Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн түбә таҡтаһы ярыла?

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкәләттәре артты. Ведомство вәкилдәре хәҙер күп фатирлы йорттарҙа бүлмәләрҙе йә планировкаларын үҙгәртеүҙе асыҡлау һәм иҫкәртеү менән дә шөғөлләнә ала. Республика парламенты депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Фәнилә Хисмәтуллина йәшәгән йорттоң беренсе ҡатында бөҙрәхана асҡандар. Эшҡыуар элекке фатирҙың эсен тулыһынса үҙгәрткән. Торлаҡты үҙгәртеп-ҡороу ваҡытында эшселәр стенаны тишеп Фәнилә Хисмәтуллинаның фатирына килеп сыҡҡан. Хәҙер хужабикә иртәнән кискә тиклем шау-шыуға зарлана. Фатир хужалары килеп тыуған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тип бер-нисә тапҡыр матурлыҡ салоны хужаһына мөрәжәғәт итә. Әммә, ул ябай граждандарҙы кешегә лә һанамай. Ошондай уҡ хәл Татьяна Гайдук фатирында. Күршелә генә планировкаға үҙгәреш индергәстәр пенсионерҙың түбә таҡтаһы сатнай башлаған. Оло йәштәге ханымдың фатиры икенсе ҡатта урынлашҡан һәм ул бында 43 йыл көн күрә. Татьяна Гайдуктың аш бүлмәһе аҫтында бөҙрәхана хужаһы бәҙрәф эшләгән. Хәҙер хаҡлы ялдағы инәйҙең аш бүлмәһендә түҙеп торғоһоҙ еҫ. Беренсе ҡаттағы элекке фатирҙа офис өсөн рөхсәт бирелгән булған. Әммә, һуңынан ул нисектер тәғәйенләнешен үҙгәрткән. Белгестәр әйтеүенсә, бында бихисап тәртип боҙоу осраҡтары бар. Планировкаға ошондай үҙгәреш индергән фатир хужаларын һәм эшҡыуарҙарҙы асыҡлау өсөн торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре рейдтар ойоштора. Бындай рейдтар алдан хәбәр ителеп башҡарыла, бының өсөн суд ҡарары ла кәрәк. Күпселек кешеләр Башархитектуранан рөхсәт алмайынса, фатирҙарында үҙгәреш башлай. Был юлы торлаҡ хужаһы махсус документтары барлығын белдерҙе. Белгестәр фатирға суд приставтары менән генә инергә хоҡуҡлы. Шуға уларға хужабикәгә ышанырға ғына ҡала. Тик, улар һәр ваҡыт яңғыҙ рейдтарға сыҡмай. Фатирҙың диуарҙарын алыу, тәҙрә һәм ишектәрҙе киңәйтеү төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Йыл һайын Рәсәйҙә вайымһыҙ фатир йә офис хужалары арҡаһында йорттар йә подъездар емерелә. Үкенескә уларҙа кешеләрҙең дә ғүмере өҙөлә. Шуға күрә, планировканы тик рөхсәт буйынса эшләргә кәңәш ителә.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Салауат Әсфәтуллин уҡыусылары менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Салауат Әсфәтуллин уҡыусылары менән осрашты

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҙыусы, бөтә Рәсәй премиялары лауреаты, Калуга өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Әсфәтуллин уҡыусылары менән осрашты. Был юлы ул тыуған яғына 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булараҡ ҡайтҡан. Яҙыусы оҙаҡ йылдар Калуга...

2 июля 2019
Смотреть видео Курочкин тауындағы зыярат ҡасан тәртипкә килтерелер? | ГТРК «Башкортостан»

Курочкин тауындағы зыярат ҡасан тәртипкә килтерелер?

Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында госпиталдәрҙә вафат булған яугирҙәр ерләнгән Курочкин тауындағы зыяратты тәртипкә килтерергә ниәтләй. Активистар әйтеүенсә, ил именлеге өсөн һуғышта яраланғандарҙың күбеһенең исеме билдәле түгел. Ҡаланың Черниковка биҫтәһенән...

2 июля 2019
Смотреть видео 1 июлдән илдә алданған өлөшсөләр бөтөргә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

1 июлдән илдә алданған өлөшсөләр бөтөргә тейеш

Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыуға бәйле бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар дауам итә, был ваҡыт эсендә намыҫһыҙ төҙөүселәр ҡулынан миллиондарса кеше зыян күрҙе. Әле Башҡортостанда рәсми статус алғандарҙан ғына 5 меңдән ашыу алданыусы. Төҙөлөштө проектлы финанслау был хәлде тулыһынса кире яҡҡа үҙгәртер...

