Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын — тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү — маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн кәрәк беҙгә “Алтын бишек”. Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫталарын беренселәрҙән булып Учалы районы Баттал ауылы халҡы күрһәтте. Йәйен дә, ҡышын да алыштырғыһыҙ техника-тракторға был ауыл лайыҡлымы? Баттал ауылы тормошо, уның халҡы менән хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова танышты.

Хәбәрсе. Тирә-яғын ғорур тау-урмандар, күлдәр уратып алған Учалы районы Баттал ауылын юҡҡа ғына ожмах урыны тип йөрөтмәйҙәр. Ауылдың килеп сығышын 1795 йылдағы Күбәләк волосына  бәйләйҙәр. Мәғлүмәттәр буйынса, ауыл уға нигеҙ һалыусы Баттал бабайҙың исемен йөрөтә. Баттал ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 24 ир ҡатнаша, шуларҙың икәүһе генә иҫән әйләнеп ҡайта. Ата-бабалары һаҡлап килгән тыуған төбәктә әле 300-н ашыу кеше донъя көтә. Бер-береһен үҙенең бер туғанылай күреп йәшәгән халыҡтың Башҡортостан-24 телеканалы иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһында тәүгеләрҙән булып ҡатнашыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Уларҙың өлгөр, тырыш, тормошҡа ынтылып йәшәүҙәрен ер һелкетеп бейеүҙәре аша ла күрергә мөмкин.Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырып йәшәү-беҙҙең төп маҡсат, тип билдәләй ауыл ағинәйҙәре. Ике йыл элек улар ҙа “Әхирәттәр” ансамбле асып, район-ара үткәргән конкурстарҙа ҡатнашһа, ә бына уҡыусылар өсөн 2000-се йылдан алып “Осҡон” бейеү ансамбле эшләп килә.Баттал ауылындағы тауҙарҙан тәнгә һәм йәнгә сихәт алып йәшәйбеҙ, тип ҡыуана ауыл халҡы. Яңы бейеү һәм йырҙар ҙа тап ошо тәбиғәт һулышынан барлыҡҡа килә. Оло быуынды бигерәк тә, йәштәрҙең тырыш һәм ауыл нигеҙен онотмауҙары ҡыуандыра. Мәктәп йылдарында “Осҡон” бейеү ансамблендә ҡатнашып, әле үҙе кескәйҙәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтеүсе  Динис Ғатауллин тау башында яратҡан бейеүҙе йәнә башҡарыу -үҙе бер бәхет, ти.Ысынлап та, мәктәптә йылдар дауамында ансамбль һәм түңәрәктәрҙең эшләп килеүе ҡыуандыра. Урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 1995-се йылда нигеҙ һалынған. Бында әле бөтәһе 35 бала белем ала. Уҡыусыларҙың йәйге көндә лә мәктәп баҡсаһын таҙартыуҙары, бергә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙәре уларҙың тырышлығын һәм берҙәмлеген иҫбатлай. Беҙҙең акцияның бағыусылары бүләген уҡыусылар ҡулланмаһына тапшырҙыҡ. Хәҙер тәнәфес ваҡытында балалар бушлай һәм юғары сифатта телеканалдарҙы ҡарай аласаҡ.Тырышҡан — моратына ирешкән. Был мәҡәл тап Баттал ауылы халҡы тураһында. Хозур тәбиғәте, һәләтле кешеләренән тыш, ауыл өлгөлө ғаиләләргә бай. Баҡса күҙҙең яуын алып сәскәгә күмелгән, ә урам эсе генә түгел, хатта тышы ла техника менән тулған. Һүҙебеҙ Шәғалиндар ғаиләһе тураһында.Ғабдулла Шәғалин 24 йыл ғүмерен полицияла хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул буш ултырмай, ауыл хужалығы менән булыша. Ғаиләлә бер-береңде хөрмәт итһәң генә бәхеткә ирешеп була, ти йорт хужаһы. Уның хәләл ефете Лидия Шәғалина менән улар 27 йыл бергә ғүмер итә. Урамдың таҙалығы, йорттоң балҡып ултырыуы, һанап бөтмәҫлек мал-тыуар тәрбиәләү- барыһы ла ғаилә тырышлығынан.Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы уңған булырға тейеш. Йорт эштәренән һуң, бер табында бергәләп аҙыҡты ауыҙ итеү-Шәғалиндар өсөн бәләкәй генә йола булып килә. Бәхетле ғаилә күптәргә үрнәк булып тора. Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәр тауыштарына күмелеп йәшәүҙе теләй улар. Баттал ауылында йәшәүсе алтын ҡуллы, башҡаларға белемен таратыусы, тормош йәмен татып йәшәүселәр тураһында һөйләп бөтөп булмай.Быуындан-быуынға күсеп килгән һәләтте үҫтереүселәр айырыуса бәхетле. Өс ул атаһы Дим Хәйбуллин мейес сығарыу оҫталығы менән дан тота.Бер йәй эсендә ундан ашыу мейес сығара оҫта. Алтын ҡулдары менән дан алған Дим Хәйбуллин күрше ауыл-райондарға ла бара. Ә уның улдары иһә крәкле лә һирәк тә һөнәргә өйрәнеүе өсөн рәхмәттәр генә уҡый.Ауылдың үҫеше тәү сиратта халыҡтың берҙәмлегенә бәйле. Баттал — күркәм ауыл, татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта -“Алтын бишек” акцияһында бирелгән шарттарҙың бөтәһенә дәлил. Ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу- “Алтын бишек” акцияһының төп маҡсаттарының береһе. Төп приз -трактор-хужалыҡта алыштырғыһыҙ техника. “Агроспецпрогресс” йәмғиәте был тракторҙы ярышта еңеп сыҡҡан, үҙен өлгөлө итеп күрһәткән ауылға тапшырасаҡ. Бынан тыш Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре компанияһынан еңеүселәрҙе телевизор һәм приставкалар менән бүләкләйәсәк. Ярышта ҡатнашырға теләүселәргә ни бары беҙҙең интернеттағы рәсми сайтҡа инеп ғариза ғына ҡалдырырға кәрәк. Теләгән һәр район, һәр кеше республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһында ҡатнаша ала. Учалы районы Баттал ауылы халҡы юҡҡа ғына тыуған ауылын алтынға тиңләмәй. Матур тәбиғәте һәм данлыҡлы кешеләре булғанда ғына ауыл рухы к-тәреләсәк. Ә рух булғанда тыуған ер йәнә сәскә атыр. 

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Цифралы дәрес | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы дәрес

Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара  өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет...

13 февраля 2020
Смотреть видео Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы | ГТРК «Башкортостан»

Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы

Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Йәш ғалимдарға гранттар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғалимдарға гранттар

Башҡортостанда 23 йәш ғалим фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса республика грантына лайыҡ булды. Радий Хәбировтың Указына ярашлы хәҙер аспиранттар һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы кимәле бер миллион һум. Фән юлын һайлаған йәштәрҙең ижади әүҙемлеген үҫтереү һәм уларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү...

13 февраля 2020
Смотреть видео Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Әлшәй районында быйыл 2 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, киләсәктә район үҙәгендәге балалар спорт мәктәбенең үҙ боҙ һарайы буласаҡ. Был турала Радий Хәбировтың районға эш сәфәре барышында билдәле булды. Республика Башлығы Рәсәйҙәге тәүге заманса ауыл хужалығы лабораторияһы менән дә танышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана | ГТРК «Башкортостан»

Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Иҙелбәк ауылында йәшәгән эшҡыуар бүрене олоп саҡыра. Атыр өсөн түгел, ә фото һәм видеоға төшөрөргә. Алик Тоҡомбәтов бала сағынан йәнлектәр тураһында китаптар уҡый. Журналдар алдырып, тәбиғәтте өйрәнә. Атаһы һәм ҡартатаһы иһә һунарсылыҡ серҙәренә төшөндөрә. Ҡуян ҡыуалағанда ул бүрегә юлыға. Ата-...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала

Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала. Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа,...

12 февраля 2020
Смотреть видео Бюджет ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Бюджет ярҙамға килә

Өс йәшкә тиклемге бала бағып ваҡытлыса эшләмәгән әсәләр һөнәри белемен камиллаштырыу йәиһә һөнәр алмаштырыу мөмкинлеген бюджет иҫәбенә бойомға ашыра ала.  Республика хөкүмәте юридик шәхестәргә ошо маҡсатта субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Бүленгән аҡсаны шәхси эшҡыуарҙар декрет ялындағы...

12 февраля 2020
Смотреть видео Кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Кем ғәйепле?

Өфөлә хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуҙар юҡлығына зарлана. Йыл башынан алып республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулын үҙгәрткән. Шул сәбәпле, кәрәкле препараттар һуңлап килә, ти пациенттар. Мотлаҡ ҡабул итә торған дарыуҙы үҙҙәре һатып алырға мәжбүр...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ

Был хаҡта коронавирус сире буйынса республика оператив штабының сираттағы ултырышында белдерелде.  Төбәктә әле дезинфекция тәртибе йәмәғәт транспортында иғлан ителгән. Аэропорт, тимер юл вокзалдарында ойошторолған иҫкәртеү сараларынан тыш, пассажир ташыған автобустар тәүлегенә ике тапҡыр...

12 февраля 2020
Смотреть видео Мәңгелек хәтер | ГТРК «Башкортостан»

Мәңгелек хәтер

Мисирев йәки Мисарев – фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй. Бер туған ағалары уны оҙаҡ йылдар эҙләй, һуңынан был эште уларҙың балалары дауам итә һәм 2015 йылда һалдаттың ерләнгән ҡәберенә барып ҡайталар. Мисиревтар ғаиләһе...

12 февраля 2020
Яндекс.Метрика