Ҡыйғыла“Башҡорт ихаталары” программаһы нисек тормошҡа ашырыла?

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында юлдар киңәйтелә, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыла, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, яҡтыртҡыс бағаналар ултыртыла, яңы балалар ҡаласығы төҙөлә, урындағы Еңеү паркында төҙөкләндереү үткәрелә. Был эштәр өсөн 8 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа 6 йылға иҫәпләнгән. Ошо осорҙа төбәктә 3 меңгә яҡын ихатаны яңыртыу ҡарала. Финанслауҙың 94% республика бюджетына, 5% урындағы муниципалитетҡа тура килә, 1 процентын урындағы халыҡ йыя.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ағиҙел күперен асыу ваҡыты тағы ла 1 айға кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел күперен асыу ваҡыты тағы ла 1 айға кисектерелә

Был турала Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе. Ремонт эштәренең һуҙылыу сәбәптәре март айында уҡ билдәле булған. Сөнки күперҙең өҫкө өлөшөн тотоп тороусы терәүҙәр эшлектән сыҡҡан. Шуға ла тәүҙә уларҙы алыштырырға кәрәк, был иһә, эштәрҙе кәм тигәндә тағы ла 1 айға оҙайта.

16 мая 2018
Смотреть видео Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы

Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса документтар ҡабул итеү башлана. Уларҙы агросәнәғәт предприятиелары Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға тейеш.  Документтарҙы 2018-се йылдың 17-се майынан 1-се июненә тиклем килтерергә кәрәк. Йәш аграрийҙарға бер тапҡыр бирелә...

16 мая 2018
Смотреть видео Бензинға йәнә хаҡтар артты | ГТРК «Башкортостан»

Бензинға йәнә хаҡтар артты

“Башнефть” заправкаларында бензинға йәнә хаҡтар артты. Яғыулыҡтың барлыҡ төрҙәре 30 тингә ҡиммәтләнде. Шулай итеп, хәҙер 92 “Атум”дың бер литры 39 һум 40 тин, 95-се маркалыһы 41  һум 50 тин, дизель яғыулығы 41 һум 80 тин тора. Өфөлә быға тиклем бензинға хаҡтар үткән ял көндәрендә генә 30 тингә...

16 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаттағы фатир янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаттағы фатир янып китте

Янғын һүндереүселәргә өҫтәге ҡаттарҙан 10 кешене махсус ҡоролма ярҙамында эвакуацияларға тура килде. Ҡотҡарылыусылар араһында 3 бала һәм ауырлы ҡатын да бар. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Бөгөн шулай уҡ  Өфөлә лә ике ҡатлыҡ ағас йорт янды.

16 мая 2018
Смотреть видео Ни өсөн хаҡтар арта? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн хаҡтар арта?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте комитетының күсмә ултырышы үтә. Унда беренсе июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артыуы, һыуыҡ осорҙа йылылыҡ өсөн түләү нормативтарына күсеү һәм ресурс ойошмалары менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелә.

15 мая 2018
Смотреть видео Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры  Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй. 16 майҙа киске сәғәт 7-лә ул ғаиләһе, туғандары,  ижадташ дуҫтары менән тамашасыларҙы театр залына юбилей кисәһенә ҡунаҡҡа саҡыра. Алмас Әмиров...

15 мая 2018
Смотреть видео Иман йорто – ауыл ҡото | ГТРК «Башкортостан»

Иман йорто – ауыл ҡото

Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет асылды. Ниһәйәт, тарихи урында, өс йыл дауамында төҙөлгәндән һуң, Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет үҙ ишектәрен аса. Иман йортон төҙөүгә ауыл халҡы тос өлөш индерә. Иҫке Ҡормаш ауылы халҡының был һуңғы йөҙ йылда тәүге тапҡыр бергәләп доға ҡылыуы. Иман ҡайтыу...

15 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн - Халыҡ-ара Ғаилә көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Халыҡ-ара Ғаилә көнө

Башҡортостанда ғаилә байрамы аҙна дауамында билдәләнә. Иртәгә “Атай-әсәйҙәргә шылтырат” акцияһы үткәрелһә, 17 майға – психологик кәңәш алыу өсөн “ышаныс телефоны" тәғәйенләнгән. Ә бөгөн - “Бәхетле сәғәт”. Эш биреүселәр ғаиләле хеҙмәткәрҙәрен 1 сәғәткә иртәрәк ҡайтара ала. Халыҡ-ара ғаилә көнө...

15 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа

Мәсеттәрҙә изге айҙа намаҙҙар уҡыла, мосолмандар ураҙа тота. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә....

15 мая 2018
Смотреть видео «Өфө» футбол клубы Европа лигаһында сығыш яһау хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

«Өфө» футбол клубы Европа лигаһында сығыш яһау хоҡуғын алды

Республика башлығы “Өфө” футбол клубы уйынсыларын, трнерҙарын һәм етәкселеген миҙгелде уңышлы тамамлау менән ҡотланы.Рәсәй премьер-лигаһын  һуңғы 30-сы турында “Өфө” футболсылары “Тосно” клубын 5 кә 0 иҫәбенә еңеп ышаныслы еңеү яуланы. Турнир таблицаһында алтынсы урын алып беҙҙең спортсылар...

14 мая 2018
Яндекс.Метрика