ҡуйылғайны. Тағы ла йәмәғәт транспортында тәртип булдырыу, бөтә ауылдарҙы ҡаты түшәмле юл менән тоташтырыу, яңы күперҙәр һәм башҡа күләмле инфраструктура проекттары. 2019 йылда юл хужалығы өлкәһендә ҡуйылған маҡсаттар тап ошолай яңғырай ине. Ә бит уларҙың...

30 декабря 2019
Смотреть видео Медициналағы йыл йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Медициналағы йыл йомғаҡтары

Ә мин Башҡортостан өсөн 2019 йылды Медицина йылы тип билдәләр инем. Бөтә ил өсөн проблемалы тармаҡ төбәк реформаһын кисерҙе тип әйтергә була. Һөҙөмтә: табиптар һаны 660-ҡа артты, поликлиникаларҙа сират кәмене, тәүге тапҡыр онкология һәм ҡан тамырҙары сиренән үлем осраҡтары аҙайҙы. Санавиация – һәр...

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 – сүп-сар реформаһы йылы | ГТРК «Башкортостан»

2019 – сүп-сар реформаһы йылы

Хәҙер сүпте бер урынға йыйырға ярамай. Йылдың төп ҡағиҙәһе тиерлек бит был. Ҡала ихаталарында хатта контейнерҙар төрлө төҫлө. Быйылдан ауылда ла ҡалдыҡтарҙы яҡындағы сүплеккә ырғытмай, ә махсус полигондарға оҙатырға өйрәнде халыҡ. Илдә сүп-сар реформаһы башланды. Ҡырмыҫҡалы районының Сахай...

30 декабря 2019
Смотреть видео Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл хужалығы өсөн 2019 йыл йомғаҡтары уңышлы булды

Халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгән Башҡортостан өсөн аграр тармаҡ айырыуса мөһим. Шуға ла Радий Хәбиров был тармаҡта яңы ынтылыш күрергә теләй. Күреп, тотоп булғанынан һеҙгә бер кәрзин күстәнәс итеп алып килдем әле. “Баҫыуҙан кәштәгә тиклем” тигән өндәмә емеше был. Бында үҙебеҙҙә етештерелгән...

30 декабря 2019
Смотреть видео Сәйәсәттәге йыл йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Сәйәсәттәге йыл йомғаҡтары

Сәйәсәттәге йыл йомғаҡтарын барлар өсөн сәйәсмәндәрҙең ңҙҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов беҙҙең менән бәйләнештә.

30 декабря 2019
Смотреть видео 2019 Башҡортостан өсөн – тарихи йыл | ГТРК «Башкортостан»

2019 Башҡортостан өсөн – тарихи йыл

Республика 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Эйе, 100 йыллыҡ тарихын барлап Башҡортостан бөгөн яңы йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫа, яңы тарих биттәрен аса. Ул тарих ата-олатайҙар ҡаны менән яуланған, халҡыбыҙ рухы менән данланған үткәндәргә таяна. Шуға ла нигеҙе ныҡлы, бөгөнгөһө ышаныслы, киләсәге өмөтлө уның...

30 декабря 2019
Смотреть видео Балаларға балаларҙан бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға балаларҙан бүләк

Өфөнөң 16-сы гимназия уҡыусылары 5-се йыл республика балалар клиник дауаханаһында дауаланыусы балаларға бүләк әҙерләй. Быйыл да улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән байрам сараһын ойошторҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала. Яңы йыл открыткаларын һәр уҡыусы сағыу итеп эшләргә тырыша, кемдер ҡәләмдәр менән...

26 декабря 2019
Смотреть видео "Башархив” проекты интернет селтәрендә | ГТРК «Башкортостан»

"Башархив” проекты интернет селтәрендә

Үҙ туғандарыңды тап. Башҡортостандың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте,  төбәктең милли архивы менән берлектә үҙенсәлекле проект тәҡдим итә. “Башархив” проекты интернет селтәрендә булдырылған сайттан ғибәрәт. Унда 1917 йылда халыҡ иҫәбен алыу барышында теркәлгән уникаль архив документтар урын алған...

26 декабря 2019
Смотреть видео Кейек бирмә бүләккә | ГТРК «Башкортостан»

Кейек бирмә бүләккә

Яңы йылға йән эйәһен бүләк итеп биреү модаға әүерелә. Әммә белгестәр бындай сюрприз эшләр алдынан 100 ҡат уйларға кәңәш итә. Сөнки уларҙың яртыһы аҙаҡ урам буйына сығарып ташлана. Сәбәбе ябай – яңы хужалар йәнлекте тәрбиәләргә әҙер булмай сыға.  Өфөләге Локи ҡушаматлы янутҡа ла ошондай яҙмыш...

26 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хатикоһы үҙ хужаһын тапты

Интернет селтәрендә күптәрҙе борсоуға һалған эттең исеме Скай булып сыҡты. Тоғро дуҫ шундай була, тип һоҡланды бәғзе берәүҙәр. Маһмай хәрәкәт ҡыҙыу булған трассала тәгәрмәс аҫтында ҡалған дуҫын ташламай сәғәттәр дауамында һаҡлап йөрөгән. Был видео Өфө янындағы М-5 трассаһында төшөрөлгән. Видео...

26 декабря 2019
Яндекс.Метрика