Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне

Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең йәнә көн ҡаҙағында. Отчеттарҙа эштәр ваҡытында башҡарыла тиелһә лә, уның нисек эшләнеүе боросуға һала. Был хаҡта Радий Хәбировҡа Дәүләкән халҡы хәбәр еткерҙе. Үткән аҙнала эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Һөҙөмтәлә, уңайлы мөхит урынына яңы әммә уңайһыҙ тротуар, уйланылмаған балалар майҙансығы, урын еренә еткерә эшләнмәгән туҡталҡа ала халыҡ. Благовещендағы ошондай ремонттың береһе бөтә чиновниктар алдына алама өлгө булараҡ сығарылды. Шуға ла хәҙер торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығы сифатһыҙ башҡарылған эштәрҙе тикшерәсәк. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә ремонт башҡарыусылар аҡсаһын ала. Муниципалитет етәкселәренә шулай уҡ ремонт башҡарылған ихаталар һаны атынан ҡыумаҫҡа, ә эште уйлап комплекслы башҡарырға саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылға тиклем республикалағы бөтә булған күп фотирлы йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелергә тейеш. Ә ҡайһы йорт яны ҡасан ремонтлланасағы хаҡында мәғлүмәт профилле министрлыҡ сайтында булырға тейеш. Газон-тротуарҙа автомобиль ҡалдырған өсөн штраф һалыуға бәйле Радий Хәбиров үҙ фекерен әйтеп үтте. Закон намыҫһыҙ водителдәр менән көрәшкә йүнәлтелгән, ә ғәмәлдә күберәк штарф йыйыуға ҡайтып ҡала… Ошондай уҡ хәл ташландыҡ автомобилдәрҙе утилләштереү менән дә ҡабатланмаһын өсөн әле регламент әҙерләнә. Сентябрҙән барлыҡ юридик мәсьәләләр хәл ителеп ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялау башланырға тейеш. Урам йөҙөн боҙоусы “кәрәкһеҙ” тимер аттар хаҡында халыҡ та хәбәр итә ала. Бының өсөн “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы яңы функциялар менән тулыландырыла. “Инцидент плюс” тип аталасаҡ яңы ресурс халыҡ мөрәжәғәттәрен тиҙ арала эшкәртеп, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ярҙам итергә тейеш. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләгнеүселәр һаны йыл башынан 4 мең тирәһенә артҡан. Әммә милли проекттарҙа билдәләнгән күрһәткестәргә әлегә етмәгән. Төбәктә йүнселлекте әүҙемләштерергә район-ҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк бизнес шерифтар ярҙам булырға тейеш. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ике йыл эсендә 8 мең ярым квадрат метрға тиң авария хәлендәге торлаҡ яңыртылырға тейеш. был маҡсатта республикала 3 программа булдырылған. быйыл йыл аҙағынаса 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡта йәшәүселәр күсереләсәк.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Баш ҡалала арыҫландар арта | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡалала арыҫландар арта

 Уларҙы оҙайлы карантиндан һуң эшләй башлаған Өфө  зоопаркында күрергә мөмкин. Ике ай карантинда булған арала ҡайһы бер арыҫландар иғтибар һағынып өлгөргән. Ә Зита исемле был  инә арыҫлан, киреһенсә, беҙ килеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Кешеләргә һыуынып өлгөргән тиерһең. Ә ысынында иһә...

18 июня 2020
Смотреть видео "Өфө-Аренаның" хоккей майҙансығы бәләкәсәйә | ГТРК «Башкортостан»

"Өфө-Аренаның" хоккей майҙансығы бәләкәсәйә

Был уйын тиҙлеген генә арттырып ҡалмай, тамашасылар трибунаһының киңәйеүенә лә булышлыҡ итә. Боҙ майҙансығын яңыртыу эштәре нисек бара? "Өфө-Арена" хужаларын көтә. Хоккейсылар мәжбүри ялда булған арала уйын майҙансығын Европа стандарттарынан фин стандартынаса бәләкәйсәйтеү эштәре атҡарылды....

