Иң тыныс, мәрхәмәтле һәм яуаплы һөнәр эйәләре

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Өфөләге Торатау Конгрес Холында тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау һәм бүләкләү тантанаһы үтте.Башҡортостан төҙөлөш тармағы үҫеше буйынса илдә  алдынғылар рәтендә. Үткән йылда ғына төбәк төҙөүселәре 6 меңдән ашыу яңы бина файҙаланыуға тапшырған. Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект иҫәбенән бөгөнгә 31 бина әҙер. Башҡаланың Затон биҫтәһендә асылған спорт әҙерлеге үҙәге иһә спорт төҙөлөшө тарихында иң ҙур объект тип танылды. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөүселәр алдында етди бурыстар ҡуя – киләһе йылда торлаҡ сафҡа индереү күрһәткесен йәнә арттырыу.Әле республикала төҙөлөш өлкәһендә 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Рәсәй президенты Владимир Путин иғлан иткән Милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға тиклем беҙҙең төбәктә генә    3 миллион 700 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Әле 2 миллион квадрат метрҙан ашыуы төҙөлгән. Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктә төҙөлөш йылдан-йыл үҫә. Яңы объектар иң мөһиме сифатлы һәм матур булырға тейеш.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәүефле күршеләр | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефле күршеләр

Башҡортостан менән сиктәш өс төбәктә-Татарстанда һәм Свердловск өлкәһендә, Пермь крайында, Һамар өлкәһендә йәшәүселәрҙә коронавирус инфекцияһы табылды. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 19 мартҡа коронавирус йоҡтороуҙың 147 осрағы асыҡланды. Илдә вирустан һәләк булыусылар әлегә юҡ. Коронавирус тарала башлаған...

20 марта 2020
Смотреть видео Бөтә Донъя фольклориадаһының күсерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә Донъя фольклориадаһының күсерелеүе ихтимал

Республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров әйтеүенсә, коронавирус таралыуы сәбәпле Өфөлә Фольклориаданы уҙғармау йәки күсереү мәсьәләһе асыҡ ҡала. Аныҡ ҡарар май айында Мексикалағы ултырышта ҡабул ителә. Фольклориада Башҡортостанда  18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтергә тейеш.

19 марта 2020
Смотреть видео Маҡтаулы исемдәр бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Маҡтаулы исемдәр бирелде

Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммунал хужалығы хеҙмәткәре, атҡаҙанған энергетигы һәм почет билдәһе менән тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән 30-ҙан артыҡ хеҙмәткәр бүләкләнде.Беҙҙең ҡалалар Рәсәйҙә иң таҙаһы, иң йәшеле һәм йәшәү өсөн иң уңайлыһы буласаҡ...

19 марта 2020
Смотреть видео Уҡыусыларға күсмә стомотология комплекстары ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусыларға күсмә стомотология комплекстары ярҙамға килә

Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Әйтәйек, быйыл республикала 61 мәктәп стоматология кабинетын асыу планлаштырыла. Ул ғына түгел, мәктәп балаларына күсмә стомотология комплекстары ла ярҙамға килә. Был юлы теш табиптары Рәми Ғәрипов...

19 марта 2020
Смотреть видео Республикала “Иң айыҡ ауыл” исеме аталды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Иң айыҡ ауыл” исеме аталды

Быйылғы конкурста башҡортостандың 49 районынан биләмәләр ҡатнашҡайны. Финал өлөшөнә иһә 15  ауыл уҙҙы. Сараның йомғаҡлау өлөшөн киң күләмле итеп уҙғармауҙың сәбәбе – короновирус таралыу. Шуға ҡарамаҫтан, Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан ауылдарҙы билдәләү тантаналы шарттарҙа үтте. Ярыштың...

19 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостан башлығы Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығы Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны һәм короновирусҡа шикле кешеләрҙе ҡабул итәсәк боксттарҙың әҙерлеген тикшерҙе.  Реанимация бүлеге бинаһы 1914 йылда уҡ төҙөлгән һәм пациенттарҙы ҡабул итергә урындар етмәй. Радий Хәбиров билдәләүенсә,...

19 марта 2020
Смотреть видео Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы  саралар сикләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар сикләнә

Шулай итеп, Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы  250-н ашыу сара сикләнә. Күптәр сит ил сәфәрҙәрен кисектереп торһа ла артыҡ булмаҫ. Был коронавирустан һаҡланыу кәрәк. Бындай видеояҙмалар хәҙер интернет тулы. Берәүҙәр ҡара бойҙай һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары етерлек тиһә, икенселәре иһә,...

19 марта 2020
Смотреть видео Республикала тулы әҙерлек режимы индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тулы әҙерлек режимы индерелде

Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимын индерҙе. Уның сиктәрендә  штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторола,  тирә-яҡ мөхит торошона контроль көсәйтелә, республикаға килеүселәр ентекләп тикшерелә, ғәҙәттән...

19 марта 2020
Смотреть видео 22 апрель-тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

22 апрель-тауыш биреү көнө

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү  көнөн 22 апрелгә билдәләне. Был дата шаршамбыға тура килгәнлектән, тауыш биреү көнө ял тип иҫәпләнә.  Мөһим документты  Дәүләт Думаһына ил президенты Владимир Путин 20 ғинуарҙа индерҙе...

19 марта 2020
Смотреть видео Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа айыуҙар уянған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа айыуҙар уянған

Ҡыш йылы булыу сәбәпле улар йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһа ла, үҙҙәрен яҡшы тоя. Тайыштабандарҙың һаны ла артҡан. Балалары ғинуар айында уҡ донъяға килһә лә, өңдәренән әлегә сыҡмаған. Настя ҡушаматлы айыу, бигерәк тә, татлы ризыҡтар ярата, ти вольер хеҙмәткәрҙәре. Оҫта итеп ашарға ла өйрәнеп алған,...

18 марта 2020
Яндекс.Метрика