Башҡортостандың туристик сувенирҙары

Өфөлә беренсе тапҡыр “Башҡортостандың туристик сувенирҙары» конкурсы үтте. Унда республиканың 82 кәсепсеһе ҡатнашты.  Был бәләкәй генә тирмә балсыҡтан әүәләнгән, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, тирмә тышында кәрәк-яраҡтар урынлаштырылған, хатта уның эсе лә йыһазланған. Ауырғазы районы оҫтаһы, рәсем дәресе уҡытыусыһы Зәки Исмәғилев 6 йыл дауамында аҡ һәм ҡыҙыл балсыҡтың химик составын өйрәнә һәм ике төрлө балсыҡты йәбештереү ысулын тапҡан.Скульптор Мәүлитбай Хәлилов оҫтаның эшен юғары баһалай һәм байтаҡ сувенирҙарҙы бергә эшләйҙәр.Билдәле рәссамдар менән бер юлы һәүәҫкәр оҫталарҙың ҡул эштәре урын алған. Ләлә Камалетдинова 10 йылдан ашыу башҡорт милли кейемендәге һындарҙы эшләп һатыуға сығара һәм йылдан-йыл башҡорт сувенирҙарына талап арта, тип билдәләй оҫта.Күргәҙмәлә республиканың төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу ҡул оҫтаһы ҡатнашты. Һәр оҫтаның үҙенсәлекле тауары — Башҡортостан ерлеген һүрәтләгән сувенирҙар, милли музыка ҡоралдары, таштарҙан эшләнгән алҡалар, түшелдеректәр, ҡашмауҙар, матур-мутур ҡурсаҡтар, башҡортса яҙылған открыткалар.Күргәҙмәлә ошондай матур, башҡорт ҡурсаҡтары тәгдим ителә. Уның үҙенсәлеге шунда, урман-яландарҙан йыйлған уләндәр тултырылған. Ысынлап-та, хуш еҫле ҡурсаҡ.Республика бәйгеһендә Башҡортостан музейҙары өлгөләре лә урын алды. Конкурс барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов менән аралашыу ойошторолдо. Еңеүселәр һәм призерҙар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалында ҡатнашасаҡ. Киләсәктә Башҡортостан оҫталарының күргәҙмәһен һәр 2 ай һайын ойоштороу ҡарала.  Был иһә үҙ сиратында республика ерлеген һүрәтләгән сувенирҙарҙы киң тартырға ярҙам итәсәк. 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ

 Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар...

18 сентября 2020
Смотреть видео Көҙгө алмалар | ГТРК «Башкортостан»

Көҙгө алмалар

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы  дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар....

16 сентября 2020
Смотреть видео  Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта йәнә янғын сыҡҡан. Был юлы район үҙәгендә күптәргә яҡшы билдәле йорт янып киткән. Уны  күренекле архитектор Зәхи Хәдид  төҙөгән.  Зауыҡлы йортто күп йылдар күтәргәндәр, төҙөлөш тамамланыу юлында булған.  Быға тиклем Бейрут портының келәтендә шулай уҡ...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

 Хәҙер  республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк.  Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше.  Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе.  Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә....

16 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Айыҡлыҡ көнө билдәләнде

Башҡортостан статистика хеҙмәтенә һылтанып Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы шаҡ ҡатырлыҡ мәғлүмәтте иғлан итте. Баҡтиһәң, башҡортостанда йыл һайын уртаса 2 мең 500 кешегә «алкоголизм» диагнозы ҡуйыла. 2019 йылда спиртлы эсемлектәр менән мауығып 519 ир-егет һәм 225 ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әле коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың икәүһе – ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә КОВИД-19-ҙан вафат булыу осрағы юҡ. Табиптар пневмонияға бәйле хәлдең дә үтә борсоулы булыуы тураһында иҫкәртә.

16 сентября 2020
Смотреть видео Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә | ГТРК «Башкортостан»

Талап ителә ҡалһа – кисекмәҫтән йылы бирергә

 Радий Хәбиров социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгелен көнэлгәре билдәләнгән ваҡыттан алда башлау сараһын күрергә тәҡдим итте. Башҡортостанда йылытыу миҙгелен асыуҙың шартлы ваҡыты булараҡ 21 сентябрь билдәләнһә, көндәрҙең һалҡынайтыуы был датаны күсерергә мәжбүр итеүе ихтимал. Торлаҡ-...

16 сентября 2020
Яндекс.Метрика