18 июня 2020
Смотреть видео Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ошо уңайҙан республикала ирекмәндәр көн дә Өфө урамдарында кешеләргә кәрәкле мәғлүмәт бирә. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тулы мәғлүмәтте ирекмәндәр һәр кешегә еткерергә тырыша. Төҙәтмәләргә...

18 июня 2020
Пенсия ни өсөн кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Пенсия ни өсөн кәмегән

Башҡортостанда ҡайһы бер хаҡлы ялдағылар пенсия күләменең кәмеүе тураһында хәбәр итә. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте биргән белешмәлә был хәл йәй башланыу менән коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация кимәленең түбәнәйеүе менән...

17 июня 2020
Граффити конкурсы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Граффити конкурсы тергеҙелә

Өфөлә йыл да үткәрелгән граффити ярыштары быйыл коронавирус инфекцияһы сәбәпле кисектерелеп торҙо. Башҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы 23 мартта старт алған бәйгененең дауамын иғлан итә. Рәсем эскиздары 19 июнгә тиклем ҡабул ителә. Замана ижады төрөндә 10 йәше тулған балаларҙан алып  30 йәшкә...

17 июня 2020
Президент гранттарына махсус конкурс | ГТРК «Башкортостан»

Президент гранттарына махсус конкурс

Коронавирус инфекцияһы мәлендә мохтаждарға ярҙам иткән коммерция булмаған ойошмалар Фондтың махсус грантына дәғүә итә ала. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса өҫтәмә финанс ярҙамға пандемия осоронда иң йомшаҡ тип танылған социаль төркөм вәкилдәренә бушлай ярҙам иткән...

17 июня 2020
Баҡсасы мәнфәғәттәре депутаттар иғтибары үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

Баҡсасы мәнфәғәттәре депутаттар иғтибары үҙәгендә

Баҡсасылыҡты көйләү һәм яҡлауҙы республика башҡарма власы органы үҙ иңенә алыуы ихтимал. Республика парламентының яҙғы сессияла һуңғы пленар ултырышының көн тәртибендә сниффингҡа юл ҡуймау, тәмәке һәм кальян тартыуҙы сикләү һәм баҡсасылар мәнфәғәттәрен хәстәрләү тураһындағы һәм башҡа мәсьәләләр -...

17 июня 2020
Ҡайҙа нисек тауыш бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡайҙа нисек тауыш бирергә

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү ғәҙәттәге участкаларҙан тыш күсмә һайлау урындарында ла ойошторола.  Ситтән тороп тауыш бирергә теләгәндәр өсөн илдең бер нисә төбәгендә электрон тауыш биреү саралары хәстәрләнгән. Мәскәү, Түбәнге Новгород халҡы өйҙән сыҡмай ғына...

17 июня 2020
Смотреть видео Быйыл Табын иконаһы көндәрендә күмәк саралар үткәрелмәйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Табын иконаһы көндәрендә күмәк саралар үткәрелмәйәсәк

Был илдәге һәм республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле. Башҡортостан митрополияһында байрам уңайынан Тәре йөрөштәре үткәрелмәй. Шулай уҡ, 19 июндә Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастырендә байрам хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыуҙа Митрополия башлығы ҡатнашмаясаҡ. Был көндәге литургияны онлайн режимда Бөрө һәм...

17 июня 2020
Смотреть видео “Минең ихатам” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Минең ихатам” конкурсы

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Минең ихатам” конкурсында тауыш биреү башланды. Бының өсөн гтрк.тв сайтындағы “Проекты” бүлегендә, “Конкурс Моя любимая усадьба” тигән яҙыуҙы табып, шунда инергә кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың видеоларын ҡарап, шиғырҙарын тыңлап, үҙегеҙгә оҡшағанын...

17 июня 2020
Яндекс.Метрика