2 июля 2019
Смотреть видео Йәштәрҙең йәмғиәттәге роле һәм уларҙың үҫеш юлы иғтибар үҙәгендә | ГТРК «Башкортостан»

Йәштәрҙең йәмғиәттәге роле һәм уларҙың үҫеш юлы иғтибар үҙәгендә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары лидерҙары Константин Толкачев менән осрашты. Йәш белгестәргә ярҙам, студент отрядтары хәрәкәтен үҫтереү, башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен тергеҙеү – республиканың алдынғы йәштәрен борсоған мәсьәләләр бихисап. Шуларҙың бер-нисәүһе буйынса...

2 июля 2019
Смотреть видео Сабыйға ярҙам кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Сабыйға ярҙам кәрәк

Благовар районы Пришиб ауылында йәшәүсе йәш тә һигеҙ айлыҡ Алмаз Ямаев донъяла һирәк осраған сир менән яфалана. Сабый сит илдән килтерелгән берҙән-бер препарат ярҙамында ғына хәрәкәтләнә ала. Әммә һаулыҡ һаҡлау министрлығы бала өсөн мөһим булған дарыуға заказ яһарға онотҡан. Йәш тә һигеҙ айлыҡ...

2 июля 2019
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә бөгөн 17 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә бөгөн 17 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында ике самолет – Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың...

2 июля 2019
Смотреть видео Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау                            | ГТРК «Башкортостан»

Данлы үткәнде иҫкә алыу, бөгөнгө уңыштарҙы барлау

Башҡортостан телевидениеһының 60 йыллығына арналған тәбрикләү тантанаһы тура эфирҙа барыуына бер ҙә аптырайһы түгел. Тап был студияла 6 тиҫтә йыл элек 1959 йылдың 1 мартында тәүге трансляция башланған. Ошо ваҡыттан алып бәләкәй генә студиянан төбәк телевидениеһы һуңғы технологияларға нигеҙләнгән...

1 июля 2019
Смотреть видео Торлаҡ  төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу хәҙер тарихта ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу хәҙер тарихта ҡала

Киләсәктә алданған өлөшсөләр һанын бөтөнләй бөтөрөү йәһәтенән күсемһеҙ милек тармағында реформа йылдан артыҡ барҙы.  Девелоперҙар торлаҡ өсөн түләүҙең яңы механизмын 1 июлдән ҡуллана башларға тейеш. Хәҙер өлөшсөләрҙең аҡсаһы эскроу-иҫәптә һаҡланасаҡ. Эскроу-иҫәпте  яуаплы йөкләмә тип тә...

1 июля 2019
Смотреть видео Донъя башҡорттарын берләштергән көн | ГТРК «Башкортостан»

Донъя башҡорттарын берләштергән көн

Америка, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль һәм тағы ла 21 ил вәкилдәре, милләттәштәребеҙ был көндәрҙә халҡыбыҙҙың киләсәген билдәләр маҡсаттарҙы уртаҡ итте. 5-се Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы 500-ҙән ашыу делегатты йыйҙы. Ике көн дауамында улар башҡорт милләтенең үҫеш мөмкинлектәрен барлап...

1 июля 2019
Смотреть видео Йәмәғәтселек Нурмөхәмәт хәҙрәт Нимғмәтуллинды һуңғы юлға оҙатты | ГТРК «Башкортостан»

Йәмәғәтселек Нурмөхәмәт хәҙрәт Нимғмәтуллинды һуңғы юлға оҙатты

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе, дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре Нурмөхәмәт хәҙрәт Нимғмәтуллин баш ҡаланың Мосолмандар зыяратында ерләнде. Уны һуңғы юлға оҙатырға республиканың район-ҡалаларынан яҡындары, замандаштары килде. Күптәр уның ниндәй кеше булыуы тураһында һөйләне,...

28 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостан халыҡтарының баш кейемдәре күргәҙмәһе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халыҡтарының баш кейемдәре күргәҙмәһе

Башҡортостандың милли музейы быйыл үҙенең 155 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Һәм ошо уңайҙан әленән-әле ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ойоштора. Бай фондта булған бөтә экспонаттарҙы ла халыҡҡа күрһтеү маҡсаты менән ошо көндәрҙә тағы ла бер яңы экспозиция асылды. Уны музей хеҙмәткәрҙәре төбәктең 100 йыллығына...

28 июня 2019
Смотреть видео Йәйҙең йәме - еләктә | ГТРК «Башкортостан»

Йәйҙең йәме - еләктә

Йәй – ял итеү генә түгел, аҡса эшләү миҙгеле лә. Күптәр был ҡыҙыу осорҙа тәбиғәт биргән байлыҡтарҙы ҡулланып килем ала. Берәүҙәр еләк йыйып һатһа, икенселәре - еләк үҫтерә. Ауырғазы районының Үтәймулла ауылы эргәһендәге питомнигынан 25 йыл инде кеше өҙөлмәй. Эльзаға ун ике йәш кенә булһа ла, сауҙа...

28 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европалағы халыҡ эҫенән интегә. Германияла июнь айы өсөн яңы температура рекорды теркәлгән. Термометр бағанаһы Цельсий буйынса 38,6 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итә Милли метеорология агентлығы. Белгестәр урындағы халыҡҡа тышҡа сыҡмаҫҡа һәм күберәк һыу эсергә кәңәш итә. Рәсәйҙең Тәфтиш...

