Башҡортостандың туристик сувенирҙары

Өфөлә беренсе тапҡыр “Башҡортостандың туристик сувенирҙары» конкурсы үтте. Унда республиканың 82 кәсепсеһе ҡатнашты.  Был бәләкәй генә тирмә балсыҡтан әүәләнгән, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән, тирмә тышында кәрәк-яраҡтар урынлаштырылған, хатта уның эсе лә йыһазланған. Ауырғазы районы оҫтаһы, рәсем дәресе уҡытыусыһы Зәки Исмәғилев 6 йыл дауамында аҡ һәм ҡыҙыл балсыҡтың химик составын өйрәнә һәм ике төрлө балсыҡты йәбештереү ысулын тапҡан.Скульптор Мәүлитбай Хәлилов оҫтаның эшен юғары баһалай һәм байтаҡ сувенирҙарҙы бергә эшләйҙәр.Билдәле рәссамдар менән бер юлы һәүәҫкәр оҫталарҙың ҡул эштәре урын алған. Ләлә Камалетдинова 10 йылдан ашыу башҡорт милли кейемендәге һындарҙы эшләп һатыуға сығара һәм йылдан-йыл башҡорт сувенирҙарына талап арта, тип билдәләй оҫта.Күргәҙмәлә республиканың төрлө төбәктәренән 80-дән ашыу ҡул оҫтаһы ҡатнашты. Һәр оҫтаның үҙенсәлекле тауары — Башҡортостан ерлеген һүрәтләгән сувенирҙар, милли музыка ҡоралдары, таштарҙан эшләнгән алҡалар, түшелдеректәр, ҡашмауҙар, матур-мутур ҡурсаҡтар, башҡортса яҙылған открыткалар.Күргәҙмәлә ошондай матур, башҡорт ҡурсаҡтары тәгдим ителә. Уның үҙенсәлеге шунда, урман-яландарҙан йыйлған уләндәр тултырылған. Ысынлап-та, хуш еҫле ҡурсаҡ.Республика бәйгеһендә Башҡортостан музейҙары өлгөләре лә урын алды. Конкурс барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов менән аралашыу ойошторолдо. Еңеүселәр һәм призерҙар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалында ҡатнашасаҡ. Киләсәктә Башҡортостан оҫталарының күргәҙмәһен һәр 2 ай һайын ойоштороу ҡарала.  Был иһә үҙ сиратында республика ерлеген һүрәтләгән сувенирҙарҙы киң тартырға ярҙам итәсәк. 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе асылды

Салауат ҡалаһында водород етештереү буйынса ҡулайлама эшләй башланы. Был башҡорт б ензинын илдә иң яҡшылар рәтенә сығарасаҡ, тине Радий Хәбиров.  “Газ. Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе сиктәрендә водород етештереүҙе башлау тураһындағы документҡа республика башлығы ҡултамғаһын ҡуйҙы. Шулай уҡ,...

16 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡын рухи саралар солғап алды

Милли кейемдәрҙе тергеҙеү һәм һаҡлауға арналғандары бер район-ҡаланы ла, ойошмаларҙы ла урап үтмәне. Төбәк етәксеһе ҡарары менән йылына ике тапҡыр – апрель һәм сентябрь айҙарында үткәрелгән. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, башҡа бөтә...

15 сентября 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы

Уҡытыусылар менән бер рәттән мәктәптәрҙә теш табибтары ла эшләй башланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса быйыл республиканың белем усаҡтарында 65 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың һанын тағы ла арттырырға кәрәк, тине төбәк етәксеһе. 13 йәшлек Вилена хәҙер теш табибынан...

15 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 40 йәшлек ҡатын коронавирустан вафат булды

Үткән ял көндәрендә генә КОВИД-19 йоҡтороуҙың 62 осрағы теркәлгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙа 40, амбулаторияла 510 кеше дауалана. Пандемия башланғандан алып коронавирус менән ауырыуҙың 8 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Ил буйынса ул бер миллиондан...

15 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттарының көнбайыш яры урман янғындарынан тонсоға. 4 аҙна ҡоторған уттан кәмендә 33 кеше зыян күргән, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар.Меңәрләгән йорт ут эсендә ҡалған.  Ҡорбандар һаны көндән көн арта. Иң ҡатмарлы  хәл Калифорнияла күҙәтелә. Ут менән 29 мең янғын һүндереүсе...

15 сентября 2020
Смотреть видео Өфө юлдарында яңы автобустар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө юлдарында яңы автобустар

Башавтотранс паркы тағы ла 50 маршрут автобусы  менән тулыланды. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин яңы транспорттың асҡыстарын һәм алдынғы водителдәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһын һәм районын хеҙмәтләндергән транспорт 80 процентҡа тиклем яңыртылған. Йыл башынан...

15 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары барланды

13 сентябрҙә республикала урындағы уҙидаралыҡ органдары депутаттарын һәм ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау үтте.Төбәктә барыһы 200 һайлау кампанияһы ойошторолдо. Тауыш биреүселәрҙе өс меңдән ашыу һайлау участкаһы ҡабул итте. Һайлаусыларҙың күпләп...

15 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай

Башҡортостанда бөгөн йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы һәм Рәсәй...

15 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24  каналында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры көнө

Был юлы артистар үҙҙәре генә телеүҙәккә килеп теле һәм радио-тапшырыуҙарҙа ҡатнашып ҡалманы, беҙҙең ижади төркөм дә театрға барып, телевизор ҡараусыларҙы уның эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Сәхнә артын күҙәтеүҙән башланып китте Башҡортостан 24 каналында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры...

11 сентября 2020
Смотреть видео Эшлекле башҡорт  теле ҡулланмаһының исем туйы уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Эшлекле башҡорт теле ҡулланмаһының исем туйы уҙҙы

Башинформ агентлығында   эшлекле башҡорт  теле ҡулланмаһының исем туйы уҙҙы.   Был әсбаб эшлекле стилдә яҙырға өйрәнергә йәки оҫталығын арттырырға теләгәндәр өсөн тәғәйен. Эшлекле башҡорт теле әсбабын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләп нәшер иткән.  Ул ике...

11 сентября 2020
Яндекс.Метрика