Өфөлә “Әр-рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелде

Әле бинаның беренсе ҡатында һәм тышҡы яғында ремонт башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иман йортонда төҙөлөш эштәре дүрт йыл буйы туҡталып торғайны. Салауат Юлаев проспектындағы 16 мең квадрат метр майҙанды биләгән “Әр-рәхим” мәсетенең ишектәре асылыуын республиканың һәр кешеһе түҙемһеҙләнеп көтә. Европалағы иң ҙур дини обьектта төҙөлөш эштәре 2007-се йылда башланып, 2016-сы йылда туҡтатылғайны. Бөгөн, ниһайәт, “Әр-Рәхим” мәсетен төҙөү эштәре яңыртылды, урында техника эшләй башланы.Объект эсен йылытып ҡышҡылыҡҡа әҙерләү — әле компания хеҙмәткәрҙәренең берҙән-бер маҡсаты. Һыуыҡ көндәр башланғас та, мәсетте тергеҙеү эштәре дауам итәсәк. Әле урында ҡырҡтан ашыу эшсе эшләй. Дини объектты иғәнәләүҙең төп шарты-бүленгән аҡсалар маҡсатҡа ярашлы тотонолорға тейеш. 2012 йылдан алып мәсет “Урал” хәйриә фонды аҡсаһына төҙөлдө. Иман йорто төҙөлөшөнә 100 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. Әле мәсеткә инеү мәсьәләһе лә тикшерелә. Әйткәндәй, иман йортона өс урамдан үтеү ҡаралған. “Әр-рәхим” мәсете майҙаны буйынса республикала иң ҙурҙан һанала. Ғибәҙәт йортонда бөтәһе өс меңдән ашыу мосолманға доға ҡылыу урыны ҡаралған. Беҙ әле Әр-рәхим мәсетенең иң бейек нөктәһендә торабыҙ. Уның бейеклеге 75 метр. Ошо йылдың һуңғы айҙарында уның тышҡы яғы ремонтлана башлаясаҡ.Мәсет төҙөлөшөнөң генераль подрядсыһы итеп БНЗС тресы тәғәйенләнгән. Әле объектта был ойошманың техникаһы эшләй. Республика капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе белдереүенсә, мәсетте тергеҙеү өсөн өс яҡтан килешеү төҙөлгән. Әле бинаны тулыһынса тикшереү эштәре бара. Проектҡа үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе лә күҙ уңында. Мәсеттәге төҙөлөш эштәренең тамамланыу ваҡыты әлегә билдәһеҙ.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика