Маркировкалы дарыу

2020 йылдан алып дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙың маркировкаһы булыуы мотлаҡ. Бындай алым ялған дарыуҙарҙы сифатлыһынан айырырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, киләһе йылдан алып телефонына сканер урынлаштырған һәр бер һатып алыусы теләгән дарыуҙы үҙаллы тикшерә ала. Махсус код уның ҡайҙа һәм ҡасан етештерелгәнен, нисек килеп еткәнен күрһәтә.  Ниндәй ҙә булһа дарыуҙы ҡабул итер алдынан, әлбиттә, уның ҡайҙа һәм иң мөһиме ҡасан етештерелгәнен белеү мотлаҡ. Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһына сит илдәрҙән килтерелгән дарыуҙарҙы электрон базаға теркәп баралар. Теләһә ниндәй препарат тураһындағы мәғлүмәтте дата матрикс коды аша белеп була.   Бының өсөн дауаханаға махсус сканер һатып алынған.  Дарыу ҡабығына ҡуйылған кодты бер нисек тә юйып та, үҙгәртеп тә булмай.  Программа ҡабул ителгән препараттағы махсус билдәне күрмәгән осраҡта, был дарыу дауаланыусыларға бирелмәй, дарыуханаларға ла оҙатылмай. Дауахана хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бындай программа бик уңайлы.Маркировкалау ысулы ялған препаратты сифатлыһынан айырырға, йәғни фальсификат әйләнешен күҙәтергә ярҙам итә. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы әле дарыуҙарҙы код аша тикшереүгә әҙер булған берҙән бер медицина учреждениеһы. Киләһе йылдарҙа бындай алымды ҡулланыу өсөн башҡа дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа һәм  дарыуханаларҙа сканерҙар урынлаштырыласаҡ.Ялған дарыуҙарҙы юҡ итеү проблемаһы бөтә илде борсой. Ҡайһы бер сит яҡтарҙа сифатһыҙ препараттарҙы етештереүселәр өсөн үлем язаһы индерелгән. Ҡырҙан килтерелгән препараттарҙың маркировкалы булыуы был проблеманы тиҙ арала хәл итер, тип көтөлә. Әйткәндәй, беренсе июлдән медицина учреждениелары дарыуханалар менән берлектә “Ғәҙел билдә” системаһында теркәлергә тейеш.  Өҫтәүенә, һатып алыусылар ҙа телефондарына “Ғәҙел билдә” ҡушымтаһын ҡуйып, препараттарҙы тикшерә ала.2020-се йылдың беренсе ғинуарынан алып бөтә дарыуҙарҙың маркировкалы булыуы тураһында мәғлүмәт бирелергә тейеш тигән бурыс ҡуйылған. Белгестәр билдәләүенсә, дарыуҙарҙы мотлаҡ маркировкалау дауалау файҙаһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тарих менән киләсәкте бәйләп | ГТРК «Башкортостан»

Тарих менән киләсәкте бәйләп

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ...

5 часов 57 минут назад
Смотреть видео Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы

Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ  Нәфисә Кинйәбаева ҡараны...

5 часов 58 минут назад
Смотреть видео Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы | ГТРК «Башкортостан»

Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында...

5 часов 58 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды

Мәскәүҙә, мәғлүмәт технологиялары, киң күләм коммуникациялар федераль хеҙмәтендә үткән конкурста “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына ингән Башҡортостан 24 телеканалы еңеүсе тип танылды. Яңы мөмкинлектәр һәм конкурс һөҙөмтәләре тураһында “Башҡортостан” дәүләт...

5 часов 59 минут назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар...

6 часов 16 секунд назад
Смотреть видео Яңы төр операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы төр операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының...

6 часов 54 секунды назад
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта.

Ошо сәбәпле урамға сыҡҡанда, кибеттәргә барғанда мотлаҡ битлек кейергә кәңәш ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Өфөлә предприятиеларҙа әле КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле...

6 часов 1 минута назад
Смотреть видео Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “...

6 часов 2 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Яндекс.Метрика