Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең йәнә көн ҡаҙағында. Отчеттарҙа эштәр ваҡытында башҡарыла тиелһә лә, уның нисек эшләнеүе боросуға һала. Был хаҡта Радий Хәбировҡа Дәүләкән халҡы хәбәр еткерҙе. Үткән аҙнала эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Һөҙөмтәлә, уңайлы мөхит урынына яңы әммә уңайһыҙ тротуар, уйланылмаған балалар майҙансығы, урын еренә еткерә эшләнмәгән туҡталҡа ала халыҡ. Благовещендағы ошондай ремонттың береһе бөтә чиновниктар алдына алама өлгө булараҡ сығарылды. Шуға ла хәҙер торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығы сифатһыҙ башҡарылған эштәрҙе тикшерәсәк. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә ремонт башҡарыусылар аҡсаһын ала. Муниципалитет етәкселәренә шулай уҡ ремонт башҡарылған ихаталар һаны атынан ҡыумаҫҡа, ә эште уйлап комплекслы башҡарырға саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылға тиклем республикалағы бөтә булған күп фотирлы йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелергә тейеш. Ә ҡайһы йорт яны ҡасан ремонтлланасағы хаҡында мәғлүмәт профилле министрлыҡ сайтында булырға тейеш. Газон-тротуарҙа автомобиль ҡалдырған өсөн штраф һалыуға бәйле Радий Хәбиров үҙ фекерен әйтеп үтте. Закон намыҫһыҙ водителдәр менән көрәшкә йүнәлтелгән, ә ғәмәлдә күберәк штарф йыйыуға ҡайтып ҡала… Ошондай уҡ хәл ташландыҡ автомобилдәрҙе утилләштереү менән дә ҡабатланмаһын өсөн әле регламент әҙерләнә. Сентябрҙән барлыҡ юридик мәсьәләләр хәл ителеп ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялау башланырға тейеш. Урам йөҙөн боҙоусы “кәрәкһеҙ” тимер аттар хаҡында халыҡ та хәбәр итә ала. Бының өсөн “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы яңы функциялар менән тулыландырыла. “Инцидент плюс” тип аталасаҡ яңы ресурс халыҡ мөрәжәғәттәрен тиҙ арала эшкәртеп, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ярҙам итергә тейеш. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләгнеүселәр һаны йыл башынан 4 мең тирәһенә артҡан. Әммә милли проекттарҙа билдәләнгән күрһәткестәргә әлегә етмәгән. Төбәктә йүнселлекте әүҙемләштерергә район-ҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк бизнес шерифтар ярҙам булырға тейеш. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ике йыл эсендә 8 мең ярым квадрат метрға тиң авария хәлендәге торлаҡ яңыртылырға тейеш. был маҡсатта республикала 3 программа булдырылған. быйыл йыл аҙағынаса 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡта йәшәүселәр күсереләсәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Боланут сеймалы өлгөрә | ГТРК «Башкортостан»

Боланут сеймалы өлгөрә

Ишембай районында Боланут үләнен әҙерләү миҙгеле башланды. Шифалы сәй етештереүселәр халыҡтан сеймал йыя. Сеймал килоһы 20 һумдан йыйыла. Ҡабул итеү нөктәһенә көнөнә 5 центнерҙан 1 тоннаға тиклем сей үлән килтерелә. Сеймалды башлыса Ҡолғона ауылы халҡы йыйып тапшыра. Сәйҙең тәме үләндең ҡайҙа...

2 июля 2020
Кемдәргә һалым кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Кемдәргә һалым кисектерелә

Коронавирустан зыян күргән бизнес һалым түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадтың зыян күргән өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ иткән ойошма һәм шәхси йүнселдәрҙең һалым түләүгә ҡағылышлы бурыстарын кисектереүҙең ике юлын тәҡдим итә:  түләү ваҡытын күсереү һәм һалымды...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары

Үҙәк һайлау комиссияһынан тура бәйләнеш

2 июля 2020
Смотреть видео Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай | ГТРК «Башкортостан»

Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай. Төп тауыш биреү көнөндә  Башҡортостан дәүләт концерт залынан кеше өҙөлмәне. Ул иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем граждандарҙы ҡабул итте.  Йәшенән, олоһона тиклем һәр кем Конституцияға индереләсәк...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте  | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостанда ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте. Был турала республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреү барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторолғайны. Граждандар араһында метр...

2 июля 2020
Смотреть видео Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр - иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй...

1 июля 2020
Смотреть видео Бейеүсе торналар | ГТРК «Башкортостан»

Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль...

1 июля 2020
Смотреть видео Өфө ҡалаһы ни өсөн матур? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

 Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды.  Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда...

1 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

1 июля 2020
Смотреть видео Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә

Республика башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирға сығып пандемия шарттарында һайлау участкаларының эш барышы тураһында һөйләне. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк һайлау комиссия ағзаларының бер төркөмө тауыш бирергә теләүселәр фатирҙарына юллана. Оло йәштәгеләр, мөмкинлеге сикләнгәндәр...

1 июля 2020
Яндекс.Метрика