Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе

11 йәшлек Вадим Савельев грэпплинг көрәше буйынса үткәрелгән ярышта ҡатнашып Рәсәй чемпионы исемен ала. Йөрәгенә операция яһатыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан шөғөлөнә кире әйләнеп ҡайтырға көс һәм рух таба. Әле Вадим яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Спорт ярыштарында иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-махсус кейем Вадим Савельев өсөн яҡты иҫтәлектәр менән һаҡлана. Ун бер йәшлек йәш спортсы алты йыл грэпплинг-ярайһы уҡ ҡатмарлы көрәш төрө менән шөғөлләнә. Республиканың данын яҡлап, ул быйыл Рәсәй буйынса үткәрелгән чемпионатта ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ була. Вадим Савельевты атаһы бәләкәй сағынан уҡ сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә, спорт залына йөрөтә. Көс һәм таһыллыҡ ҡына түгел, аҡыл, уйлап эш итеүҙе лә талап иткән был спорт төрөн дә ул еңел үҙләштерә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, йөҙгә яҡын маҡтау ҡағыҙҙары, диплом һәм, әлбиттә, миҙал, кубоктар менән бүләкләнә.Был миҙалдар тағы ла артыр ине, тик мөмкинлек кенә булманы, ти Сергей Савельев. 2017-се йылда медицина тикшереүе үткәндә йәш спортсыла йөрәк сире табалар. Вадим яратҡан шөғөлө-спортты бер йылға ҡалдырып торорға мәжбүр була. Кардиохирургтар тиҙерәк операция яһау кәрәклеген иҫкәртә. Операцияны егет еңел үткәрә.Әле йәш спортсы үҙен бөркөттәй тоя. Спорт тормошона кирегә әйләнеп ҡайтыуы еңел булманы, ти ул. Тренерҙары һәм йәштәштәре араһында абруйлыҡ яулап өлгөргән Вадим Савельев быйыл Орел ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.Чемпионатта 12–нән 19 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 1050 спортсы көрәшә. Вадим Савельев иң күп мәрәйҙәр йыйып, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була. Бындай ҡаҙаныштар тик көс һәм дәрт кенә өҫтәй, ти йәш спортсы. Вадим Савельев күптәр өсөн үрнәк. Сәләмәт тормошто үҙенең маҡсаты итеп һайлаған егет әле Донъя чемпионатына әҙерләнә. Ул ноябрь башында Баку ҡалаһында үтәсәк.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарына алғандар | ГТРК «Башкортостан»

Тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарына алғандар

Иглин районы Пушкинское ауылы халҡы  дәүләттән ярҙам көтөп йәшәмәй, ә тормош дилбәгәһен үҙ ҡулдарында ныҡлы  тота. Бер нисә йыл юлһыҙ ыҙалағандан һуң уны үҙҙәре төҙөкләндерә башлай. Ауылдарҙа тәртип һәм төҙөкләндереү эштәрен ойоштороу өсөн староста вазифаһын тергеҙеү тураһында һүҙ яңы...

18 июля 2018
Смотреть видео Һыу бар – балыҡ юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу бар – балыҡ юҡ

Республика кибеттәрендә һатылған балыҡтың тик 5% үҙебеҙҙә етештерелә. Ни өсөн Башҡортостандың бай йылға-күлдәре буш тора. Евгений ... Өфө янында урынлашҡан быуала шәхси эшҡыуарлыҡ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ташландыҡ хәлдә булған урында ул бөгөн һаҙан, суртан, табан балыҡ һәм башҡа төр...

18 июля 2018
Смотреть видео Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуғылған йорттарҙың һаны артҡандан-арта | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуғылған йорттарҙың һаны артҡандан-арта

Рөстәм Хәмитов республикала алданған өлөшсөләрҙең  хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән үткән йылда  күрелгән сараларҙы ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип баһаланы. Төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған 5 йорт файҙаланыуға тапшырылған. 276 ғаиләнең мәнфәғәтен үтәүгә өлгәшелгән. Ҡаза күргәндәр исемлегендә 2014 кеше...

