Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте

Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе хәҙер «Балалар диеталы туҡланыу үҙәге» ашатасаҡ. Башҡалала берҙәм балалар менюһы ла барлыҡҡа килде. Уны технологтар ике аҙна һайын яңыртып, бала организмына кәрәкле витаминдарҙы иҫәпкә алып тулыландырып торасаҡ. Ошо көндәрҙә мәктәп һәм балалар  туҡланыу үҙәге ҡайнап тора.  1 августан балалар баҡсалары яңы туҡланыу системаһына күсә, тимәк ата –әсәләргә бөгөнгә тиклем эшләп килгән түләү системаһына һалынған аҡсаларын кире ҡайтарырға кәрәк. Ошо һорау менән үҙәккә көнөнә 200-ләгән кеше мөрәжәғәт итә. Уңайлылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтарыусы хеҙмәткәрҙәр һанын да арттырғандар. Әммә етәкселек әйтеүенсә, ҡалған аҡсалар элекке операторҙарҙа йыл аҙағынаса  һаҡлана. Бинаның икенсе яртыһында мәктәп һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренән ғаризалар ҡабул итәләр. Улар берҙәм «Балалар һәм диеталы туҡланыу үҙәгенә» эшкә күсә.  Ойошманың хоҡуҡи формаһы ғына үҙгәрә, аҙыҡты шул уҡ ашнаҡсылар, шулай уҡ  үҙ  урындарында әҙерләйәсәк. Әммә туҡланыу сифаты һиҙелерлек яҡшырырға тейеш. Бындай һауыт-һабаны тәүгеләрҙән булып Өфөнөң 322-се балалар баҡсаһында ҡуллана башланылар. Сенябрҙән уны башҡаланың бөтә мәғариф ойошмаларына ла һатып аласаҡтар. Балалар өсөн дөйөм меню ла булдырыла. Уны технологтар һәм диетологтар балаларҙың бар физиологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ике аҙна һайын яңыртып торорға тейеш. Меню барлыҡ яуаплы ведомстволар тарафынан да хупланған. Шулай уҡ балалар баҡсаһы һөт кухняһы аҙыҡтары менән дә тәьмин ителәсәк. Башҡалалағы бөгөнгәсә эшләп килгән 3 оператор бер комбинатҡа берләшә. Был  балалар туҡланыуын контролдә тоторға һәм сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк. Артабан һауыт-һабаны ғына түгел, аҙыҡ-түлек блоктарында ҡоролмаларҙы яңыртыу һәм ремонт ҡаралған.Үҙгәреш мәлендә аңлашылмасанлыҡтар булырға тейеш түгел, тей етәкселек. Яңы система буйынса ҡала ситендәге лагерҙар ҙа эшләй башалаған. Өфөнөң Аҡсарлаҡ лагерендә ял итеүсе балалар уңайлы өҫтөл-ултырғыстарҙа, тәмле, сифатлы ризыҡ менән һыйлана. Туҡланыу йәш үҙенсәлеге буйынса икегә бүленгән.  Аша, уҡы, үҫ тигән яҙыуҙы  аҙыҡ-түлек блогында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең махсус кейемдәрҙәрендә лә күрергә була. Яңы система буйынса балалар баҡсалары 1-се августан эшләй башлаһа, 1-се сентябрҙән мәктәптәр күсәсәк. Балалар баҡсаһында туҡланыу өсөн түләүҙәрҙе ата-әсәләр банктарҙың онлайн-ҡушымтаһы, йә үҙәктең сайтында шәхси кабинет аша башҡара ала.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Яндекс.Метрика