Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең йәнә көн ҡаҙағында. Отчеттарҙа эштәр ваҡытында башҡарыла тиелһә лә, уның нисек эшләнеүе боросуға һала. Был хаҡта Радий Хәбировҡа Дәүләкән халҡы хәбәр еткерҙе. Үткән аҙнала эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Һөҙөмтәлә, уңайлы мөхит урынына яңы әммә уңайһыҙ тротуар, уйланылмаған балалар майҙансығы, урын еренә еткерә эшләнмәгән туҡталҡа ала халыҡ. Благовещендағы ошондай ремонттың береһе бөтә чиновниктар алдына алама өлгө булараҡ сығарылды. Шуға ла хәҙер торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығы сифатһыҙ башҡарылған эштәрҙе тикшерәсәк. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә ремонт башҡарыусылар аҡсаһын ала. Муниципалитет етәкселәренә шулай уҡ ремонт башҡарылған ихаталар һаны атынан ҡыумаҫҡа, ә эште уйлап комплекслы башҡарырға саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылға тиклем республикалағы бөтә булған күп фотирлы йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелергә тейеш. Ә ҡайһы йорт яны ҡасан ремонтлланасағы хаҡында мәғлүмәт профилле министрлыҡ сайтында булырға тейеш. Газон-тротуарҙа автомобиль ҡалдырған өсөн штраф һалыуға бәйле Радий Хәбиров үҙ фекерен әйтеп үтте. Закон намыҫһыҙ водителдәр менән көрәшкә йүнәлтелгән, ә ғәмәлдә күберәк штарф йыйыуға ҡайтып ҡала… Ошондай уҡ хәл ташландыҡ автомобилдәрҙе утилләштереү менән дә ҡабатланмаһын өсөн әле регламент әҙерләнә. Сентябрҙән барлыҡ юридик мәсьәләләр хәл ителеп ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялау башланырға тейеш. Урам йөҙөн боҙоусы “кәрәкһеҙ” тимер аттар хаҡында халыҡ та хәбәр итә ала. Бының өсөн “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы яңы функциялар менән тулыландырыла. “Инцидент плюс” тип аталасаҡ яңы ресурс халыҡ мөрәжәғәттәрен тиҙ арала эшкәртеп, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ярҙам итергә тейеш. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләгнеүселәр һаны йыл башынан 4 мең тирәһенә артҡан. Әммә милли проекттарҙа билдәләнгән күрһәткестәргә әлегә етмәгән. Төбәктә йүнселлекте әүҙемләштерергә район-ҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк бизнес шерифтар ярҙам булырға тейеш. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ике йыл эсендә 8 мең ярым квадрат метрға тиң авария хәлендәге торлаҡ яңыртылырға тейеш. был маҡсатта республикала 3 программа булдырылған. быйыл йыл аҙағынаса 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡта йәшәүселәр күсереләсәк.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған кеше | ГТРК «Башкортостан»

Кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырған кеше

Күптәнге хыял. Тәүҙә үҙенең ихатаһында балалары өсөн уйын майҙансығын төҙөргә теләгән ир, күрше тирәһе менән кәңәшләшкәндән һуң, күмәкләп урам буйына кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ эшләп ҡуйған. Балаларға байрам кәйефен өҫтәп, майҙансыҡты рәсми асыу тантанаһы ойошторолдо. Ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр - балалар...

30 июня 2020
Смотреть видео Еңеү йөҙҙәре – 75 | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү йөҙҙәре – 75

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Еңеү йөҙҙәре - 75” тип аталған күргәҙмә асылды. Уны республика парламенты менән бергә төбәктең фоторәссамдары ойошторҙо. Булат Ғәйнетдинов, Олег Яровиков, Андрей Старостин, Валерий Шахов һәм тағы ла 9 авторҙың бихисап эштәре араһынан 75-е һайлап алынды. Фотографтарҙың...

30 июня 2020
Смотреть видео Нуриман районының үҙәк дауаханаһы яңырыу кисерә.  | ГТРК «Башкортостан»

Нуриман районының үҙәк дауаханаһы яңырыу кисерә.

Бында ике ай тирәһе ҡабул итеү бүлеген төҙөкландереү эштәре бара. Июль башынан пациенттарҙы яныртылған, заманса диагностикалау бүлегендә ҡабул итәсәктар. ‌Фирүзә Риф ҡыҙы үҙәк дауаханала 30 йылдан артыҡ эшләй. Мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙар өсөн пандус эшләнеүенә ул ҡыуанып бөтә алмай. Сөнки,...

30 июня 2020
Смотреть видео Табиптар өсөн асыҡ һауала концерт | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар өсөн асыҡ һауала концерт

Республика халыҡ ижады үҙәге Өфөнөң  Дим районы клиник дауаханаһы алдында хәйриә концерты ойошторҙо. Сара коронавирус менән көрәшкән табиптарға һәм пациенттарға бағышланды.  Дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр менән үрелеп барған концерт аҡ халатлыларға ошо рәүешле рәхмәт белдереү маҡсаты менән...

30 июня 2020
Смотреть видео Тынысланырға иртәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Тынысланырға иртәрәк

Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәрен һайлау участкаларында тауыш биреү осоронда эпидемиологик хәлгә айырым иғтибар бирергә саҡырҙы. Республикала КОВИД19 сиренә бәйле хәл тотороҡло, әммә тынысланырға иртәрәк.Битлек режимы үҙ көсөндә ҡала, мәктәп лагерҙарын асыу йәнә ике аҙнаға кисектерелә,...

30 июня 2020
Смотреть видео Рәсәй халҡы әүҙемлек күрһәтә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй халҡы әүҙемлек күрһәтә

Бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле әүҙем тауыш биреү бара.  Беренсе июль, 20 сәғәткә тиклем, республикала, тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллион 47 мең граждан Конституцияға үҙгәрештәр индереү кәрәкме тигән һорауға үҙ яуабын әйтәсәк....

30 июня 2020
Смотреть видео 10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды | ГТРК «Башкортостан»

10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылды

 Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ түләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Июндә түләү алғандарға ул июлдә автоматик рәүештә, Пенсия фондында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә күсерелә. Кемдәр бындай пособие алып...

30 июня 2020
Смотреть видео Минең яратҡан ихатам | ГТРК «Башкортостан»

Минең яратҡан ихатам

Башҡортостан24 телеканалы һәм Маяҡ радиоһы “Минең яратҡан ихатам” ижади конкурсының еңеүселәрен билдәләне. Был проектта республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Телевизион конкурста икенсе урынға Фәнис Бикташев лайыҡ булды. Ул үҙенең баҡса йортон Рәсәй һәм Башҡортостан флагы...

26 июня 2020
Смотреть видео Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.  | ГТРК «Башкортостан»

Республикала короновирус менән ауырыусылар кәмей.

Әммә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, тынысланырға иртәрәк. Пандемия осоронда табиптар ысын мәғәнәһендә батырлыҡ күрһәтә. Айҙар буйы үҙ ғаиләһен  күрмәүселәр ҙә бар. Короновирус йоҡтороп айырым бокстарҙа ятыусы сирлеләргә табиптар махсус кейемдә генә керә. Баштан аяҡҡа тиклем костюм, күҙлек,...

26 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостанда ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү бара

Бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла ил Коснтитуцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү башланды. Сәйәси сараның тәүге көнөндә үк электорат әүҙемлек күрһәтә. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле тауыш биреү кесаҙна башланды. Ил закондарының төп тупланмаһын яңыртыу мәлендә...

26 июня 2020
Яндекс.Метрика