18 июля 2018
Смотреть видео Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгенә ауыл хужалығы

“Башҡортостандың элиталы орлоҡтары” ауыл хужалығы тауарҙары етештереү кооперативына нигеҙ һалған Шишмә селекция үҙәге белгестәре республикала төбәккә яраҡлаштырылған сорттарҙы үрсетеүгә өҫтөнлөк биреү яҡлы. Ғалимдар менән етештереүселәрҙе берләштергән үҙәктең бурыстары һәм үҫеш мөмкинлектәре менән...

18 июля 2018
Смотреть видео Мәләүездә  ғәҙәттән  тыш хәл | ГТРК «Башкортостан»

Мәләүездә ғәҙәттән тыш хәл

Ҡалала ҡотороу сире таралыу сәбәпле  карантин иғлан ителде. Муниципаль биләмәлә бөгөндән йорт хайуандары күргәҙмәһен уҙғарыу, ситтән мал индереү ҡәтғи тыйыла. Ошондай тәртип сама менән бер ай үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Был турала бөгөн республиканың ветеринар хеҙмәт етәксеһе Азат Йыһаншин “Хәйерле...

17 июля 2018
Смотреть видео Үлемесле ауырыуҙан дауа | ГТРК «Башкортостан»

Үлемесле ауырыуҙан дауа

Өфө ғалимдары яман шеште күҙәнәктәр үҫешен кәметеү ысулы менән дауаларға тәҡдим итә. Уларҙың был асышы Рәсәй фәнни фонды грантына лайыҡ булды. Сибек һәм талымлы был күҙәнәктәр һаҡ мөнәсәбәткә мохтаж. Каталитик синтез лабораторияһында уларға тейешле шарттар булдырылған. Стериль таҙалыҡ, ябыҡ...

17 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Таиландта мәмерйәнән ҡотҡарылған балалар дауахананан сығырға әҙерләнә. Тотҡондан өс көн дауамында сығарылған уҡыусыларҙың һаулығы яҡшырҙы һәм иртәгә улар йорттарына ҡайтасаҡ, ти табиптар. Балалар, үҙ сиратында ҡотҡарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Уларҙың берһе - Саман Кунандың һыу аҫтында һауа...

17 июля 2018
Смотреть видео Ни өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығын алыштырып булмай? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн торлаҡ файҙаланыу идаралығын алыштырып булмай?

Шаҡша биҫтәһендә йәшәүселәр ике йылдан ашыу был эште атҡарып сыға алмай. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ойошторолған йәмәғәт советы ла ҡатмарлыҡтарға осраған. Айһылыу Әхмәтғәлиева 24 йыл эсендә йәшәгән йортоноң ҡурҡыныс хәлгә килеүенә зарлана. Торбаларҙан һыу аға, стеналар таушалып бөткән, подъезға инеүе...

17 июля 2018
Смотреть видео Алданған өлөшсөләр ҡасан  үҙ йорттарын алыр? | ГТРК «Башкортостан»

Алданған өлөшсөләр ҡасан үҙ йорттарын алыр?

Өфөлә бөтә республикаға билдәле булған “Меркурий” компанияһын икенсе ойошма исеменә күсереү мәсьәләһе буйынса арбитраж суды үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 300 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан ойошма 200-гә яҡын ғаиләне ҡыйыҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалдырғайны. Ойошма етәкселәренә бер нисә енәйәт эше...

17 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция – донъя чемпионы. Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Франция йыйылма командаһының формаһында тағы ла бер йондоҙ барлыҡҡа килде. 20 йылдан һуң футбол беренселегенең төп кубогы йәнә был илгә әйләнеп ҡайтты. Икенсе урында Хорватияның йыйылма командаһы. Финалда тап улар дүрткә...

16 июля 2018