28 июня 2019
Смотреть видео Йорт урынына ат һарайы | ГТРК «Башкортостан»

Йорт урынына ат һарайы

Өфө районынан торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы алған 38 ғаилә юридик хата арҡаһында ҡамауҙа ҡала. Район хакимиәте был ауыр мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмай хәл итергә һүҙ бирҙе. Өфө эргәһендә йорт һалыу өсөн  Павел Степанов берҙән-бер фатирын һатырға мәжбүр була. Быйылғы йылда участокты кәртәләп алып,...

28 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында ирекмәндәр менән видеоконференция үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында ирекмәндәр менән видеоконференция үтте

Йыйылышта һайлауға әҙерлек хаҡында һүҙ барҙы. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йәш йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр ойошмаһы скайп аша әңгәмәгә ҡушылды һәм үҙ төбәктәрендәге эш барышы менән таныштырҙы. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко билдәләүенсә, ирекмәндәр мөмкинлектәре...

28 июня 2019
Смотреть видео Өфө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршыланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршыланы

Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған был мәртәбәле йыйынғаБашҡортостан ҡала райондарынан 288, Рәсәй төбәктәренән 157 һәм сит илдәрҙән 49 делегат ҡатнаша. Гузәл Усманова-Гобет егерме йылға яҡын Женевала йәшәй. Балет артисы булараҡ тәү сиратта бейеү сәнғәтенә мөкиббәнлектән “Нуреев кеүек” хореография...

28 июня 2019
Смотреть видео  Торатау йыйыны | ГТРК «Башкортостан»

Торатау йыйыны

29 июндә Ишембай районы Торатау битләүендә үтәсәк милли байрам шулай атала. Район һабантуйы менән көндөҙгө сәғәт 2-лә асылған сағыу тамаша үҙ ҡунаҡтарына онотолмаҫ тәьҫораттар, матур кисерештәр вәғәҙә итә. Этнотирмәләр тарихи йолаларыбыҙҙы күҙ алдына баҫтырһа, республика сәхнә оҫталары сығышы, “...

26 июня 2019
Смотреть видео Кисәге уҡыусылар, буласаҡ студенттар өсөн ҡыҙыу мәл башланды | ГТРК «Башкортостан»

Кисәге уҡыусылар, буласаҡ студенттар өсөн ҡыҙыу мәл башланды

Республиканың урта һәм юғары белем биреү йорттарына абитуриенттар документтарын тапшыра. Буласаҡ һөнәрен күптәнән һайлаған Динис Мирғәлиев ҡабул итеү комиссияһы ағзаларының һорауҙарына икеләнеүһеҙ яуап бирә. Бер нимәгә ҡарамай хыялын тормошҡа ашырырға ынтылған егет Башҡорт дәүләт медицина...

26 июня 2019
Смотреть видео Мусор, гудбай | ГТРК «Башкортостан»

Мусор, гудбай

Доньяны үҙгәрткең килһә, үҙеңдән башла. Өфөлә “Мусор, гудбай” проекты активистары ике йыл дауамында сүп-сар йыйып, сорттарға айырып эшкәртеүгә тапшыра. Һуңғы ярты йыл эсендә генә экологтар бер-нисә тонна сүп-сар йыйған. Тимур һәм Гөлназ ике йыл дауамында көндә эш ваҡытынан һуң халыҡтан сүп-сар йыя...

26 июня 2019
Смотреть видео Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 45 һумға ҡиммәтләнә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 45 һумға ҡиммәтләнә

 Был хаҡта Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Республикала тарифтар 1 июлдән 2 процентҡа артасаҡ. Волга буйы федераль округында Пенза өлкәһе һәм Пермь крайы тарифты 4 процентҡа, Татарстан — 3 арттырырға ҡарар иткән. Башҡортостанда фатир өсөн түләүҙең 47 проценты тиерлек...

26 июня 2019
Смотреть видео Маркировкалы дарыу | ГТРК «Башкортостан»

Маркировкалы дарыу

2020 йылдан алып дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙың маркировкаһы булыуы мотлаҡ. Бындай алым ялған дарыуҙарҙы сифатлыһынан айырырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, киләһе йылдан алып телефонына сканер урынлаштырған һәр бер һатып алыусы теләгән дарыуҙы үҙаллы тикшерә ала. Махсус код уның ҡайҙа һәм ҡасан...

26 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы

Ул 1 июлдән «Башавтотранс» һәм шәхси компанияларҙың, шул иҫәптән ҡала яны автобустарында, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡабул ителә.  1 июлгә — 2 мең, 1 авгусҡа — 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус һәм маршрут таксийы карталарҙы хеҙмәтләндереү терминалдары менән йыһазландырыла. Әлегә 200...

26 июня 2019
Яндекс.Метрика