Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе

11 йәшлек Вадим Савельев грэпплинг көрәше буйынса үткәрелгән ярышта ҡатнашып Рәсәй чемпионы исемен ала. Йөрәгенә операция яһатыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан шөғөлөнә кире әйләнеп ҡайтырға көс һәм рух таба. Әле Вадим яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Спорт ярыштарында иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-махсус кейем Вадим Савельев өсөн яҡты иҫтәлектәр менән һаҡлана. Ун бер йәшлек йәш спортсы алты йыл грэпплинг-ярайһы уҡ ҡатмарлы көрәш төрө менән шөғөлләнә. Республиканың данын яҡлап, ул быйыл Рәсәй буйынса үткәрелгән чемпионатта ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ була. Вадим Савельевты атаһы бәләкәй сағынан уҡ сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә, спорт залына йөрөтә. Көс һәм таһыллыҡ ҡына түгел, аҡыл, уйлап эш итеүҙе лә талап иткән был спорт төрөн дә ул еңел үҙләштерә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, йөҙгә яҡын маҡтау ҡағыҙҙары, диплом һәм, әлбиттә, миҙал, кубоктар менән бүләкләнә.Был миҙалдар тағы ла артыр ине, тик мөмкинлек кенә булманы, ти Сергей Савельев. 2017-се йылда медицина тикшереүе үткәндә йәш спортсыла йөрәк сире табалар. Вадим яратҡан шөғөлө-спортты бер йылға ҡалдырып торорға мәжбүр була. Кардиохирургтар тиҙерәк операция яһау кәрәклеген иҫкәртә. Операцияны егет еңел үткәрә.Әле йәш спортсы үҙен бөркөттәй тоя. Спорт тормошона кирегә әйләнеп ҡайтыуы еңел булманы, ти ул. Тренерҙары һәм йәштәштәре араһында абруйлыҡ яулап өлгөргән Вадим Савельев быйыл Орел ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй чемпионатында ҡатнаша.Чемпионатта 12–нән 19 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 1050 спортсы көрәшә. Вадим Савельев иң күп мәрәйҙәр йыйып, Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була. Бындай ҡаҙаныштар тик көс һәм дәрт кенә өҫтәй, ти йәш спортсы. Вадим Савельев күптәр өсөн үрнәк. Сәләмәт тормошто үҙенең маҡсаты итеп һайлаған егет әле Донъя чемпионатына әҙерләнә. Ул ноябрь башында Баку ҡалаһында үтәсәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

 «Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү»гә һорауҙар ҡабул итеү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү»гә һорауҙар ҡабул итеү дауам итә

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн мөрәжәғәттәр ике телдә – башҡортса һәм русса 8-800-347-0-347 телефоны буйынса ҡабул ителә. Һәр шылтыратыусыға айырым карточка асыла. Унда кешенең исем-фамилияһы, йәшәгән урыны, телефоны йәки электрон почтаһы ла яҙыла. Был аҙаҡ шылтыратыусы менән бәйләнешкә инеү өсөн кәрәк...

13 апреля 2018
Йылғаларҙың кимәле күтәрелә бара | ГТРК «Башкортостан»

Йылғаларҙың кимәле күтәрелә бара

Һуңғы тәүлектә Ағиҙел йылғаһы Өфө ҡалаһы янында 67 сантиметрға артҡан һәм тәрәнлеге 3 метр 49 сантиметрға еткән. Дим йылғаһы Бочкарев ауылы тирәһендә 55 сантиметрға күтәрелгән, кимәле 5 метрҙан ашыуыраҡ. Ә бына Шаҡша биҫтәһе янында Ҡариҙел һәм Стәрлетамаҡ тәңгәлендә Ағиҙел йылғалары кәмей башлаған...

13 апреля 2018
Смотреть видео Зубов ауылында һыуҙы һурҙырыу бара | ГТРК «Башкортостан»

Зубов ауылында һыуҙы һурҙырыу бара

Бөгөн һыу аҫтында ҡалған Зубов ауылында һыуҙы һурҙырыу башланды. Төнө буйы ауылда ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торҙо. Ауылда әле тиҫтәләгән йорт һәм ихата һыу аҫтында ҡала. Һыу көтмәгәндә иртәнге сәғәт алтыларҙа килә башлай. Кешеләр ашығыс рәүештә балаларын, барлыҡ...

13 апреля 2018
Башҡортостанда ташҡынға бәйле юғары әҙерлек режимы индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ташҡынға бәйле юғары әҙерлек режимы индерелде

Республика башлығы ошо туралағы  күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.  Төп маҡсат – яҙғы ташҡынға осоронда  ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау, халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү, объекттарҙың  даими эшмәкәрлеген тәьмин итеү.

13 апреля 2018
Башҡортостандың баш ҡалаһында тиҙҙән фонтандар асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың баш ҡалаһында тиҙҙән фонтандар асыла

Коммуналь хеҙмәттәр әле электр ҡорамалдарының, насостарҙың төҙөклөгөн тикшерә, шулай уҡ кәрәкле ҡорамалдар ҡуя. Ғәҙәттәгесә, фонтандар миҙгеле 1 май байрамдарына асыла.

12 апреля 2018
112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ

Тарихсылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1942-1943-сө йылдарҙа башҡорт атлылары 2 мең 600 һуғышсыһын юғалта. Уларҙы эҙләү һәм хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырыу-беҙҙең изге бурыс, ти Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре. Быйыл Республиканың ошондай 30-лаған отрядынан 200-ҙән ашыу эҙәрмән Ростов,...

12 апреля 2018
Бөгөн Рәсәйҙә Космонавтика көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә Космонавтика көнө билдәләнә

1961 йылдың 12 апрелендә барлыҡ доньяны иҫ киткес яңылыҡ солғап ала.Ғәлләмдә кеше  һәм ул – Совет кешеһе. Беренсе йыһан гиҙеүсе Юрий Гагариндың “Восток” карабындағы был сәйәхәте 108 минут дауам итә. 1962 йылда кешенең йыһанға осоуының бер йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә СССР Юғары...

12 апреля 2018
 “Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү”гә һорауҙар ҡабул ителә башланы | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү”гә һорауҙар ҡабул ителә башланы

Иртәнге туғыҙҙан башлап колл-үҙәктәге телефондар тынмай. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн мөрәжәғәттәр ике телдә – башҡортса һәм русса ҡабул ителә. Тәүге өс сәғәт эсендә генә 300-ҙән ашыу шылтыратыу булған. Әлегә был һорауҙар махсус электрон порталда теркәлеп бара. Һәр шылтыратыусыға айырым карточка...

12 апреля 2018
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһында боҙ китә | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһында боҙ китә

Был күренеште ҡарарға яр буйынса күпләп халыҡ йыйылды

12 апреля 2018
Смотреть видео Салауат ҡалаһында алданған өлөшсөләр юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Салауат ҡалаһында алданған өлөшсөләр юҡ

Урындағы хакимиәт һәм төҙөлөш ойошмалары уртаҡ тел табып, оҙаҡ йылдар төҙөлмәй торған йорттарҙы сафҡа индергән. Бындай уңыштың сере нимәлә? Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Зинаида Зинина дауаханала эшләүен дауам итә. Сөнки, ғүмер буйы йыйған ағсаһын ул торлаҡ төҙөлөшөнә индерә. Әммә, хыялланған...

12 апреля 2018
Яндекс.Метрика