Ни өсөн түбә таҡтаһы ярыла?

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкәләттәре артты. Ведомство вәкилдәре хәҙер күп фатирлы йорттарҙа бүлмәләрҙе йә планировкаларын үҙгәртеүҙе асыҡлау һәм иҫкәртеү менән дә шөғөлләнә ала. Республика парламенты депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Фәнилә Хисмәтуллина йәшәгән йорттоң беренсе ҡатында бөҙрәхана асҡандар. Эшҡыуар элекке фатирҙың эсен тулыһынса үҙгәрткән. Торлаҡты үҙгәртеп-ҡороу ваҡытында эшселәр стенаны тишеп Фәнилә Хисмәтуллинаның фатирына килеп сыҡҡан. Хәҙер хужабикә иртәнән кискә тиклем шау-шыуға зарлана. Фатир хужалары килеп тыуған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тип бер-нисә тапҡыр матурлыҡ салоны хужаһына мөрәжәғәт итә. Әммә, ул ябай граждандарҙы кешегә лә һанамай. Ошондай уҡ хәл Татьяна Гайдук фатирында. Күршелә генә планировкаға үҙгәреш индергәстәр пенсионерҙың түбә таҡтаһы сатнай башлаған. Оло йәштәге ханымдың фатиры икенсе ҡатта урынлашҡан һәм ул бында 43 йыл көн күрә. Татьяна Гайдуктың аш бүлмәһе аҫтында бөҙрәхана хужаһы бәҙрәф эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялдағы инәйҙең аш бүлмәһендә түҙеп торғоһоҙ еҫ. Беренсе ҡаттағы элекке фатирҙа офис өсөн рөхсәт бирелгән булған. Әммә, һуңынан ул нисектер тәғәйенләнешен үҙгәрткән. Белгестәр әйтеүенсә, бында бихисап тәртип боҙоу осраҡтары бар. Планировкаға ошондай үҙгәреш индергән фатир хужаларын һәм эшҡыуарҙарҙы асыҡлау өсөн торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре рейдтар ойоштора. Бындай рейдтар алдан хәбәр ителеп башҡарыла, бының өсөн суд ҡарары ла кәрәк. Күпселек кешеләр Башархитектуранан рөхсәт алмайынса, фатирҙарында үҙгәреш башлай. Был юлы торлаҡ хужаһы махсус документтары барлығын белдерҙе. Белгестәр фатирға суд приставтары менән генә инергә хоҡуҡлы. Шуға уларға хужабикәгә ышанырға ғына ҡала. Тик, улар һәр ваҡыт яңғыҙ рейдтарға сыҡмай. Фатирҙың диуарҙарын алыу, тәҙрә һәм ишектәрҙе киңәйтеү төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Йыл һайын Рәсәйҙә вайымһыҙ фатир йә офис хужалары арҡаһында йорттар йә подъездар емерелә. Үкенескә уларҙа кешеләрҙең дә ғүмере өҙөлә. Шуға күрә, планировканы тик рөхсәт буйынса эшләргә кәңәш ителә.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үҙебеҙҙә ит юҡмы ни? | ГТРК «Башкортостан»

Үҙебеҙҙә ит юҡмы ни?

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Был турала хөкүмәтәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Ошонда уҡ балалар туҡланыуына бәйле һүҙ булды. Был тәңгәлдә етди контроль буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Мәҫәлән, Кушнаренко районында балаларға...

21 января 2020
Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Яндекс.Метрика