Башҡортостан башлығын һайлауҙа ирекмәндәр ярҙам итәсәк

Башҡаланың Орджоникидзе районында һайлау комиссиялары ағзалары менән бер рәттән ирекмәндәр өсөн дә махсус уҡыуҙар ойошторолдо.Ирекмәндәрҙең бурысы – физик мөмкинлеге сикле кешеләргә ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Тауыш биреү барышында уларға йыш ҡына баҫҡыстан күтәрелергә булышыу, бюллетендәге яҙыуҙы уҡып биреү кеүек ябай ярҙам талап ителә. Төбәк һайлау комиссияһы ирекмәндәрҙе уҡыуҙарға аҙнаһына ике тапҡыр саҡыра.Һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреүгә ҡағылған ҡағиҙәләрҙе хәтергә төшөрөү һәм яңы талаптарҙы белдереү маҡсатында махсус уҡыуҙар участка һайлау коммиссиялары ағзалары өсөн дә аҙнаһына шул уҡ йышлыҡта үткәрелә. Орджоникидзе районы төбәк һайлау комиссияһы шулай уҡ теләгән урында һайлау мөмкинлеге  алыу буйынса ғаризалар ҡабул итә. Бындай ғаризаны шулай уҡ күп функциялы үҙәктәр аша ла тапшырырға була.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Шәғәле Шаҡман вариҫтары | ГТРК «Башкортостан»

Шәғәле Шаҡман вариҫтары

Белореттағы Ҡаһарман ауылы халҡы республика йәмәғәтселегенән ярҙам һорай. Был биләмәлә йәшәүселәр тамьян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡман иҫтәлеген мәңгеләштерегә ниәтләп, ул ерләнгән зыяратта ҙур стела ҡуйыу маҡсаты менән  яна. Тик был проектты бойомға ашырыу өсөн 225  мең һум самаһы аҡса...

23 июля 2018
Смотреть видео Баллы-еләкле яҡ | ГТРК «Башкортостан»

Баллы-еләкле яҡ

Шаран районының Яңы Йомаш ауылында йәшәүсе һәр кем ер еләген үҫтереү йәки умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Иң мөһиме йәштәр ауылдан китергә ашыҡмай, ә киреһенсә тыуған яҡтың хужалығын үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. Василий Степанов өсөн йәй дүртенсе йыл рәттән иң ҡыҙыу эш миҙгеле. Ул үҙенең 10 сутый...

23 июля 2018
Смотреть видео Фермер мәктәбе | ГТРК «Башкортостан»

Фермер мәктәбе

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы республиканың  йәш депутаттары ассоциацияһы менән берлектә март айында  “Фермер мәктәбе”н ойошторғайны. Мәктәптә  апрелдән башлап дүрт ай дауамында  30 прект авторы уҡыны. Шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандарын Башҡортостан Хөкүмәте...

23 июля 2018
Смотреть видео Күҙгә төшкән сүп кеүек | ГТРК «Башкортостан»

Күҙгә төшкән сүп кеүек

Өфөлә йәшәүсе Адель Башарова хирургтар менән судлашырға мәжбүр. Күҙҙәре насар күреү сәбәпле, ул офтальмологтарға мөрәжәғәт итеп, лазер операцияһын эшләтә. Әммә операциянан һуң, ул күҙенең эсендә салфетканың ебе тороп ҡалыуын күрә.  Адель Башарованың күҙҙәре бәләкәй сағынан уҡ насар күргән....

23 июля 2018
Смотреть видео Рәсәйәҙәге иң ҙур һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйәҙәге иң ҙур һабантуй

Рәсәйәҙәге иң ҙур һабантуй 200 меңдән ашыу кешене йыйған.  Байрам Мәскәүҙең көньяғында "Коломенское" музей-ҡурсалыҡ биләмәһендә үтте. Унда башҡорт һәм татар ауылдары ҡоролғайны. Ҡунаҡтар был халыҡтарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныша алды. Теләүселәргә милли ризыҡтарҙы әҙерләү һәм төрлө...

23 июля 2018
Смотреть видео Башҡортостанда иман йорттары берәүгә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда иман йорттары берәүгә артты

Әбйәлил районының Шәрип ауылында аҙан тауышы яңғыратып мәсет асылды. Әбйәлил районының тағы ла бер-нисә ауылында быйыл иман йорттары үҙ ишектәрен асасаҡ. Шәрип ауылында борондан диндарҙар күп булған, бында революцияға тиклем мәҙрәсә лә эшләгән. Үкенескә ҡаршы, совет осоро елдәре был төбәкте лә урап...

20 июля 2018
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар

9 сентябрь -  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау көнө. 5-се саҡырылыш депутаттары июнь айында һуңғы ултырыштарын үткәрҙе.  Әле һайлау кампанияһын ойоштороу эштәре бара. Ул тағы ла ай ярым дауам итәсәк. Бөгөн Хәйерле иртә, республика тапшырыуында телевизор ҡараусыларҙы...

20 июля 2018
Смотреть видео Ил президенты Владимир Путин яңы маҡтаулы исем тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Ил президенты Владимир Путин яңы маҡтаулы исем тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Ул “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғлүмәт һәм элемтә хеҙмәткәре” һәм “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисты” тип аталасаҡ. Яңы указ менән бергә был исемдәрҙе алыу ҡағиҙәләре лә раҫланды. Дәүләт наградаһына ярашлы ғәмәлдәге законға тейешле үҙгәрештәр индерелде. Владимир Путин билдәләүенсә, журналист һөнәре ул мөһим...

20 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дуҫ, йәки дошман. Америка Ҡушма штаттары президенты Владимир Путинды Вашингтонға ҡунаҡҡа саҡырған. Беҙҙең ил башлығы менән Дональд Трамтың осрашыуы көҙгә билдәләнеүе ихтимал. Уларҙың Хельсинкилағы һөйләшеүҙәрҙән һуң, Америка лидерын үҙен бик йомшаҡ тотҡаны өсөн тәнҡитләһәләр ҙә, ул  Путин...

20 июля 2018
Смотреть видео Урман хужалыҡтары яңы техника менән йыһазландырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Урман хужалыҡтары яңы техника менән йыһазландырыласаҡ

Ағас ҡырҡыу, сығарыу һәм ташыу өсөн махсус машиналарҙан тыш хужалыҡтар ябай тракторҙарға  ла мохтаж. Улар янғын һүндереү, урман һыҙаттарын тәртиптә тотоу кеүек ҡәҙимге эштәрҙә ҡулланыла. Республика хөкүмәте президиумы “Ҡырҡынды файҙалы үҙләштереү саралары тураһында” инициативалы проектты...

20 июля 2018